Хәл-ваҡиғалар

Йәшендән йәшен!

Уҙған төн Миәкә районында бәхетһеҙ осраҡ булған. Әнәс ауылында йәшәгән 57 йәшлек ҡатын йәшен һуғып үлгән.

25 июн, 15:10

Өфөлә балалар баҡсаһы мөдире мутлашыуҙа һәм вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә ҡулланыуҙа ғәйепләнә

Ул коллегаларының 400 мең һумдан ашыу аҡсаһын үҙләштергән, тип иҫәпләйҙәр Тәфтиш комитетында.

25 июн, 13:04

Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып 123 урман янғыны теркәлгән

Ут 1 мең 664 гектарҙан ашыу майҙанды ялмай. Бөгөнгә уларҙың барыһы ла һүндерелгән.

25 июн, 08:02

Ҡырмыҫҡалы районы ИбраҺим ауылында 47 йәшлек ир кешеләргә бысаҡ менән ташланған

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк булған. Енәйәтсе бер туған апаһын һәм күршеләрен сәнскеләгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре һөжүм итеүсенең аяғына атҡан, ир медицина ярҙамы күрһәткән саҡта үлгән. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

24 июн, 23:30

Башҡортостанда үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән лагерҙа етди етешһеҙлектәр табылған

Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, Бөрө районы "Чайка" балалар лагерында ял миҙгеле башланыу менән 23 уҡыусы эшкә йәлеп ителгән. Улар хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртелмәгән, береһе менән дә хеҙмәт килешеүҙәре төҙөлмәгән.

24 июн, 19:00

Ҡырмыҫҡалы районында өс кешене үлтереү буйынса хәл енәйәт кодексы буйынса тикшерелә

Тәфтиш комитетының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 23 июндә кис 47 йәшлек ир бысаҡ менән 55 йәшлек апаһын үлтерә. Артабан, урамға сығып күршеләренә һөжүм итә, өлкән йәштәге ир һәм ҡатынды үлтерә, унан һуң тағы ике ирҙе йәрәхәтләй. Улар иҫән ҡала, береһен дауаханаға алып китәләр.

24 июн, 18:00

Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм тағы ла бер нисә районда янғын хәүефе бар

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡоростан идаралығынан хәбәр итәләр. Үткән аҙнала республикала 6 урман янғыны булған.

24 июн, 12:06

Бөгөн Белорет районында 11 йәшлек ҡыҙ һыуға батҡан

Уның кәүҙәһе һыу инергә тыйылған урында табылған.

21 июн, 15:14

Башҡортостан Юғары суды тарафынан Эдуард Ишбаев 6 йылға иркенән мәхрүм ителде

Мутлашыусы киләһе йылдарҙы дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында уҙғарасаҡ. Суд Эдуард Ишбаевты 47 кешене 50 миллион һумға алдауҙа ғәйепле тип тапты. Ул үҙен депутат ярҙамсыһы, Өфө ҡала хакимиәте хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре тип танытып кешеләрҙең ышанысын яулай.

20 июн, 23:42

Мутлашыусылар банктарҙың рәсми номерҙары аша шылтырата башлаған

Мутлашыусылар кешеләрҙе алдауҙың яңы алымдарын уйлап таба. Һуңғы ваҡытта улар банктарҙың рәсми номерҙары аша шылтырата башлаған. Белгестәр әйтеүенсә, кибермутлашыусылар банктарҙың рәсми номеры аша шылтыратыу әмәлен дә уйлап тапҡан. Шуға күрә клиенттарҙан һаҡлыҡ, уяулыҡ талап ителә.

20 июн, 22:51

Салауат ҡалаһынан миллиондар урлап юғалған Хәйруллиндарҙың Рено Дастер автомобиле табылған

Тикшереүҙәр барышында, транспорт сараһының 2017 йылда ломбардҡа тапшырылған булыуы асыҡланған. Әлеге ваҡытта ул банкта залогта ҡала. Шул уҡ ваҡытта Луизаның ире Марат юғалыуҙарынан ике көн алда ғына 25 мең һумлыҡ сираттағы түләүҙе индергән.

19 июн, 23:31

Өфөнөң Ленин районында ташсылар бригадиры һәләк булған

Хеҙмәт буйынса дәүләт инспекцияһы бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башлаған. Күп ҡатлы йорт төҙөлөшөн ҡарағанда, бригадир дүртенсе ҡаттан ҡолаған. Ул ашығыс медицина ярҙамы машинаһы килеп еткәнсе үлгән.

19 июн, 16:06

Башҡортостандағы ҡайһы бер лагерҙарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәгән

Был турала Өфө хакимитендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.

19 июн, 13:05

Башҡортостанда бер кеше батып үлгән.

Фажиғә Күмертау ҡалаһындағы карьерҙа була.

19 июн, 10:10

Өфөлә шәхси йорт эргәһендәге һарайға төндә ут төртәләр

Хәүефле төн. Өфөлә шәхси йорт эргәһендәге һарайға төндә ут төртәләр. Бәхеткә күрә, ике балалы ғаилә урамға сығып өлгөрөп янғын һүндереү хеҙмәтен саҡыртып иҫән ҡала. Зыян күреүселәр, ут сығыуҙа күршеләге эшҡыуарҙарҙы ғәйепләй. Улар ике арала күптән ер участкаһын бүлешә алмай. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

18 июн, 22:59

Башҡортостан эшҡыуарҙары Александр Сидякин исеменән ялған хәбәрҙәр ала

Йәнәһе лә Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе йүнселдәрҙе мәрхәмәтлек өсөн аҡса йүнәлтергә саҡыра. Мутлашыусылар үҙҙәрен танытмаҫ өсөн шылтыратыуҙарҙы ip-телефондан яһай. Улар хатта Александр Сидякин тауышы менән һөйләшә. Таратылған хаттарҙың да ялған бланк һәм мисәтле булыуы асыҡланған.

15 июн, 01:17

Өфө туҡталышында ҡатын өҫтөнә төҙөлөш материалы ишелеп төшә

Ваҡиға урынындағы шаһиттар асфальтҡа ҡолаған ҡатынға тиҙ ярҙам машинаһын саҡырта. Күңелһеҙ осраҡ бер аҙна элек теркәлгән. Зыян күреүсе полиция хеҙмәтенә ғариза яҙған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

14 июн, 22:16

Өфөлә армия хеҙмәтен ташлап ҡасҡан егет язаға тарттырылды

Белорет районында тыуып үҫкән хәрби ике йылға иркенән мәхрүм ителде. Мәскәү өлкәһендә контракт буйынса хәрби бурысын үтәйһе урынға ул йыл ярым буйы тыуған яғында ял иткән. Язаға тарттырылыусы суд алдында үҙ ғәйебен танып, дөйөм режимлы колонияға юлланды.

14 июн, 22:15

Башҡортостанда 7 йәшлек ҡыҙ бала уйын майҙансығында муйынын һындырған

Ғәҙәттән тыш хәл кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында була. Бер бала өс метр бейеклектәге ҡоролманан ҡолап төшкән. Уны ашығыс ярҙам машинаһы менән дауаханаға алып китәләр.

14 июн, 18:06

Өфөлә 16 йәшлек ҡыҙ кеше ғүмерен ҡотҡарған

Ваҡиға 10 июндә булған. Йылы күлендә бер ҡатын ярҙан үтә алыҫҡа йөҙөп киткән, ағым менән һыу алыусы ҡоролмаға яҡынайған. Уны 9-сы класс уҡыусыһы Наталья Толстолуцкая күреп ҡалған, йөҙөп барып ярға сығырға ярҙам иткән.

14 июн, 18:04