Сәйәсәт

Бөрйән районы советы депутаттары ултырышы башҡорт телендә барҙы

Нисек үтте үҙебеҙсә алып барылған рәсми кәңәшмә? Аралашыу бер, ә документтар менән эш иткәндә ҡатмарлыҡтар килеп тыумаҫмы? Ни тиклем камил башҡорт теле ситтән ингән терминдар менән тулы рәсми телмәрҙә? Беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

27 апр, 23:44

Финляндия менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлеге киңәйә

Ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлектәре бөгөн Радий Хәбировтың фин делегацияһы менән осрашыуында ла ҡаралды. Эшҡыуарҙар, предприятие-ойошмалар етәкселәренән торған делегацияны Финляндияның Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе Микко Хаутала етәкләй.

21 май, 23:40

Башҡортостанда бәлиғ булмағандарға никотинһыҙ тартыу изделиеларын һатыу тыйыласаҡ

Бөгөн Ҡоролтай депутаттары президиум ултырышында ошо хаҡта закон проектын ҡараны. Әле бындай ҡоролмаларҙы иркен һатып алырға мөмкин. Улар тәмәке никотины кеүек үк сәләмәтлеккә зыянлы, һәм уны ҡулланыусылар йәштән үк тартырға өйрәнә.

21 май, 22:56

Башҡортостандың 50 предприятиеһы хеҙмәт етештереүен арттырыу милли проектына инәсәк

Уға ярашлы компаниялар етештереү процесын тиҙләтеп эш шарттарын яҡшыртырға, технологияларҙы камиллаштырырға тейеш. Үҙ сиратында дәүләттән ташламалы кредиттар һәм башҡа уңайлыҡтар аласаҡ. Милли проектҡа ингән предприятиеларҙың береһе баш ҡалала урынлашҡан "НефтеГазИнжиниринг" йәмғиәте. Ойшманың үҫеш мөмкинлектәре менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды.

20 май, 23:41

"Берҙәм Рәсәй" партияһынан алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың дебаттары дауам итә

Осрашыу барышында фирҡәнән Башҡортостан башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәр сәйәси программалары менән таныштыра.

18 май, 10:05

Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Был турала Радий Хәбиров "Берҙәм Рәсәй" партияһынан Республика башлығына кандидаттарҙың фирҡәнең төбәк һәм беренсел бүлексәләре секретарҙары менән осрашыуында белдерҙе. Мәҙәниәт өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһе хаҡында һорауҙы "Кесе Ватан мәҙәниәте" проектының йәмәғәт советы рәйесе Александр Кузьменко бирҙе.

17 май, 23:51

Башҡортостандың Новгород өлкәһе менән хеҙмәттәшлеге нығый

Бөгөн Башҡортостан менән Новгород Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техни, социаль, мәҙәни хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Новгород делегацияһы менән осрашыуҙа шулай уҡ ойошма, предприятиелар ҙа үҙ-ара хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы.

16 май, 23:00

Республика башлығын һайлау 8 сентябрҙә була

Федераль ҡануниәткә ярашлы, һайлау сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә үтә. Башҡортостан парламенты ла һайлау көнөн закон менән нығытып ҡуя. Профилле комитетта документ әҙерләнгән, ул 30 майҙа пленар ултырышта хупланырға тейеш.

16 май, 16:17

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Новгород өлкәһе губернаторы Андрей Никитин менән осрашты

Республикабыҙ һәм Новгород өлкәһе араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

16 май, 15:02

Башҡортостан бюджетының үтәлеше тураһындағы закон проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа "2018 йылға Башҡортостан бюджетының үтәлеше тураһында"ғы закон проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Ултырышты республика парламентының бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе Рида Собхаҡолова алып барҙы.

15 май, 22:58

Өҫтөнлөклө һәм маҡсатлы йүнәлештәр иғлан ителде

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, киләһе алты йылға илдең үҫеше буйынса 9 өҫтөнлөклө йүнәлеш билдәләнде. Милли проекттар араһында халыҡ һанын күбәйтеү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу, пенсия һәм эш хаҡы үҫешен тәьмин итеү, фәҡирлекте кәметеү, йыл һайын 5 миллиондан ашыу ғаиләнең йәшәү шарттарын яҡшыртыу күрһәтелгән.

15 май, 18:00

Тәбиғәт шарттары уңай булһа, илештәр бер аҙнанан яҙғы сәсеү эштәрен тамамлай

Ошо турала “Хакимиәт башлыҡтары сәғәте”ндә һүҙ барҙы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа райондың социаль-иҡтисади хәле тикшерелде.

15 май, 11:06

Республика парламенты май ултырышына әҙерләнә

Бөгөн урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары , һаулыҡ һаҡлау,социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеттар ултырыш үткәрә.

15 май, 07:17

Радий Хәбиров Илеш районы һәм Салауат ҡалаһы башлыҡтары менән осрашты

Унда муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади торошо, биләмәләрҙе үҫтереү мәсьәләләре, инвестиция проекттары һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин әйтеүенсә, аграрийҙар яҙғы сәсеү эштәрен теүәлләп килә. Шуға хужалыҡтарға етештергән игенде һатыу, шул иҫәптән сит илгә сығарыуҙа, ярҙам итергә кәрәк.

14 май, 16:08

Башҡортостанда һайлау участкаларының эше ике сәғәткә оҙайтылды

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тарафынан ҡабул ителгән документҡа ҡул ҡуйҙы. Әле ғәмәлдә булған ҡануниәт буйынса, төбәктә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә асыла һәм киске 8-гә тиклем эшләй. Яңы законға ярашлы, участкалар иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем эшләргә тейеш.

10 май, 22:45

Башҡортостанда Йәштәр хөкүмәте һайлана

10 июндән йәштәрҙән ғариза ҡабул ителә башлай. Йәштәр хөкүмәтенең рәйесе, урынбаҫары була, ағзалары ике йылға билдәләнә. Конкурсты Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора. Ул ике этапта үтә.

06 май, 15:08

Учалы ҡалаһында бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһынан Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттарҙың праймеризы булды

Унда 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Республика етәксеһе Радий Хәбиров, Дума депутаты Зариф Байғусҡаров, Күмертау хакимиәте башлығы Бория Беляев, "Рәсәй терәге" ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева республика үҫеше буйынса программалары менән таныштырҙы, тәҡдимдәрен әйтте.

27 апр, 12:03

Бөгөн Рәсәй парламентаризмы көнө

1906 йылдың был көнөндә Петербургта Рәсәй империяһы Дәүләт Думаһының тәүге ултырышы үтә. Ошо ваҡыттан илдә парламентаризмға нигеҙ һалына. Октябрь революцияһына тиклем закондар сығарыу палатаһы 4 тапҡыр саҡырыла.

27 апр, 10:02

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко республика закондарына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко фекеренсә, республикала раҫланған закон төбәк ҡануниәтен федераль кимәлдә ҡабул ителгән закондарға интеграциялауға йүнәлтелгән. Бынан тыш, бөгөн раҫланған төҙәтмәләр барлыҡ кандидаттарға ла һайлау компанияһын тигеҙ шарттарҙа алып барыу, ә һайлаусыларға хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу өсөн участкаларға барып тауыш биреү мөмкинлеген киңәйтә. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы фекеренсә, Башҡортостан закон сығарыусылары һайлауҙарҙа конкурентлыҡ һәм кандидаттарға үҙ позицияларын еткереү мөмкинлектәрен тәьмин итте, ә һайлаусыларға гражданлыҡ бурысын үтәү форсатын арттырҙы.

26 апр, 22:02

Һайлау участкалары оҙағыраҡ эшләйәсәк

Башҡортостан Башлығын һайлау көнөндә һайлау участкалары иртәнге сәғәт етенән киске туғыҙға тиклем асыҡ була. Бөгөн республика парламентында уҙған пленар ултырышта депутаттар һайлау тураһындағы Кодексҡа үҙгәрештәр индерҙе.

26 апр, 15:24