Хәл-ваҡиғалар

“ПОЛИЭФ” предприятиеһында авария осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 8 тоннаға яҡын ҡалдыҡ Благовещен һәм Өфө урмансылығы биләмәһенә, Ҡаҙмышлы йылғаһына аҡҡан. Тәбиғәт объекттарына килтерелгән зыян 44 миллион һум менән баһалана.

23 окт, 13:26

Асҡын районы Дәүләт ауылында йорт янған

Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, 80 йәшлек ҡатын һәләк булған.

22 окт, 18:42

Өфөлә террор ойошмаһы ағзалары хөкөм ителде

"Хизб ут Тахрир әл Ислами" хәрәкәтенең 12 ағзаһына ҡарата суд ҡарары иғлан ителде.

22 окт, 10:15

Өфө Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ башҡорт колледжында студенттар ағыуланған

Үткән йома Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ башҡорт колледжының беренсе курсында уҡыған 7 cтудент, ашханала туҡланғандан һуң үҙҙәрен насар тойоуҙары хаҡында белдерә. Колледж студенттарына шунда уҡ ашығыс ярҙам хеҙмәте саҡыртыла. Студенттар Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһына оҙатыла. Әлеге ваҡытта улар ныҡлы табип күҙәтеүендә дауаханала ҡала. Эксперттар белем биреү учреждениеһындағы ашхананы санитар нормаларға тикшерә. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһы.

21 окт, 23:02

Рәсәй Юғары суды ҡарары менән «Хизбут-Тахрир әл Ислами» ойошмаһының Өфөләге 12 ағзаһы террорҙа ҡатнашыуҙа ғәйепле тип танылды

Тикшереү иҫбатлауынса, Батыр Мөхәмәтов менән Булат Рахманов халыҡ-ара ойошманың әүҙем ағзалары булып, Башҡортостанда был хәрәкәтте булдырған.

21 окт, 22:57

Стәрлетамаҡта еңел автомобиль менән автобус бәрелешеүе һөҙөмтәһендә биш кеше зыян күргән

Юл-транспорт фажиғәһе бөгөн көндөҙгө сәғәт дүрттәр тирәһендә ҡаланың Патриотик урамында теркәлгән. "Opel Astra" автомобиле менән идара итеүсе 36 йәшлек ҡатын 43-сө маршрут буйынса алдан барыусы "Fiat Ducato" автобусына барып һуғыла.

18 окт, 22:52

Өфө - Ырымбур трассаһында квадроцикл ҡатнашлығында юл фажиғәһе теркәлгән

Водитель таныҡлығы булмаған 18 йәшлек ҡыҙҙың әхирәтен квадроциклда йөрөтөү теләге күңелһеҙ тамамлана. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, транспорт сараһы боролошта түңкәрелеп китә.

18 окт, 21:04

Башҡортостанда ике газ яғыулығы станцияһы ябылды

Тикшереү барышында уларҙа етешһеҙлектәр асыҡланған. Станциялар өсөн тейешле рөхсәт ҡағыҙҙары булмаған.

18 окт, 16:19

Бөгөн иртән юл фажиғәһендә Башҡортостанға ҡайтып килгән вахта эшселәре һәләк булды

Фажиғә Екатеринбург – Төмән автомобиль юлының 195-се километрында теркәлгән. Талицы ҡалаһы тирәһендә ике пассажир ултыртҡан Рено Меган автомобиле ҡаршылағы ДАФ йөк машинаһына барып бәрелә.

17 окт, 22:15

Төндә юл инспекторҙары делимобиль компанияһынан ҡуртымға алынған автомобилендә хоҡуҡ боҙоусыны ҡулға алды

Каршерингта уҙыш. Асыҡланыуынса, баш ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан кафеларҙың береһендә эсеп алған егет байрамды Черниковка биҫтәһендә дауам итергә була. Әммә таксиға аҡсаһы булмай. Шулай ҙа каршеринг автомобиленә түләрлек кенә таба. Уны хатта, водитель таныҡлығы булмауы ла уйландырмай.

16 окт, 23:09

Өфөнөң Сун-Ят-Сен урамындағы һыу ятҡылығы арҡаһында тыуған проблема контролгә алынды

Урам эсендәге күл. Күптәр үҙҙәренең ихатаһында һыу ятҡылығы булыуын теләй. Бының өсөн улар ҙур аҡсалар түләргә лә әҙер. Әммә Өфөнөң Сун-Ят-Сен урамында йәшәүселәр йорттары эргәһендә барлыҡҡа килгән күлдән әллә ни ҡәнәғәт түгел. Ризаһыҙлыҡтарын улар бысраҡ һыуҙың баҡсаларҙы баҫыуын һәм тирә-йүнгә әсе еҫ таратыуы менән аңлата. Шуға ла хужалар ярҙам һорап власть органдарына мөрәжәғәт иткән. Милекселәр һәм төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре араһында тыуған низағҡа БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов шаһит булды.

15 окт, 21:50

Благовар районы суды 48 йәшлек ҡатынға хөкөм ҡарары сығарҙы

Ул 3 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Ханым суррогат алкоголь һатыу менән шөғөлләнгән.

15 окт, 16:04

Башҡортостанда балыҡсы һыуға батып үлгән

Ғәҙәттән тыш хәл Краснокама районында теркәлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ағиҙел йылғаһында 40 йәшлек ир кәмәлә түңкәрелә. Балыҡсы ярға сыға алмай, һыу төбөнә китә.

15 окт, 13:13

Бөгөн Өфөнөң Таһир Күсимов урамындағы күп ҡатлы йорт фатирында янғын сыҡҡан

Юғары ранг менән баһаланған утты һүндереүгә 4 берәмек техника һәм 15 хеҙмәткәр йәлеп ителә. Янғындың 10-сы ҡатта сығыуы асыҡлана. Хәүефле зонанан 10 кеше эвакуациялана, янғын рангын кәметеү буйынса саралар күрелә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Йорттағы хәл Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы күҙәтеүендә ҡала.

14 окт, 20:55

Уҙған аҙна урман янғындары, аварияларҙа йәрәхәтләнеү осраҡтары теркәлде

Бейектән ҡолау һәм һыуға батыу осраҡтары булды, - тип белдерҙе Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

14 окт, 16:00

Йәйәүлеләргә бәйле авариялар арта

Үлемесле хәлдәр йышая. Был турала бөгөн Республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.

14 окт, 15:12

Өфөлә ер убылған

Рабкоров урамындағы йорт янында Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары ер япмаһының убылыуын теркәгән. Урында хәүефле урын кәртәләнгән һәм авария-тергеҙеү эштәре ойошторолған.

14 окт, 13:23

Благовещен районында "Полиэф" предприятиеһының химик ҡалдыҡтарын тотоп тороусы ике метрлы нығытма барлыҡҡа килде

Был турала Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төҙөлгән комиссия хәбәр итте. Уҙған көн заводта ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә таҙартылмаған һыу һаҡланған бетон резервуар емерелде.

10 окт, 15:00