Сәйәсәт

Өфөлә 3-сө балалар табыу йортоноң яңы корпусы төҙөлә

Был турала "Инвестиция сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән бина заман талаптарына яуап бирмәй. Баш ҡала хакимите етәксеһе Өлфәт Мостафин.

26 апр, 11:10

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков үҙ теләге менән вазифаһын бушатты

Республика етәксеһе инвестиция сәғәтендә уға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп, "Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы" тигән юғары исем тапшырҙы. Сергей Новиковтың урынын кем биләйәсәге әлегә билдәле түгел, экс министр үҙе һәр ваҡыт Башҡортостанға хеҙмәт итергә әҙер булыуын белдерҙе.

25 апр, 23:52

ШОС һәм БРИКС илдәренең 5-се бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы 2019 йылдың көҙөндә Өфөлә үтәсәк

Форумдың аныҡ ваҡытын республика үҙе билдәләргә тейеш. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы башҡарма секретары Сергей Канавский буласаҡ сараның үҙенсәлектәре тураһында фекер алышты. Форумдың төп маҡсаты - ШОС һәм БРИКС илдәре компаниялары араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен яйға һалып эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу.

24 апр, 23:40

Радий Хәбиров төрөк эшҡыуарҙары менән осрашты

Сит ил делегацияһын Төркиә Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар ассосиацияһы президенты Кемал Челик етәкләй. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан 100-ҙән ашыу дәүләт менән хеҙмәттәшлек итә. Сауҙа партнерҙары араһында уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Төркиә тәүге унау исемлегенә ингән.

22 апр, 18:17

Башҡортостан район һәм ҡалалар башлыҡтары Ғафури районында йыйылды

"Красноусол" шифаханаһында стратегик сессия-семинар үтә. Уның эшендә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнаша. "Муниципалитет башлығы - үтә ауыр хеҙмәт. Беҙҙең бурыс - һеҙгә ярҙам итеү. Һеҙ алғы планда, халыҡ менән туранан-тура эшләйһегеҙ ил президенты беҙҙең алда ҡуйған бурыстарҙы хәл итәһегеҙ. Беҙ һәр ваҡыт һеҙгә таянабыҙ", тине Радий Хәбиров.

20 апр, 12:03

Өфөлә Югра башҡорттарының үҫеш мөмкинлектәре түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде

Ханты-Манси автономиялы округында 36 меңдән ашыу милләттәшебеҙ төпләнгән. Ваҡытлыса эшкә килеүселәр һәм рәсми теркәү үтмәүселәрҙе иҫәпләгәндә улар тағы ла күберәк. Себер башҡорттары рухи-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында йәмәғәт ойошмаларына ла берләшкән.

19 апр, 22:26

Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районы Башҡортостандың Ишембай районы менән бәйләнештәрҙе нығыта

Хеҙмәттәшлек килешеүенә бөгөн Башҡортостанда асылған Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары мәҙәниәте көндәрендә ҡул ҡуйылды. Сараны рәсми асыу тантанаһы Башҡортостандың милли музейында үтте. Сорғот районы менән Ишембайҙы күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй.

18 апр, 23:06

Депутаттар республикала бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырыу мәсьәләһен тикшерҙе

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың парламент ултырышында депутаттар ошо һорауҙы ҡараны. Социаль яҡтан яҡлауға мохтаждар юридик ярҙамды бушлай алыу хоҡуғына эйә. Рәсәй һәм төбәк кимәлендә закон биш йыл дауамында эшләп килһә лә, был мөмкинлек менән 2 мең тирәһе генә кеше файҙаланған.

18 апр, 23:03

Башҡортостан Татарстан менән төрлө тармаҡ буйынса хеҙмәттәшлек итеү яғында

Был турала бөгөн Радий Хәбиров "Башҡортостан-Татарстан" эшлекле форумында белдерҙе. Ике республика башлығы сара барышында "Торатау" Конгресс- холы алдында ойошторолған машина эшләүселәр предприятиелары продукцияһы менән танышты. Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлеханов нефть-газ-химия, машиналар эшләү, энергетика, төҙөлөш тармаҡтарында, агросәнәғәт комплексында, софиаль сферала, мәғариф һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән мөмкинлектәрҙең ҙур булыуын билдәләне.

18 апр, 16:14

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа “Бушлай юридик ярҙам” законы буйынса парламент тыңлауҙары уҙа

Ултырышта юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты, республика буйынса Юстиция министрлығы, Өфө хакимиәте, Адвокат һәм Нотариаль палата вәкилдәре, юристар, башҡа эксперттар ҡатнаша.

18 апр, 09:02

Ҡыйғы районында «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенән праймеризда ҡатнашыусылар партияның беренсел һәм урындағы бүлексә ағзалары менән тәүге осрашыу уҙғарҙы

Партия эсендә алдан тауыш биреүгә кандидаттар сәйәси советтың президиум ултырышында билдәләнгәйне. Исемлектә төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев, "Рәсәй терәге" төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева.

15 апр, 22:58

Республикала яңы етәкселәр

Башҡортостан хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары вазифаһына Александр Шельдяев тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Аппараттың иҡтисади үҫеш департаменты етәксеһе булды, инвестиция сәйәсәте буйынса мәсьәләләр өсөн яуап бирҙе.

15 апр, 15:05

Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар халыҡ менән осрашты

Бөгөн Ҡыйғы районы үҙәге - Үрге Ҡыйғыла "Берҙәм Рәсәй" партияһынан алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар дебаттар үткәрҙе. Сәйәси фирҡә исеменән Республика Башлығы вазифаһына дүрт кандадит күрһәтелде.

13 апр, 15:20

Мәскәүҙә лә тауыш биреп була

Республика Башлығын һайлау көнөндә ил баш ҡалаһында булған кешеләр ҙә гражданлыҡ хоҡуғын үтәй ала. Был турала Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко белдерҙе.

12 апр, 16:34

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко төрлө партиялар вәкилдәре менән осрашты

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында уҙған осрашыуҙа һүҙ һайлауҙар системаһында заман технологияларын ҡулланыу, быйыл көҙ үтәсәк республика башлығы өсөн тауыш биреүгә әҙерлек хаҡында барҙы. Евгений Шевченко фекеренсә, Башҡортостан алдынғы технологияларҙы индереү, ҡулланыу йәһәтенән өлгө булып тора.

11 апр, 23:06

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының рәйесе тип Илона Макаренко һайланды

Бөгөн был вазифаға йәшерен тауыш биреү юлы менән юридик фәндәр докторы, республиканың атҡаҙанған юрисы Илона Макаренко һайланды. Сарала Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко ҡатнашты.

11 апр, 23:05

Республика Башлығы вазифаһына кандидаттар раҫланды

"Берҙәм Рәсәй" партияһы сәйәси советы президиумы ултырышында фирҡә исеменән кандидаттар күрһәтелде. Улар: Республика етәксеһе Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Күмертау ҡалаһы мэры Борис Беляев, "Рәсәй терәге" төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева. Барлыҡ кандидаттар ҙа алдан тауыш биреүҙә ҡатнаша.

11 апр, 15:25

Башҡортостан Хөкүмәте менән «Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы» араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Документ республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һәм физкультура-спорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ирина Роднина ҡултамғалары менән нығытылды. Өс тапҡыр олимпия уйындары чемпионы билдәләүенсә, Башҡортостан мәктәптәрҙәге спорт клубтары тергеҙелгән тәүге субъект һанала.

09 апр, 23:18

Мәҙәниәт һәм спорт иғтибарҙан ситтә ҡалмай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Хөкүмәт эшмәкәрлеге буйынса отчет менән сығыш яһағанда спорт һәм мәҙәниәткә лә туҡталды. 100 йыллыҡ юбилей айҡанлы 5 яңы мәҙәниәт йорто төҙөлдө, 15-е - тәртипкә килтерелде. "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы, киләһе биш йылда 26 мәҙәни-ял итеү үҙәге төҙөләсәк. Спорт өлкәһендә лә яңы объекттар барлыҡҡа килә, тине Радий Хәбиров.

09 апр, 19:01

Һаулыҡ һаҡлау һәм мәғарифта мәсьәләләр хәл ителә

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Хөкүмәт эшмәкәрлегенә бәйле отчет менән сығыш яһап, социаль өлкәгә айырым туҡталды. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә. Республикала табиптар һаны артыуы күҙәтелә.

09 апр, 18:03