Сәйәсәт

Башҡортостан закондар сығарыу буйынса иң алда

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, беҙҙең төбәк закондар сығарыу башланғыстары федераль закон статусына эйә булған төбәктәр араһында беренсе урында.

14 мар, 18:04

Башҡортостанда художестволы халыҡ кәсептәре дәүләт тарафынан яҡланасаҡ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда дәүләт власы органдары художестволы халыҡ кәсептәре ойошмаларына ярҙам күрһәтеү хоҡуғына эйә буласаҡ.

14 мар, 17:51

Махсуслашҡан балалар йорттарында йәшәүсе етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға - уңайлы йәшәү шарттары

Яҙмыш ҡосағына ташланған сабыйҙар өсөн учреждениеларҙа ғаилә мөхите булдырылырға тейеш. Ошо хаҡта бөгөн Хөкүмәт президиумы ултырышында, «Һаулыҡ һаҡлау тураһындағы» законға үҙгәрештәр индереү тураһында проект ҡаралғанда әйтелде.

13 мар, 22:46

Рөстәм Хәмитов «Камаз» йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты

Унда предприятиеның үткән йылдағы эшмәкәрлеге барланып, киләсәккә пландар билдәләнде. Башҡортостан «Камаз» йәмғиәте өсөн стратегик партнер. Республика биләмәһендә бер нисә уртаҡ предприятие эшләй. Шуға күрә «Камаз»ды үҫтереү сәйәсәте лә берҙәм алып барылырға тейеш, тип иҫәпләй яҡтар.

12 мар, 23:47

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һайлау алды дебаттары, йәғни берҙәм агитация саралары башланды

Рәсәй Президенты вазифаһына кандидаттарҙың ҡараштарын телевизор ҡараусыларға ышаныслы вәкилдәр еткерә. Ҡануниәткә ярашлы, ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә программа менән таныштырыу өсөн ваҡыт тигеҙ бирелә. Беҙҙең телеканалда дебаттар тура эфирҙа бара. Программа киске сәғәт 5-се яртыла башлана. Теледебаттар аҙна дауамында көн һайын бара һәм йома көн тамамлана. Шәмбе, тынлыҡ көнөндә агитация тыйыла. Ә инде, 18 мартта дәүләт башлығы һайлана.

12 мар, 22:47

Һайлауҙар яҡынлаша

13 марттан алып Рәсәй Президентын һайлауға ҡағылышлы һораулама, күҙаллау, фараз һәм башҡа тикшеренеүҙәрҙе яңғыратыу тыйыла.

12 мар, 18:13

Константин Толкачев Рәсәй төбәктәренең парламент башлыҡтары медиарейтингында топ-10 исемлегендә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Рәсәй төбәктәренең закондар сығарыу органдары башлыҡтары араһында 6-сы урында.

12 мар, 16:07

АҠШта Рәсәй президентының һайлауҙары үтте

Ошо йәкшәмбе, 11 март, Америка ҡушма штаттарында ваҡытынан алда Рәсәй президентының һайлауҙары үтте. Америкала йөрөгән беҙҙең ил Граждандары Атланта, Майами, Чикаго һәм Миннеаполиста тауыштарын бирҙе.

12 мар, 14:36

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Алексей Анисимов менән осрашты

Унда республикала граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдим-проекттар, уларҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән үҙ-ара хеҙмәттәшлек юлдары тикшерелде.

09 мар, 23:59

Тап гүзәл заттар ғаилә институтын үҫтереүҙә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауҙа, мәңгелек ҡиммәттәрҙе тергеҙеүҙә ҙур өлөш индерә

Юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы тип әйтелмәгән, тине Рөстәм Хәмитов, республиканың билдәле ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙары, етәкселәре менән осрашыуҙа. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда ғаилә йылы иғлан ителгән мәлдә гүзәл заттар иңенә айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Һәр ведомство, предприятие, ойошма кимәлендә йәмғиәтте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе, социаль проблемаларҙы хәл итеү, киләсәкте хәстәрләү зарур һәм был эштә алдынғы ҡарашлы, әйҙәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ.

07 мар, 22:47

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Бөтә Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты рәйесе, Владимир Путиндың ышаныслы вәкиле Алексей Анисимов менән осрашыу үткәрҙе

Осрашыу барышында федераль ҡануниәтте һәм республика закондарын камиллаштырыу, Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек мәсьәләләре, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостанда тормошҡа ашырылыусы проекттары тикшерелде. Алексей Анисимов халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген, атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау, спорт, ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә индергән өлөшөн юғары баһаланы.

07 мар, 20:17

Баймаҡ районы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан автономияһының тыуған көнө уңайынан «Берҙәмлектә – көс» тигән форум үткәрҙе

Бер быуат элек тап ошо осорҙа Темәс ауылында үткән сәйәси ваҡиғаларға бер аҙ байҡау яһаған сара «Беҙ Рәсәй менән бергә» тигән девиз аҫтында ойошторолдо. Унда баш ҡала ҡунактары һәм республиканың 15 районы вәкилдәре ҡатнашты.

07 мар, 12:44

Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында ике закон проектын индерҙе

Был закон проекты Дәүләт Думаһы тарафынан яҡлау тапһа, улар 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк.

07 мар, 12:33

Башҡортостанда 2017 йыл йомғаҡтары буйынса хеҙмәт баҙарында ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә

5 мартта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашлығында оператив кәңәшмә уҙғарҙы.

06 мар, 17:19

18 март- Президент һайлауҙары көнөндә Өфөлә йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк

Һайлау барышын мөмкин тиклем асыҡ һәм оператив яҡтыртыу маҡсатында ойоштороласаҡ мәғлүмәт хеҙмәте «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында урынлаша.

05 мар, 20:48

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда урман янғындарын йыһандан күҙәтеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Был турала Республика башлығы Өфөлә, Волга буйы федераль округының урман ресурстарын файҙаланыу, һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Урман хужалығы буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Иван Валентик ҡатнашты.

04 мар, 23:59

Башҡортостанда урман янғындарын күҙәтеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Был турала бөгөн Республика башлығы Өфөлә, Волга буйы федераль округының урман ресурстарын файҙаланыу, һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Урман хужалығы буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Иван Валентик ҡатнашты.

02 мар, 23:47

18 мартта республикала өс меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк

Тауыш биреү урындары башлыса, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында урынлашасаҡ. Бөгөн уларҙың бер нисәүһе менән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко танышты. Әле һайлау участкалары тимер рамкалары һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыла.

02 мар, 21:59

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич эш сәфәре барышында республикала һайлауға әҙерлекте юғары баһаланы

Михаил Бабич әйтеүенсә, Башҡортостан һайлаусылар иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округының иң ҙур төбәктәренең береһе. Төбәктә тауыш биреүселәр иҫәбе 3 миллион тирәһе. Шуға күрә лә компанияның асыҡ, ғәҙел шарттарҙа үтеүен, хәүефһеҙлекте, уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы тәьмин итеү төп бурыс булып тора.

02 мар, 21:47