Сәйәсәт

Республикаға иҡтисади драйв, инвестиция ынтылышы кәрәк

Шулай тип белдерҙе Радий Хәбиров Башҡортостан парламентына Мөрәжәғәтнамәһендә.

10 дек, 13:00

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Ҡалтасы районында

“Победа” агрохолдингында 1 мең 200 баш малға иҫәпләнгән комплекс төҙөлә. Февралдә Европанан һыйырҙар ҡайтарылған. Йыл аҙағынаса тағы бер партия килтерелә. Хужалыҡта һауымды тәүлегенә 50 тоннаға еткерергә ниәтләйҙәр. Фермала 100 кешегә эш урыны булдырыла. Хужалыҡтың Яңауыл һәм Борай райондарында ла бүлексәләре бар.

04 дек, 12:11

Башҡортостанға эшлекле сәфәр менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова килде

Аэропортта уны Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Өфөлә министр һаулыҡ һаҡлау ойошмалары эшмәкәрлеге менән таныша, “Әсә һәм бала” клиник госпиталенә бара, шулай уҡ республика райондарына күсмә фельдшер-акушер пунктары һәм ашығыс медицина ярҙамы машиналарын тапшырыуҙа ҡатнаша.

29 ноя, 15:11

Башҡортостан һәм Татарстан республикалары араһында хеҙмәттәшлек киңәйә

Конфессия-ара татыулыҡ, Рәсәй тәжрибәһе, терроризмға ҡаршы көрәш һәм Ислам дәүләттәре менән бәйләнештәрҙе нығытыу. Баш ҡалабыҙҙа уҙған Рәсәй Ислам форумында ошо мәсьәләләр ҡарала. Йыйында ил төбәктәре һәм башҡа дәүләт вәкилдәре ҡатнаша. “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик күҙаллау төркөмө рәйесе, Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов.

29 ноя, 15:00

Йәштәр йәмәғәт палатаһының алтынсы саҡырылышы буйынса конкурс ойошторола

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай янындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының алтынсы саҡырылышы буйынса конкурс ойошторола.

29 ноя, 10:10

Республика һәр төрлө хеҙмәттәшлек төрөнә асыҡ

Радий Хәбиров бөгөн Бахрейн Батшалығы Юғары советының ислам эштәре президенты шейх Абдулрахман бин Мөхәммәт Әл-Хәлифә һәм Бахрейн Батшалығының Рәсәйҙәге илсеһе Әхмәт Абдулрахман Әл-Сәити менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Улар Башҡортостанға «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң 5-се ултырышына килде.

28 ноя, 15:25

Бишкәк ҡалаһында Башҡортостандың бизнес-делегацияһы эшләй

Унда республиканың алты предприятиеһы ҡатнаша.

28 ноя, 12:00

Салауат ҡалаһы советы ултырышы башҡорт телендә үтте

Һуңғы йылда Башҡортостан төбәктәрендәге йыйылыштарҙың дәүләт телдәрендә ойошторолоуы матур күренешкә әйләнә бара. Салауат ҡалаһы советының сираттағы ултырышы ла башҡорт телендә үтте.

27 ноя, 20:08

Республика райондарында кәңәшмәләр тик башҡорт телендә үткәрелә

Һуңғы арала райондарҙа рәсми кәңәшмәләрҙең башҡорт телендә уҙғарыла башлауы иғтибарығыҙҙы йәлеп иткәндер. Муниципаль берәмектәр бер-береһе менән ярышып , тырыша-тырыша туған телдә ултырыштар үткәрә. Хатта рустар күпләп йәшәгән райондар, ҡалалар ҙа ҡалышмай. Был тәү ҡарашҡа яһалма, уйын кеүек тойолалыр ҙа, әммә аҡылы булғандар был күренеште үтә лә әһәмиәтле булыуын аңлар. Сөнки был әле башланғыс ҡына.

23 ноя, 22:29

Башҡортостан муниципалитеттарында ултырыштар башҡорт телендә үтә

Тәтешлелә лә район советы ултырышы туған телдә алып барылды. Тәтешле башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәйнурова.

22 ноя, 18:05

Министрҙар хәҙер командировкаларға сығыу өсөн премьер-министрҙың беренсе урынбаҫарҙарынан рөхсәт алырға тейеш

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указы менән министрҙар хәҙер командировкаларға сығыу өсөн премьер-министрҙың беренсе урынбаҫарҙары Андрей Назаров менән Илшат Тажетдиновтан рөхсәт алырға тейеш. Быға тиклем командировка профилле вице-премьерҙар менән килешелә ине.

22 ноя, 12:09

Федоровкала башҡорт телендә район советы ултырышы үтте

Район өсөн был беренсе тәжрибә, унда күтәрелгән мәсьәләләр тураһында Батыр ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Резеда Усманова-Багаева һөйләй.

22 ноя, 11:00

Федоровкала башҡорт телендә район советы ултырышы башланып тора

Район өсөн был беренсе тәжрибә, унда күтәрелгән мәсьәләләр тураһында Батыр ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Резеда Усманова-Багаева һөйләй.

22 ноя, 10:00

Белорет районы хакимиәтендә беренсе тапҡыр башҡорт телендә кәңәшмә үтте

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләренә арналған кәңәшмәгә йыйылған 150-нән ашыу хеҙмәткәрҙе саф башҡорт телендә тәбрикләп, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның шиғыр юлдарын уҡып ишеттерҙе.

21 ноя, 23:27

Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Ишембай районында булды

Республика Башлығы тыуған ауылы – Һайранға барҙы. Бында бер йылда ыңғай үҙгәрештәр булған. Ауылға асфальт һалынған, һыу торбалары үткәрелә, урамдар яҡтыртыла. Был эштәрҙе башҡарырға “Башнефть” ярҙам итә.

21 ноя, 19:00

Радий Хәбиров Петровский балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен хоккейға саҡырҙы

Бөгөн Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Ишембай районында. Радий Хәбиров бинаны ҡарап сыҡты һәм балалар менән аралашты. Былтыр Ишембайға сәфәре барышында Республика етәксеһе балалар йортонда ремонт үткәрергә вәғәҙәләгәйне.

21 ноя, 18:00

Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембайҙа

Ишембай районы Иҫке Ишембай ауылында урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы мәҙәниәт йорто капиталь ремонтлана. Бөгөн унда Республика Башлығы Радий Хәбиров булды.

21 ноя, 15:00

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рәил Ибраһимов үҙ теләге менән вазифаһынан бушатылды

Район Советы ултырышында етәксенең отставкаһы ҡабул ителде.

21 ноя, 13:00

Австрия эшҡауарҙары Башҡортостанға яуап сәфәре менән килергә әҙер

Беҙҙең республика делегацияһының Венаға рәсми сәфәре барышында беренсе вице-премьер Андрей Назаров Австрияның Иҡтисад палатаһы генераль секретары Карлхайнц Копф менән осрашты.

21 ноя, 10:00

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов үҙ теләге менән отставкаға китеүе тураһында ғариза яҙған

Бындай ҡарарға ул юғары хаҡ менән сифатһыҙ материалдарҙан эшләнгән автобус туҡталҡаларына ҡағылышлы ғауғанан һуң килгән.

20 ноя, 23:31