Хәл-ваҡиғалар

Шишмә районындағы Ҡалмаш йылғаһында күпләп балыҡ ҡырылған

Социаль селтәрҙәрҙә Шишмә районы Ҡалмаш йылғаһында күпләп балыҡ ҡырылыу осрағы хаҡында мәғлүмәт бирелә. Балыҡсылар ебәргән фото һәм видеояҙмаларға Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре лә иғтибар итә. Балыҡсылар йәмғиәте, гигиена һәм эпидемиология үҙәге менән берлектә йылғаға рейд үткәрелә анализдар алына. Ҡалмаш йылғаһында һыу байлығы күпләп ҡырылыуын үҙ күҙҙәре менән күргән балыҡсылар менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова

18 июл, 23:13

Дауаханан сыҡҡан пенсионер медицина ойошмаһынан алыҫ түгел ағаслыҡта бер аҙна ятҡан

Октябьский ҡалаһында юғалған Николай Акимовты ете көн үткәс табалар. 2 июлдә ҡала дауаханаһынан сыҡҡан ир медицина ойошмаһынан алыҫ түгел ағаслыҡта бер аҙна ятҡан. Ваҡиғаны БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова асыҡланы.

18 июл, 22:40

Асылыкүлдә ҡотҡарыусылар өс кешене ҡотҡарған

«Һыуҙа ҡотҡарыусылар» ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзалары Асылыкүлдә дауыл ваҡытында кәмә менән һыуға түңкәрелә яҙған өс кешене ҡотҡарған. Бәхеткә, был мәлдә ҡотҡарыусылар күл тирәләй патрулдә йөрөгән була.

18 июл, 22:39

Өфөлә кешеләре күсерелгән барак янып киткән

Ут Ветошников урамындағы 9а адресы буйынса урынлашҡан йортта сыҡҡан. Был турала Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хәбәр итә.

18 июл, 22:35

Талҡаҫ күлендә 20 йәшлек егет үҙен ҡорбан итеп 8 йәшлек малайҙы ҡотҡарған

Ваҡиға уҙған ял көндәре теркәлгән. Ял итеүселәр тултырылған матраста йөҙөп китә. Ҡапыл сыҡҡан көслө ел матрасты тәрәнгә алып китә һәм түңкәрә. Малай менән егет бата башлай. Егет юғалып ҡалмай, малайҙы һыу аҫтынан һөйрәп сығарып өлгөрә. Был хәлде күреп торған кешеләр һәм малайҙың атаһы уларға ярҙамға ашыға. Кемдер йөҙөп, кемдер кәмә менән алға ташлана. Улар килеп еткәндә, малай һуңғы көсөн йыйып, саҡ-саҡ һыу өҫтөндә ҡала. Малайҙы тиҙ арала һөйрәп сығарып кәмәгә һалалар, ә егет табылмай.

18 июл, 16:04

Өфөлә нефть университетында быға тиклем уҡытыусы булып эшләүсе 139 енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә

Торба үткәргестәрҙең һыу-газ динамикаһы кафедраһы экс-доценты бер нисә статья буйынса хөкөм ҡаршына баҫа. Уның коллегаһы – 40 йәшлек тарих һәм политология кафедраһы доценты аралашсы булараҡ яуапҡа тарттырыла.

17 июл, 12:10

Башҡортостанда бал ҡорттары һәләк була

Миәкә районында бер нисә умартасының бал ҡорттары ҡырылған. Егерме йылдан ашыу умартасылыҡ менән мәшғүл Марат Әхмәтшин быйыл балдың мул булыуына өмөтөн юғалтҡан. “Бал ҡорттары минут һайын үлә”, - ти ул.

16 июл, 13:13

Өфөләге мал хужалығында аҫралған боландар ниңә ябыҡ?

Өфөләге ат аҙбарында тотолған төньяҡ боландары хаҡындағы видеояҙма социаль селтәрҙә йәшен тиҙлегендә таралып ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. Януарҙар өсөн борсолған ҡала халҡы ферма хужалығына ҡарата үҙ дәғүәләрен белдерә.

15 июл, 21:56

Аварияға эләккән автобус водителе 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә алты кеше һәләк була, пассажирҙар араһында ауыр тән йәрәхәттәре алыусылар ҙа бар. Барыһы ла Яр Саллынан. Әлегә Өфө медицина учреждениеларында дауаланған сирлеләрҙе Татарстанға күсереү мәсьәләһе ҡарала.

15 июл, 21:54

Кисә Архангел районы Ирныҡшы ауылы янында ҙур авария булды

Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында Татарстандың пассажир автобусы юл ситенә сығып оса һәм түңкәрелә. 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, үлгәндәрҙең кәүҙәһе Өфөгә – суд медицинаһы экспертизаһы бюроһына килтерелгән.

15 июл, 15:00

Өфөлә хоҡуҡ һаҡсыларына һөжүм иткәндәр

Уҙған төндә Өфөләге күңел асыу үҙәктәренең береһендә ыҙғыш ҡупҡан. Ҡыҙып алыусыларҙы тынысландырыу өсөн полиция саҡыртылған. Йәштәрҙе айырған ваҡытта хоҡуҡ һаҡсыһы тән йәрәхәттәре алған. Ғәйепләнеүселәр шулай уҡ уның табель ҡоралын ҡулға төшөргән.

13 июл, 22:12

Өфө - Ырымбур трассаһында үлемесле авария теркәлгән

Стәрлетамаҡ районында «Вольво» маркалы йөк автоцистернаһы менән «Уаз» микроавтобусы бәрелеште. Һөҙөмтәлә 4 кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы ла өс кеше йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды.

13 июл, 22:10

Борай районында алтынсы быуат ҡурғандары табылды

Тарих эҙҙәре буйлап. Археологтар ҙур булмаған ҡәберлектә боронғо кеше һөйәктәренә һәм көнкүреш әйберҙәренә юлыҡҡан. Борай районында ойошторолған экспедицияла илленән ашыу кеше ҡатнаша.Уларҙың эҙләнеү эштәре 23 июлгә тиклем дауам итәсәк. Тулыраҡ Флорида Ким яҙмаһында.

12 июл, 23:47

Өфө-Ырымбур трассаһында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Зыян күреүселәр араһында өс йәшлек бала ла бар, ул көслө бәрелештән һуң әсәһе менән тәҙрә аша осоп сыға, улар хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелмәгән була.

12 июл, 22:16

Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының кинологтар хеҙмәте яңы комплексҡа күсте

Эттәр йорт туйлай. Хәҙер полицияла хеҙмәт итеүсе дүрт аяҡлы дуҫтарҙы өйрәтеү шарттары күпкә яҡшыра. Кинологтарға ла үҙәктә бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Хоҡуҡ һағында тороусыларҙың шатлығын республика етәксеһе Радий Хәбиров та уртаҡлашты.

12 июл, 22:15

Республикала антибиотиклы һөт табылған

Ул Мордовиянан килгән. Был турала Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

12 июл, 16:04

Өфө ҡотҡарыусылары йөҙә белмәгән 30 йәшлек ҡатындың ғүмерен аяп ҡалған

ЙӨҘӘ БЕЛМӘҺӘҢ, ҺЫУҒА ТӨШМӘ! Осраҡ Өфө йылғаһы ярындағы рөхсәт ителмәгән пляжда, элекке «Водопад» ял зонаһы районында теркәлә. Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йылға ситендә бәләкәй бала менән һыу ингән ике ҡатындың береһе ҡапыл тайып китеп бата башлай.

11 июл, 21:38

Луиза Хәйруллина кәмендә 2 сентябргә тиклем һаҡ аҫтында ҡала

Башҡортостан Юғары Суды, ғәйепләнеүсенең адвокаттарының апелляция ялыуын ҡарағандан һуң, элекке ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырған. Адвокаттар ҡатынды йорт аресына ултыртыу йә иһә унан ситкә сыҡмау тураһында ҡултамға алыуҙы тәҡдим иткән булған.

11 июл, 21:37

Ауыл хужалығы белгестәре умартасылар менән килешеп эшләмәгән

Һөҙөмтәлә, бал ҡорттары һәләк булған. Был турала Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы белгестәре белдерҙе. Республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, комплекслы эш алып барыу мөһим.

11 июл, 16:08

Марат Хәйруллин ҡулға алынды

Салауат ҡалаһынан банктан 20 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған Луиза Хәйруллинаның тормош иптәшенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ул ҙур суммала аҡса урлауҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнә.

11 июл, 10:24