Сәйәсәт

ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бизнес делегациялары Өфөгә килде

Бизнес форумы бөгөн эш башланы. Унда 30-ға яҡын илдән 3 мең делегат ҡатнаша.

26 сен, 12:00

Башҡортостан Евразиаданы ҡабул итеүе мөмкин

Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың "Евразия халыҡтары ассамблеяһы" делегацияһы менән осрашыуында белдерелде.

26 сен, 11:10

Өфөлә 2022 йылда милли спорт төрҙәре буйынса Евразия уйындарын ҡабул итәсәк

Абруйлы сараны ойоштороу һәм уҙғарыу үҙенсәлектәре бөгөн Республика башлығының Евразия халыҡтары ассамблеяһы вәкилдәре менән осрашыуында ҡаралды. Евразиада буйынса юл картаһын әҙерләү ҙә ҡаралған.

25 сен, 23:03

Тәфтиш комитетының республика идаралығында яңы етәксе

Ил президенты Владимир Путин Указы менән был вазифаға юстиция генерал-лейтенанты Денис Чернятьев тәғәйенләнде. Ул 1974 йылда Төмәндә тыуған.

25 сен, 11:00

Башҡортостанда еңел сәнәғәт тауарҙары күләмен арттырыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа үткән парламент уҡыуҙары сиктәрендә белгестәр был өлкәне үҫтереү юлдары буйынса фекер алышты. Бөгөнгө көндә төбәктә еңел сәнәғәт тауарҙарын етештереүсе 400-ҙән ашыу предприятие иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса тармаҡта аҡса әйләнеше 11 миллиард һумға тиң.

24 сен, 21:35

Башҡортостан парламентының эшмәкәрлеге Радий Хәбиров ҡул ҡуйған сентябрь указын иҫәпкә алып аныҡланасаҡ

2 октябрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай янындағы Консультация советында депутаттар Башҡортостандың үҫеш стратегияһы тураһында документҡа бәйле нормаларҙы ҡарай. Республика парламентының көҙгө сессияға эш планы билдәләнә, тип белдерҙе спикер Константин Толкачев.

24 сен, 12:00

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттар менән видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе

Радий Хәбиров бөгөн үк йылытыу миҙгеленә күсеү буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе, министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре, муниципаль берәмектәр башлыҡтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмә ярты сәғәт элек кенә тамамланды.

23 сен, 22:51

Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың алдағы биш йылға үҫеше тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Был турала бөгөн хөкүмәт ултырышында белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, документ төрлө йүнәлештәрҙе ентекле анализлап әҙерләнгән. Тиҙҙән хөкүмәт ағзалары брифингтарҙа стратегик үҫеш йүнәлештәре тураһында аныҡ аңлатмалар бирәсәк.

23 сен, 11:00

24 сентябрҙә Башҡортостанда Халыҡ-ара «Урал транспорты» форумы асыласаҡ

Республика сиктәрендә дүртенсе тапҡыр үткәрелгән сара транспорт системаһындағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡлауға, етешһеҙлектәрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Маҡсатҡа ирешер өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ юлдарын ҡулланасаҡ.

20 сен, 21:56

Лилиә Ғүмәроваға Федерация советында Башҡортостан вәкиле вәкәләттәре бирелде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указы менән Лилиә Ғүмәроваға Федерация советында Башҡортостан вәкиле вәкәләттәре бирелде.

20 сен, 18:00

Республикала белем биреү сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә эш дауам итәсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров инаугурация тантанаһында 2024 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыласаҡ үҫеш стратегияһы менән таныштырҙы. Бында ул белем биреү мәсьәләләренә лә туҡталып үтте. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ҡырҡтан ашыу мәктәп һәм балалар баҡсаһы асыу планлаштырыла.

20 сен, 13:00

Республика башлығы билдәләгән маҡсаттар тормошҡа ашырлыҡ

Бының өсөн власть, бизнес һәм халыҡ берҙәм булырға тейеш. Йәмәғәт эшмәкәре Рәшиҙә Солтанова Радий Хәбировтың алдағы йылдарға эш программаһын баһалап ошондай фекер әйтте.

20 сен, 12:00

Аныҡ һәм аңлайышлы

Республика башлығы Радий Хәбировтың алдағы йылдарға эш программаһын эксперттар шулай баһалай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, Медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева.

20 сен, 11:00

Башҡортостан менән етәкселек итәсәк команда дөйөм алғанда тупланған

Был турала республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Конституцияға ярашлы, яңы башлыҡ вазифаһын рәсми үтәй башлау менән хөкүмәт отставкаға китә. Ҙур үҙгәрештәр булмаясаҡ, тине Радий Хәбиров.

20 сен, 10:00

Хәйҙәр Вәлиев республика Конституцияһы суды рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш депутаттары сираттан тыш ултырышҡа йыйылды. Ултырышта төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Рәсәйҙең генераль прокуроры урынбаҫары Сергей Зайцев парламентарийҙарҙы Башҡортостан прокуроры вазифаһына тәҡдим ителгән Владимир Ведерников менән таныштырҙы.

19 сен, 23:25

Башҡортостан Башлығының биш йылға иҫәпләнгән үҫеш стратегияһын эксперттар юғары баһалай

Стратегик документ һәр ҡала-райондың үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп республика өсөн иң мөһим йүнәлештәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. 2025 йылға тиклем Башҡортостан кешелек капиталын файҙаланыу, уңайлы мөхит тыуҙырыу, иҡтисади күтрелеш, инвестициялар һәм инфраструктура буйынса лидерҙар исемлегенә инергә тейеш.

19 сен, 23:19

"Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары беренсе урында булырға тейеш"

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттан тыш ултырышында Башҡортостан прокуроры вазифаһына Владимир Ведерников кандидатураһы хупланды. Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары беренсе урында булырға тейеш, тип белдерҙе яңы прокурор.

19 сен, 18:00

Һаулыҡ һаҡлауға иғтибар арта

Республикала медицина белгестәренә ҡытлыҡты бөтөрөү, ҡала, райондарҙа ФАП-тар төҙөү, сәләмәтлек үҙәктәре асыу - төп бурыс, - тине инаугурациялағы телмәрендә республика башлығы Радий Хәбиров. Бының өсөн ауылдарҙа 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, 147 модулле һәм 54 күсмә ФАП һатып алына.

19 сен, 16:00

Башҡортостандың тарихы мәңгеләштереләсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров тантаналы инаугурациялағы телмәрендә Башҡортостандың тарихын мәңгеләштереү мәсьәләләренә лә туҡталды. Өфөлә асыҡ һауалағы “Атайсал” тарихи-этнографик музейын булдырыу - күренекле академик Нияз Мәжитовтың эшен дауам итеү булып торасаҡ. Тағы ла ете тарихи-мәҙәни үҙәк Башҡортостанды донъяға танытыуға булышлыҡ итәсәк. “Торатау” геопаркын булдырыу һәм уны ЮНЕСКО геопарктары селтәренә индереү ҙә беҙҙең стратегик бырысыбыҙ булып тора, ти Радий Хәбиров.

19 сен, 15:00

Республикала һәр кешенең тормошон яҡшыртыу өсөн күп көс һалынасаҡ

Ил президентының Май указын дауам итеп, Башҡортостандың алдағы йылдарға үҫеш стратегияһы әҙерләнде, тип белдерҙе бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров инаугурация тантанаһында

19 сен, 13:00