Сәйәсәт

Күмертау ҡалаһының элекке башлығы Борис Беляев Республика хөкүмәтендә эшләйәсәк

Ул Вице-премьер-торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

27 май, 11:18

Башҡортостанда көҙөн үтәсәк һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡ кандидаттар өсөн алдан тауыш биреү ойошторолдо

.Халыҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһынан лайыҡларҙы һайланы. Улар фирҡә исеменән урындағы үҙидара органдарына, район, ҡала советтарына, ике һайлау округы буйынса республика парламентына һайлауҙа ҡатнаша ала.

27 май, 10:09

Башҡортостанда ауыл старосталары вазифаһы рәсмиләштерелә

Халыҡҡа иң яҡын власть. Ләкин һаман да закондан тыш. Старосталар, шул уҡ дәүләт оргадарының ҡулы етмәгән ерҙә, иң һөҙөмтәле эшләгән власть, әммә һаманға тиклем рәсмиләштерелмәгән. Ә бит старосталар институты илдә хәҙер - үткән быуат аҙғанынан тергеҙелә. Хәйер, старосталарҙың үҙҙәренә кәрәкмәй ҙә инде ул рәсми теркәлеү. Ниндәйҙер вазифа өсөн түгел, шул вазифа биләүселәрҙең битараф булыуына түҙә алмай дилбегәне үҙ ҡулына алғандарҙыр бит инде. Шулай ҙа ниндәйҙер дәртләндереү саралары булһа, эштәр тағы ла ең һыҙғанып башҡарылыр ине. Ошо арала был мәсьәлә ҡуйыртыла башланы ла, ләкин...

25 май, 23:18

Чебоксарҙа үткән «Волга-Янцзы» форматында хеҙмәттәшлек буйынса Советта Башҡортостан ике килешеү төҙөгән

Ултырыш Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы Дәүләт Советы ағзаһы Ван Юн рәйеслегендә үткән. Ҡытай партнерҙарына ауыл хужалығы һәм төҙөлөш өлкәһендә 9 яңы инвестиция проекты тәҡдим ителгән.

24 май, 21:23

Баймаҡ районында рәсми ултырыштар башҡорт телендә уҙғарыла башланы

Өлгөлө тәжрибә йоғошло. Баймаҡ районында ла рәсми ултырыштар саф башҡорт телендә уҙғарыла башланы. Ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм мәктәп директорҙары кәңәшмәһе балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләләренә арналды.

23 май, 23:45

Финляндия менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлеге киңәйә

Ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлектәре бөгөн Радий Хәбировтың фин делегацияһы менән осрашыуында ла ҡаралды. Эшҡыуарҙар, предприятие-ойошмалар етәкселәренән торған делегацияны Финляндияның Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе Микко Хаутала етәкләй.

21 май, 23:40

Башҡортостанда бәлиғ булмағандарға никотинһыҙ тартыу изделиеларын һатыу тыйыласаҡ

Бөгөн Ҡоролтай депутаттары президиум ултырышында ошо хаҡта закон проектын ҡараны. Әле бындай ҡоролмаларҙы иркен һатып алырға мөмкин. Улар тәмәке никотины кеүек үк сәләмәтлеккә зыянлы, һәм уны ҡулланыусылар йәштән үк тартырға өйрәнә.

21 май, 22:56

Башҡортостандың 50 предприятиеһы хеҙмәт етештереүен арттырыу милли проектына инәсәк

Уға ярашлы компаниялар етештереү процесын тиҙләтеп эш шарттарын яҡшыртырға, технологияларҙы камиллаштырырға тейеш. Үҙ сиратында дәүләттән ташламалы кредиттар һәм башҡа уңайлыҡтар аласаҡ. Милли проектҡа ингән предприятиеларҙың береһе баш ҡалала урынлашҡан "НефтеГазИнжиниринг" йәмғиәте. Ойшманың үҫеш мөмкинлектәре менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды.

20 май, 23:41

"Берҙәм Рәсәй" партияһынан алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың дебаттары дауам итә

Осрашыу барышында фирҡәнән Башҡортостан башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәр сәйәси программалары менән таныштыра.

18 май, 10:05

Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Был турала Радий Хәбиров "Берҙәм Рәсәй" партияһынан Республика башлығына кандидаттарҙың фирҡәнең төбәк һәм беренсел бүлексәләре секретарҙары менән осрашыуында белдерҙе. Мәҙәниәт өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһе хаҡында һорауҙы "Кесе Ватан мәҙәниәте" проектының йәмәғәт советы рәйесе Александр Кузьменко бирҙе.

17 май, 23:51

Башҡортостандың Новгород өлкәһе менән хеҙмәттәшлеге нығый

Бөгөн Башҡортостан менән Новгород Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техни, социаль, мәҙәни хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Новгород делегацияһы менән осрашыуҙа шулай уҡ ойошма, предприятиелар ҙа үҙ-ара хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы.

16 май, 23:00

Республика башлығын һайлау 8 сентябрҙә була

Федераль ҡануниәткә ярашлы, һайлау сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә үтә. Башҡортостан парламенты ла һайлау көнөн закон менән нығытып ҡуя. Профилле комитетта документ әҙерләнгән, ул 30 майҙа пленар ултырышта хупланырға тейеш.

16 май, 16:17

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Новгород өлкәһе губернаторы Андрей Никитин менән осрашты

Республикабыҙ һәм Новгород өлкәһе араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

16 май, 15:02

Башҡортостан бюджетының үтәлеше тураһындағы закон проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа "2018 йылға Башҡортостан бюджетының үтәлеше тураһында"ғы закон проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Ултырышты республика парламентының бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе Рида Собхаҡолова алып барҙы.

15 май, 22:58

Өҫтөнлөклө һәм маҡсатлы йүнәлештәр иғлан ителде

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, киләһе алты йылға илдең үҫеше буйынса 9 өҫтөнлөклө йүнәлеш билдәләнде. Милли проекттар араһында халыҡ һанын күбәйтеү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу, пенсия һәм эш хаҡы үҫешен тәьмин итеү, фәҡирлекте кәметеү, йыл һайын 5 миллиондан ашыу ғаиләнең йәшәү шарттарын яҡшыртыу күрһәтелгән.

15 май, 18:00

Тәбиғәт шарттары уңай булһа, илештәр бер аҙнанан яҙғы сәсеү эштәрен тамамлай

Ошо турала “Хакимиәт башлыҡтары сәғәте”ндә һүҙ барҙы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа райондың социаль-иҡтисади хәле тикшерелде.

15 май, 11:06

Республика парламенты май ултырышына әҙерләнә

Бөгөн урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары , һаулыҡ һаҡлау,социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеттар ултырыш үткәрә.

15 май, 07:17

Радий Хәбиров Илеш районы һәм Салауат ҡалаһы башлыҡтары менән осрашты

Унда муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади торошо, биләмәләрҙе үҫтереү мәсьәләләре, инвестиция проекттары һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин әйтеүенсә, аграрийҙар яҙғы сәсеү эштәрен теүәлләп килә. Шуға хужалыҡтарға етештергән игенде һатыу, шул иҫәптән сит илгә сығарыуҙа, ярҙам итергә кәрәк.

14 май, 16:08

Башҡортостанда һайлау участкаларының эше ике сәғәткә оҙайтылды

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тарафынан ҡабул ителгән документҡа ҡул ҡуйҙы. Әле ғәмәлдә булған ҡануниәт буйынса, төбәктә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә асыла һәм киске 8-гә тиклем эшләй. Яңы законға ярашлы, участкалар иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем эшләргә тейеш.

10 май, 22:45

Башҡортостанда Йәштәр хөкүмәте һайлана

10 июндән йәштәрҙән ғариза ҡабул ителә башлай. Йәштәр хөкүмәтенең рәйесе, урынбаҫары була, ағзалары ике йылға билдәләнә. Конкурсты Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора. Ул ике этапта үтә.

06 май, 15:08