Хәл-ваҡиғалар

ПОЛИЭФ заводындағы авариянан һуң Өфөлә һыу составы сәғәт һайын тикшерелеп тора

Әлегә бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ, тип хәбәр итәләр "Өфө һыу каналы" предприятиеһынан. Һыу сифаты 105 күрһәткес буйынса анализлана.

10 окт, 12:13

Республика башлығы Радий Хәбиров "ПОЛИЭФ" предприятиеһында авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса тейешле саралар күрергә ҡушты

9 октябрҙә Благовещендағы заводта авария булды, таҙартыу өсөн йыйылған шыйыҡса тирә-яҡҡа ағып сыҡты. Әле бында авария бригадалары эшләй.

10 окт, 11:00

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн ПОЛИЭФ заводы етәкселеге менән осраша

Благовещендағы заводта авария булды, һаҡлаған ҡалдыҡтар тирә-яҡҡа ағып сыҡты. Халыҡ өсөн хәүеф юҡ, ти ҡотҡарыусылар.

10 окт, 10:00

Өфөнөң Урман техникумы урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр тишек торбаларҙан аҡҡан һыуға зарлана

Улар аңлатыуынса, йорттоң подвалында урынлашҡан һыу үткәргес торбаһы иҫкергән. Фатирҙарға насар еҫ үтеп инә, дымлы һауа һаулыҡҡа насар йоғонто яһай. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

07 окт, 23:15

Үткән тәүлектә республика урмандарында 6 янғын сыҡты

Әбйәлил, Баймаҡ, Маҡар, Белорет, Туймазы, Йылайыр урмансылыҡтарында янғындар теркәлде. Уларҙың дөйөм майҙаны 24 гектарҙан ашыу. Ут менән көрәшкә 90 кеше һәм 24 берәмек техника йәлеп ителгән.

07 окт, 16:13

Белорет заводындағы сетерекле хәл Башҡортостан башлығы Инвестсоветында ҡараласаҡ

Белорет ҡалаһындағы Рессор һәм пружиналар етештереүсе заводта килеп тыуған хәл Башҡортостан башлығы Инвестсоветында ҡараласаҡ.

05 окт, 21:37

Белорет районындағы ташландыҡ хәлдә ҡалған юл күҙәтеүсе орган тарафынан контролгә алынды

Балалар өсөн хәүефле экстрим. Бер нисә көн элек беҙҙең каналда Белорет районы Егәҙе һәм Баҡый ауылдары араһындағы юлдың ташландыҡ хәлдә булыуы тураһында сюжет эфирға сыҡҡайны.

04 окт, 23:30

Өфө ғаиләһе күршеләренең һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында сыҡҡан янғында зыян күргән

Янғын сәбәбе тәмәкелә. Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, янғын сығыуҙың күпселек осраҡтары кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүенә бәйле. Һүндерелмәгән тәмәке арҡаһында сыҡҡан янғында Өфөлә йәшәүсе Леоновтар ғаиләһе зыян күрә. Һанаулы минуттар эсендә барлыҡ әйберҙәре ут эсендә ҡала. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

04 окт, 23:29

Бөгөн Күмертау ҡалаһында баланың ҡыйыҡтан боҙ киҫәге төшөп йәрәхәтләнеү осрағы буйынса суд ултырышы үтте

Хәбәр итеүебеҙсә, 6 мартта Күмертауҙа әсәһе менән подъездан сығып барған Нурислам Никитин зыян күргәйне. Ярты йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, әле малай тулыһынса аяҡҡа баҫҡан тип әйтеп булмай. Зыян күреүселәр менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

03 окт, 22:38

Ҡырын эш ҡырҡ юлдан һуң да беленә

Өфөлә элекке полиция хеҙмәткәре ялған документ менән файҙаланған өсөн хөкөм алдына баҫа. Уға 327-се статья буйынса енәйәт эше асылған. Ленин районы прокуроры ярҙамсыһы Салауат Ҡасҡынбаев.

02 окт, 16:15

Өфө үҙәгендәге ял паркында киоск янған

«Тылсымлы донъя»ла янғын. Хәүефле сигналды ишетеү менән ваҡиға урынына шунда уҡ янғын һүндереүселәр барып етә. 7 янғын һүндереүсе, ике берәмек техника ярҙамында ут тиҙ арала һүндерелә. Әле уның сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе эшләй.

01 окт, 22:42

Башҡортостанда тракторсы үлемен тикшереү һөҙөмтәләре билдәле булды

Тәфтиш комитетының республика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың декабрендә Мәләүез районында юл буйын ағастан таҙартыу барышында тракторсы өҫтөнә ағас ауа. Ул шул урында һәләк була.

01 окт, 10:33

Уҙған төндә республикала сыҡҡан янғындарҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Ишембай районы Скворчиха ауылында төндә бер ҡатлы ағас йорт янған. Ҡотҡарыусылар 60 йәшлек ир менән 78 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен таба. Ошо уҡ төндә Йәрмәкәй ауылының Гоголь урамында хужалыҡ ҡоролмалары ҡыйығы яна.

30 сен, 21:04

Күгәрсен районы Бикбулат ауылы эргәһендә айыу атҡа ташланған

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, йыртҡыстарҙың ауылға күптән яҡынлағаны булмаған. Яңыраҡ Ейәнсура районы Мәзит ауылында ла тайыш табан һарайға инеп, тиҫтәләп һарыҡты ҡырғайны. Ваҡ малдарҙың бер өлөшөн ул йылға буйына күмгән. Кешеләрҙән ҡасып барыусы айыуҙы, шулай уҡ Үтәғол ауылында ла күргәндәр. Бикбулат ауылында йәшәүсе Фәрит Тимербаев һөйләй.

30 сен, 15:10

Башҡортостанда ике кешегә бер үк телефон номерын һатҡандар

Ир Өфөлә, ә ҡатын Баймаҡтыҡы. Икеһенең дә үҙ ғаиләһе, яҙмышы, тормошо. Николай менән Флүрә ханымды бер симка ғына осраштыра. Баҡтиһәң, мобиль оператор ике кешегә бер номер биргән. Ҡатын сим картаны элемтә салонынан алһа, ә ир интернеттан ҡулға төшөргән. Һөҙөмтәлә енәйәт эше. Ябай һандарҙың ҡатмарлы эҙемтәләре тураһында беҙҙең сайтта.

26 сен, 21:53

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ғаилә район хакимиәте менән судлаша

Инвалид бала тәрбиәләүсе булараҡ Миңлеәхмәтовтарға законға ярашлы торлаҡ биреү ҡаралған. Ләкин муниципалитет ғаиләгә ҡаршы дәғүә менән судҡа сыға. Асыҡланған хәл-ваҡиғалар баланың ата-әсәһенең иреген сикләүе ихтимал.

25 сен, 21:45

Уҙған төндә республикала теркәлгән янғындарҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Ауырғазы районының Ташлыкүл ауылындағы янғын төнгө 11-ҙән һуң сыға. Ҡотҡарыусылар килеп еткәндә йортто тулыһынса төтөн баҫҡан була. Ярты сәғәт эсендә ут һүндерелһә лә, емереклектәрҙе таҙартҡан саҡта 1963 һәм 1966 йылғы ирҙәрҙең кәүҙәләре табыла.

25 сен, 21:43

Полиция Әбйәлил районындағы үлемесле авария сәбәптәрен тикшерә

Юл-транспорт фажиғәһе Асҡар ауылында теркәлә. Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәүсе 58 йәшлек ир "Toyota Land Cruiser" автомобилендә йәйәүлене бәрҙерә.

25 сен, 16:39

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙың береһендә түбә ишелеп төшкән

Ваҡиға Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлә. Ике ҡатлы бинаның беренсе ҡатында ремонт эштәрен башҡарған ваҡытта түбә емерелә. Асыҡланыуынса, был бүлмәлә бер кем дә йәшәмәгән, бәхеткә ҡорбандар юҡ.

25 сен, 16:37

Мәләүез районы суды 43 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы

Ул этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукцияны законһыҙ рәүештә етештереүҙә ғәйепләнә. Үҙенең гаражында этил спиртына һыу, хуш еҫле ҡатнашмалар ҡушып, иҫерткес эсемлектәр эшләгән.

25 сен, 13:25