Сәйәсәт

Өфөлә «Һаҡсыл Хөкүмәт» проектында ҡатнашҡан Башҡортостандың министрлыҡ һәм ведомстволары вәкилдәре өсөн уҡыуҙар башланды

Федераль кимәлдәге был пилот проекты «Росатом» дәүләт корпорацияһы булышлығында әҙерләнгән. Ул башҡарма дәүләт власы органдарында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен формалаштырыуға һәм һөҙөмтәһеҙ ваҡытлыса сығымдарҙы юҡҡа сығарыу нигеҙендә етештереү процесын ябайлаштырыуға йүнәлтелгән.

20 фев, 21:49

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйылғы мөрәжәғәтнамәһе башҡа йылдарҙағыһынан үҙенең төҙөлөшө, ҡуйылған бурыстарҙың мөһимлеге һәм күләмлеге менән айырылып тора

Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова беҙҙең телеканалға биргән интервьюһында белдерҙе.

02 мар, 18:02

Әлеге минуттарҙа Өфөлә Волга буйы федераль округында урман ресурстарын файҙаланыуға арналған кәңәшмә бара

Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Урман хужалығы буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Иван Валентик ҡатнаша.

02 мар, 18:00

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәтенә ҡабул итеү талаптары йомшарҙы

Дәүләт хеҙмәтенә дәғүә итеүселәрҙең стаж талаптарын йомшартҡан ике закон 10 көндән үҙ көсөнә инәсәк.

02 мар, 16:45

Өс йыл эсендә балалар баҡсаларында 270 мең урын булдырылырға тейеш

Владимир Путин Федераль Йыйылыш алдына ошондай бурыс ҡуйҙы. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан 50 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Ил башлығы бөгөн 14-се тапҡыр мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Сығышында ул ил үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Владимир Путин әйтеүенсә, халыҡтың етеш йәшәүе , ғаиләләр именлеге үҫештең төп факторы .

01 мар, 23:59

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Мөрәжәғәтендә ул илдең төрлө проблемаларына иғтибар бүлде, киләһе ун йылға маҡсаттар билдәләне.

01 мар, 17:49

Башҡортостан йәштәрен ғәмәлдәге закондар йыйылмаһына үҙгәрештәр индерергә саҡыралаәр

30 йәшкә тиклемге йәштәр “Минең ҡануни инициативам” конкурсында ҡатнаша ала. Еңеүселәр “Депутатлыҡ резервы” алтын билдәһе һәм башҡа приздар менән бүләкләнә.

01 мар, 11:45

Башҡортостанда һайлауға әҙерлек финиш һыҙығына сыҡты

Әле республиканың ике типографияһында тауыш биреү бюллетендәрен баҫыу бара. Комплекслы эшкәртеү ҡоролмаларына иҫәпләнгәндәре Өфөнөң «Белая река» нәшриәтендә, һайлау йәшниктәре өсөн бланктар Благовар районында әҙерләнә. Барлығы 3 миллион 68 мең 66 бюллетень сығарыла, уларҙың 348 мең 900-е КОИБ-тар өсөн.

28 фев, 20:45

Өфөлә торлаҡ менән идара итеүҙә иң күп ҡағиҙә боҙоу осҡраҡтары Совет районына тура килә

Ошо хаҡта бөгөн Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында билдәләнде.

27 фев, 22:02

Рәсәй Президентын һайлау көнөндә Башҡортостанда 10 мең 300 күҙәтеүсе эшләйәсәк

Был турала бөгөн Республика Йәмәғәт палатаһының киңәйтелгән ултырышында әйтелде. Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикалағы 3 мең 435 һайлау участкаһының һәр береһендә кәмендә 3 йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләйәсәк. Уларҙан тыш, кандидатын күрһәткән һәр партия, һайлауға үҙаллы сыҡҡандарҙың да күҙәтеүселәре буласаҡ. 18 март - Һайлау көнөндә ситтә командировкала йәки дауахана-шифаханаларҙа булғандар әленән үк күп функциялы үҙәк аша башҡа ерҙә һайлаясағы тураһында ғариза бирә ала.

27 фев, 21:35

Заманса хоҡуҡи дәүләттә һайлау процесы

Баш ҡалала Рәсәй Президенты һайлауы үҙенсәлектәренә арналған фәнни-ғәмәли конференция эш башланы. Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһы ойоштороған сара йәштәрҙе конституцион бурыстарын үтәү, тауыш биреү мәлендәге хоҡуҡи яңылыҡтар меенән таныштыра.

27 фев, 20:15

Башҡортостан нефтехимияһы, ауыл һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары өлкәләрендә конкурентлыҡҡа һәләтлелек өҫтәләсәк

Яҡын киләсәктә республика предприятиелары халыҡ-ара алдынғы компанияларҙың уникаль тәжрибәләре менән файҙалана аласаҡ.

27 фев, 20:05

Торлаҡ һәм төҙөү артынан күҙәтеү Дәүләт комитетының коллегия ултырышы үтте

27 февраль Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Торлаҡ һәм төҙөү артынан күҙәтеү комитеты һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.

27 фев, 17:04

Башҡортостанда 200-гә яҡын юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторын ҡыҫҡартыу ҡарала

Был турала бөгөн республика буйынса эске эштәр министры Роман Деев Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа йыллыҡ эш һөҙөмтәләренә арналған телмәрендә белдерҙе. Ҡарар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген интеллектуаль контроль саралары ярҙамында тәьмин итеүгә бәйле тип билдәләне ведомство етәксеһе.

22 фев, 21:15

Рөстәм Хәмитов хөкүмәт ултырышын башҡорт телендә башланы

Бөгөн халыҡ-ара туған телдәр көнө. Беҙ үҙебеҙҙәң телебеҙҙе белергә, һаҡларға һәм үҫтерергә тейешбеҙ, тине республика башлығы.

21 фев, 23:47

Башҡортостанда һайлау бюллетендәрен етештереү башланды

Үҙәк һайлау комитеты ҡарары буйынса, Республикабыҙ өсөн һайлау бюллетендәре 3 млн 68 мең 66 данаһы менән сығартыласаҡ. Уларҙан 2 млн 532 мең 966-һы русса, 348 300 башҡортса, 186 800 татарса.

20 фев, 12:24

Республикала ил президентының һайлау алды кампанияһы әүҙемләшә

Кандидаттарҙың ышаныслы вәкилдәре халыҡ менән осрашыуҙарҙа агитация үткәрә. Һәр һайлау алды штабына һайлаусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә.

19 фев, 22:55

Бөгөндән агитация башлана

Бөгөндән Рәсәй президенты вазифаһына дәғүә итеүселәр агитация осорон башлай. Республика Үҙәк һайлау комиссияһында дәүләт мәғлүмәт сараларында бушлай эфир ваҡыты бүленде. Өгөт “Рәсәй-1”, “Рәсәй-24” каналдары, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Рәсәй радиоһы”, “Маяҡ”,...

19 фев, 12:28

Рөстәм Хәмитов Сочила уҙған форумға һығымта яһаны

“Сочи – 2018” инвестицион форумының файҙаһы тураһында Республика башлығы былай ти: “Был майҙансыҡта бер аҙ рәсми ҡараштарҙан айырылған фекереңде лә еткерергә мөмкин. Һис шикһеҙ, төбәктәр финанс, иҡтисад, федераль органдар менән аралашыу кеүек етди мәсьәләләр күтәрә һәм был һорауҙар яуапһыҙ ҡалмай”.

19 фев, 11:05