Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә үлемесле юл ҡазаһы

Автоинспекторҙар хәбәр итеүенсә, “Сузуки” мотоциклы водителе электр бағанаһына килеп бәрелгән. 38 йәшлек ир ваҡиға урында һәләк булған.

13 июн, 13:39

Өфө уртаһында кеше атып үлтереүсегә ҡарата сикләү ҡарары сығарылды

Бер нисә көн элек Андрей Буяк Көньяҡ автовокзал янында һунар мылтығынан автомобилгә ут асты. Водитель ваҡиға урынында уҡ һәләк булды, ә уның юлдашы 25 йәшлек ҡыҙ ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды. Ҡот осҡос фажиғә тотош ил халҡын тетрәтте. Бөгөн Октябрь районы судында енәйәттә ғәйепләнеүсе был ауяһыҙ аҙымға этәргән сәбәптәр тураһында һөйләне.

11 июн, 23:38

Бөрйән районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында тотош ғаиләнең ғүмере өҙөлдө

Ике сабый һәм уларҙың ата-әсәһе. Бөрйән районында төркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында тотош ғаиләнең ғүмере өҙөлдө. Иҫке Собханғол-Ҡағы автомобиль юлында "Лада ларгус" менән "Камаз" бәрелеште.

11 июн, 23:37

Өфөлә автовокзал янында кеше атып үлтереүгә бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле

Ваҡиға 9 июндә була. Бер ир "Лада" машинаһы водителенә мылтыҡтан ата, эргәләге ҡатын да яралана. Мылтыҡ хужаһының үлтергән кешеһенә ни бары 30-40 мең һум тейеш булыуы тураһында мәғлүмәт бар.

11 июн, 12:14

Бәләбәй ҡалаһы эргәһендә теркәлгән аварияла 19 йәшлек водитель һәләк булған

Фажиғәле авария. Кисә кис Бәләбәй ҡалаһы эргәһендә теркәлгән аварияла ун туғыҙ йәшлек водитель һәләк булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы Һамар - Өфө- Силәбе юлында була. “Лифан” автомобиле руле артында ултырған водитель икенсе машинаны уҙырға теләп юл ҡағиҙәһен боҙа. Һөҙөмтәлә, ҡаршы һыҙатта килгән “ВАЗ”ға төртөлә һәм йәйәүлеләр юлына сығып китеп ағасҡа барып бәрелә.

10 июн, 23:11

Йәкшәмбе кис Өфөлә теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлдә 25 йәшлек водитель һәләк булды

Аҡса өсөн бәхәс оло фажиғәгә килтерҙе. Йәкшәмбе кис Өфөлә теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлдә 25 йәшлек водитель һәләк булды, ә уның эргәһендә ултырған пассажир ҡыҙ ауыр тән йәрәхәте менән дауаханаға оҙатылды. Ҡот осҡос ваҡиғаның сәбәбен тәфтишселәр бурысҡа алынған аҡса менән бәйләй. Улар фекеренсә, ҡыҙыу бәхәстән һуң Андрей исемле егет мылтыҡтан аҡса биреүсе танышының автомобиленә ҡарата ут асҡан. Терәп тигәндәй атыуҙы күҙ уңында тотҡанда, фажиғә ҡорбаның бер нисек тә ҡотолоу мөмкинлеге булмай. Теманың дауамы беҙҙең киләһе репортажда.

10 июн, 22:56

Аҡса урлаған турфирма етәксеһе яуапҡа тарттырылды

Салауат ҡалаһы суды 27 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙы "ҙур күләмдә мутлашыу" статьяһы буйынса хөкөм итте. Турфирма етәксеһе 9 кешегә 720 мең һумға юллама һатҡан. Әммә аҡсаны туроператорҙарға күсермәгән һәм үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған.

10 июн, 18:18

Өфөнөң “Көньяҡ автовокзал” туҡталышы янындағы атыш ваҡытында яраланған 24 йәшлек ҡыҙға операция яһалған

Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә. Зыян күргән ҡыҙ дөйөм палатаға күсерелгән. Уның хәле уртаса тип баһалана.

10 июн, 15:13

Бәләбәйҙә үлемесле юл ҡазаһы

Автоинспекторҙар хәбәр итеүенсә, урамда "Лифан" һәм "ВАЗ" машиналары бәрелешкән. "Лифан" водителе - 19 йәшлек ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк булған. Уның пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

10 июн, 13:05

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының 80 процентында өлкәндәр ғәйепле

Шуға күрә хоҡуҡ һағындағылар водителдәрҙе иғтибарлыраҡ һәм уяуыраҡ булырға саҡыра. Алдағы биш айҙа ғына Башҡортостанда 153 юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 5 бала һәләк була, 166 кеше йәрәхәтләнә. Күңелһеҙ осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында дәүләт автоинспекцияһы тарафынан юл хәрәкәтенең йәш ҡатнашыусыларына профилактик лекциялар, әңгәмәләр ойошторола.

07 июн, 21:55

Янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы 8 кешене үлемдән ҡотҡарған

Бүздәк районында булған фажиғә тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәткәре Елена Мәүлетова һөйләй.

07 июн, 13:12

Көйөргәҙелә боҙ-борсаҡ яуған

Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов “Бәйләнештә” социаль селтәрендә фотоһүрәттәр менән уртаҡлашҡан. “Баҫыуҙарға зыян килде”, - ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин.

07 июн, 13:04

Бөрө районындағы «Аҡсарлаҡ» лагерындағы фажиғә урынында Өфөнән барған комиссия тикшереү уҙғарҙы

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 июндә йәйге лагерҙа эшләп йөрөгән 15 йәшлек үҫмерҙең өҫтөнә торба ауып уның ғүмере өҙөлдө. Йәйге лагерь әле асылмаған. Комиссия вәкилдәре балаларҙың йәйге ялы үтәсәк урында күп етешһеҙлектәр тапты. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

05 июн, 23:39

Салауаттан Луиза менән Марат Хәйруллиндар тураһында мәғлүмәт еткереүсе өсөн бер миллион һум аҡсалата бүләк иғлан ителде

Был турала бөгөн федераль каналда "Тура эфир" тапшырыуын алып барыусы Андрей Малахов белдерҙе. Осрашыуға хәбәрһеҙ юғалыусы ғаиләнең туғандары, хәбәрселәр һәм депутаттар саҡырылды. Луизаның атаһы ҡыҙының бындай енәйәткә барыуына ышанмауын, әлеге ваҡытта яҡындары аманатлыҡта алынғандыр тигән фекерен әйтте.

05 июн, 23:38

Йорт төҙөлөшөндә халыҡты алдап ҡасҡан эшҡыуар ҡулға алынған

Өфө районы "Миловка паркы" торлаҡ комплексын төҙөүселәрҙең береһе тотолған. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш компанияһының башҡарма директорына бер нисә статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Быға тиклем полиция ойошманың етәксеһен ҡулға алғайны.

05 июн, 10:51

Дауыл арҡаһында зыян килгән

Көслө ел сәбәпле Күгәрсен, Стәрлебаш һәм Миәкә райондарында мәктәп, торлаҡ йорттары ҡыйыҡтарын алып ташлаған, шулай уҡ электр сымдары өҙөлгән. Кешеләр зыян күрмәгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

05 июн, 10:00

Күгәрсен районы Мораҡ ауылындағы мәктәп дауылдан зыян күргән

Бөгөн таңға ҡарай көслө ел бина ҡыйығын өлөшләтә емергән. Бәхеткә, бәләгә тарыусылар юҡ. Район хакимиәтендә осраҡҡа бәйле Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте.

04 июн, 21:33

Үткән аҙнала Башҡортостанда 200-гә яҡын янғын сыҡҡан

Урман янғындары ла теркәлгән. Был турала Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

03 июн, 12:05

Йыл башынан Башҡортостанда 6 меңгә яҡын янғын теркәлгән

Уларҙа 135 кешенең, шул иҫәптән ете баланың ғүмере өҙөлгән. Һуңғы фажиғәле хәл 30 майҙа Ишембай районы Маҡар ауылында теркәлде. Шәхси йортто һүндергән ваҡытта ике ҡатын һәм бер ирҙең кәүҙәһе табылған. Был һандар республика Хөкүмәтендә үткән ведомство-ара кәңәшмәлә аталды.

31 май, 23:39

Өфөлә маршрут автобусы бағанаға бәрелгән

Юл-транспорт фажиғәһе бөгөн киске сәғәт һигеҙенсе яртылар тирәһендә теркәлә. Салонда 15 кеше ултырған. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә биш пассажир дауаханаға һалынған.

31 май, 23:38