Сәйәсәт

Йәмәғәт транспортында хәрәкәт иткән мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы үҙгәрештәр көтә

Өфөлә юл хужалығы комитеты вәкилдәре ярҙамға мохтаж пассажирҙар менән осрашып мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы. Насар күргән пассажирҙар автобусҡа йөрөргә ярҙам иткән эттәр менән инергә хаҡлы, әммә күптән түгел Өфөлә күңелһеҙ осраҡ теркәлә.

11 сен, 21:49

Радий Хәбировтың уңыш сере - халыҡҡа яҡын булыуында

Уның республика башлығын һайлауҙа ышаныслы еңеп сығыуын баһалап философия фәндәре кандидаты Гүзәлиә Әсәҙуллина ошондай фекер әйтте.

11 сен, 13:00

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ил төбәктәре башлыҡтары араһында медиарейтингта алдынғы урында

"Медиалогия" компанияһы аналитиктары август айында тикшеренеү һөҙөмтәләрен иғлан итте. Рейтинг төбәк башлыҡтарының киң мәғлүмәт сараларында телгә алыныу йышлығы буйынса төҙөлгән.

11 сен, 11:00

Һайлау ғәҙел һәм лайыҡлы үтте

Быйыл республикала 818 һайлау кампанияһы ойошторолдо. Башҡортостан халҡы мөһим сарала әүҙем ҡатнашты. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе һайлауҙарҙа ышаныслы еңеү яуланы. Сәйәси кампанияға ыңғай баһа биреп, парламент рәйесе Константин Толкачев һайлауҙың асыҡ һәм ғәҙел булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Төбәк башлыҡтарын һайлауҙа иң юғары конкуренция беҙҙең республикала булды”, - тине ул.

10 сен, 19:31

Берҙәм тауыш биреү көнөнә рәсми йомғаҡ яһалды

Бөгөн Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышы үтте. Унда Берҙәм тауыш биреү көнөнә рәсми йомғаҡ яһалды. Протоколға ярашлы, Республика башлығына һайлауҙа Радий Хәбиров еңде. Ул 82,02 процент тауыш йыйҙы. Икенсе урында КПРФ-тан кандидат Юнир Ҡотлоғужин – 6,89, өсөнсөлә ЛДПР-ҙан Иван Сухарев 4,53 процент алған.

10 сен, 19:28

Радий Хәбиров һайлауҙа лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте

Был турала Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова белдерҙе. “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидат, ғәмәлдәге Республика етәксеһе Радий Хәбиров конкуренттарҙан ҡурмайынса һайлауҙы еңеп сыҡты. Бындай күрһәткес күптәргә үрнәк булырҙай”, - тине Элла Памфилова.

10 сен, 18:00

8 сентябрҙә Башҡортостан Республика Башлығын һайланы

Радий Хәбировтың һайлауҙа ышаныслы еңеүе уның халыҡты борсоған проблемаларҙы күрә һәм хәл итә белеүе менән бәйле, ти эксперттар. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ниязбай Сәлимов.

10 сен, 16:00

Экспреттар Башҡортостанда һайлау кампанияһы тыныс булды тип баһалай

Учаскаларға килеүселәр һаны ла юғары. Сәйәсәт белгесе Николай Евдокимов фекере.

10 сен, 11:00

Йәкшәмбе уҙған сәйәси кампанияла төбәктә йәшәүселәрҙең 72 процентҡа яҡыны ҡатнашты

Улар республика етәксеһен һайлауҙан тыш, ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм урындағы советтарға депутаттар өсөн тауыш бирҙе. Һайлауҙа бигерәк тә Тәтешле, Федоровка, Салауат, Баҡалы, Ҡариҙел райондарында йәшәүселәр әүҙемлек күрһәткән. Урында һайлау хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 90 проценттан ашыуы ҡатнашҡан. Ҡалалар араһында Сибай менән Күмертауҙы билдәләргә мөмкин.

09 сен, 20:56

Башҡортостан Башлығы вазифаһына ойошторолған һайлау һөҙөмтәләре буйынса Радий Хәбиров беренсе килә

"Берҙәм Рәсәй" партияһы ағзаһы өсөн республикала һайлау хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 82,02 проценты тауыш биргән, был бер миллион ете йөҙ туҡһан меңдән ашыу кеше тигән һүҙ. Икенсе баҫҡыста "Коммунистарҙан" Юнир Ҡотлоғужин, ул 6,89 процент йыйған, "Либерал-демократтар"ҙан Иван Сухарев өсөн иһә һайлаусыларҙың 4,53 проценты ышаныс белдергән.

09 сен, 20:50

Башҡортостандың яҡты киләсәге өсөн бергә эшләргә кәрәк

Республика башлығын һайлау йомғаҡтары алдағы йылдарға йылдам һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә ишара. Был турала иҡтисад фәндәре докторы, хужалыҡ етәксеһе Зифҡәт Сәйетғәлиев белдерҙе. “Халыҡ тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашып ыңғай үҙгәрештәргә әҙер булыуын күрһәтте”, - тигән фекерҙә ул.

09 сен, 19:09

Республика башлығын һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте

Башҡортостан Халыҡтары дуҫлығы йорто директоры, социолог Илгиз Солтанморатов ошо турала белдерҙе. Күҙәтеүселәр етди тәртип боҙоу осраҡтарын асыҡламаны. Электораттың әүҙемлеге лә юғары булды. “Халыҡ республика етәксеһе алып барған сәйәсәткә ышаныс белдерҙе, Башҡортостан тарихында ыңғай үҙгәрештәрҙә ҙур өмөттәр бағлай”, - тине Илгиз Солтанморатов.

09 сен, 18:09

Рәсәйҙә берҙәм тауыш биреү көнөндә иң күп һайлауға килеүселәр Башҡортостанда

Һайлаусыларҙың 72 процентҡа яҡыны учаскаларға килде. 2 миллиондан ашыу кеше гражданлыҡ бурысын үтәне. Республика башлығын һайлау кампанияһы тыныс шарттарҙа үтте, етешһеҙлектәр теркәлмәне, ти “Граждандар контроле” һайлаусылар хоҡуҡтарын яҡлау ассоциацияһының төбәк бүлексәһе рәйесе Валех Аббасов.

09 сен, 16:07

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға өҫтәлмә һайлауҙарҙа ике мандатҡа 8 кандидат дәғүәләште

Һөҙөмтәләр буйынса, бер мандатлы Ҡояшлы округы буйынса Фәрит Ғиндуллин , ә бер мандатлы Комсомол округы буйынса Рөстәм Әхмәҙинуров еңде. Уларҙың икеһе лә “Берҙәм Рәсәй” партияһынан.

09 сен, 13:05

Республика Үҙәк һайлау комиссияһында бөгөн 8-се сентябрҙәге тауыш биреүҙәргә йомғаҡ яһалды

Комиссия рәйесе Илона Макаренко белдереүенсә, барлыҡ бюллетендар ҙа тикшерелгән. Республика башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттар араһынан 50 проценттан күберәк тауыш йыйғаны еңеүсе тип иғлан ителә. Тауыштар нисбәте ошолай, тине Илона Макаренко.

09 сен, 13:02

Башҡортостан хөкүмәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Андрей Назаров тәғәйенләнде

.Был турала бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Андрей Назаровҡа 49 йәш. Ул Баймаҡ ҡалаһында тыуған.

09 сен, 11:09

Республикала Берҙәм тауыш биреү көнө тыныс шарттарҙа үтте

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Берҙәм тауыш биреү көнө тыныс шарттарҙа һәм ойошҡан рәүештә үтте, тип белдерҙе. Башҡортостан башлығын һайлауҙа халыҡтың күпселеге тап уның өсөн тауыш бирҙе. Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ҙур яуаплылыҡ алыуын, халыҡ ышанысты аҡларға әҙер булыуын белдерҙе.

09 сен, 11:00

Башҡортостан хөкүмәтендә ҙур үҙгәрештәр булмай, төп өлөшө һаҡлана

Был турала Республика башлығы вазифаһына кандидаттар араһынан иң күп тауышты алған Радий Хәбиров белдерҙе.

09 сен, 10:00

Дмитрий Медведев Радий Хәбировҡа Башҡортостан үҫешендә ҙур уңыштар теләне

Берҙәм тауыш биреү көнөнөң тәүге һөҙөмтәләре буйынса "Берҙәм Рәсәй" партияһы алдынғылыҡты һаҡлап ҡала. Был турала фирҡә рәйесе, премьер-министр Дмитрий Медведев белдерҙе.

09 сен, 09:00

Башҡортостанда һайлау бюлетендәренең 90 проценттан күберәге эшкәртелгән

Республика башлығы вазифаһына кандидаттар араһында Радий Хәбиров иң күп тауышты алған. Һайлаусыларҙың 81,97 проценты уның өсөн тауышын биргән.

09 сен, 08:00