Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда йәш ғаилә интернет аша накотиктар менән сауҙа иткән

Сибайҙа 37 һәм 28 йәшлек пар наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгән.

14 мар, 12:19

87 миллион һум урлаған мутлашыусы тотолған

Яңауыл ҡалаһында урынлашҡан нефть сығарыу компанияһы хеҙмәткәре ялған документтар яһап дәүләт субсидиялары алған.

14 мар, 18:03

ЮХХДИ хәбәр итә

Үткән тәүлек эсендә республика юлдарында туғыҙ авария теркәлгән, уларҙа ун кеше йәрәхәтләнгән.

14 мар, 17:45

Башҡортостанда суд приставы коллегаларын шантажлаған

Бөрө районының суд приставы социаль селтәрҙәрҙә ялған аккаунт яһап, шуның аша шантаж менән шөғөлләнгән.

14 мар, 12:01

Иглин районында бал ҡарағы тотолған

Эске эштәр министрлығының Иглин районы бүлегенә 20 йәшлек егет мөрәжәғәт иткән. Уның балын урлағандар.

13 мар, 17:58

Башҡортостанда башланғыс класс уҡытыусыһы “спайс” ҡабул иткән

Төбәк прокуратураһы хәбәр итеүенсә, Ишембай ҡалаһының 4-се мәктәп уҡытыусыһы наркотиктар ҡулланған.

13 мар, 15:57

Өфөлә байрам көндәрендә 11 янғын булған

Башҡортостандың баш ҡалаһында 8 – 11 март арауығында ғына 11 янғын сыҡҡан. Ҡаза күреүселәр ҙә бар.

13 мар, 14:06

Өфөлә автобус ҡатнашлығындағы аварияла водителдәр яраланған

Бәрелеш Аксаков һәм Пушкин урамдары киҫешендә булған. Авария һөҙөмтәһендә ике кеше ҡазаланған.

13 мар, 11:37

Салауаттағы төнгө клубта һөжүм ойоштороусы төркөмдөң Ишембайҙан булыуы асыҡланды

Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙың бер нисәүһен ҡулға алған. Ғәҙәттән тыш хәл уҙған шәмбе киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә урындағы күңел асыу үҙәктәренең береһендә теркәлә. Әлегә билдәле булмаған сәбәп менән тыуған низағ һөҙөмтәһендә клубтың ике хеҙмәткәре төрлө тән йәрәхәттәре ала. Осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары «Хулиганлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

12 мар, 21:59

Иглин районының элекке башлығына енәйәт эше асылған

Иглин районы прокуратураһы элекке район башлығы һәм ЯСЙ “Альтернатива” етәкселегенә ҡарата енәйәт эшен асты.

12 мар, 17:30

Сиркәүҙә лә урлашалар

Стәрлетамаҡ районының Эске эштәр министрлығына Ишбарс ауылының 19 йәшлек егете мөрәжәғәт итә. Ул сиркәүҙә кеҫә телефонын урлатҡан.

12 мар, 16:05

Әбйәлилдә бер туған ағай менән ҡусты араһында ҡаты ыҙғыш сыҡҡан

Һөҙөмтәлә 49 йәшлек ир 58 йәшлек ағаһының күкрәгенә бысаҡ ҡаҙаған.

12 мар, 16:00

Байрам аҙнаһында водителдәр юл ҡағиҙәләрен нисек үтәгән?

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы үткән аҙнаға йомғаҡ яһаны.

12 мар, 15:58

Өфөлә ҡунаҡтары менән ҡуша фатирын яндырған ир ҡулға алынған

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Өфөлә 28 йәшлек ир “Ике һәм унан күберәк кешене ҡанһыҙ һәм хәүефле ысул менән үлтерергә ниәтләү” һәм “Хәүефле ысул менән ҡанһыҙ рәүештә үлтереү” статьялары буйынса ғәйепләнә, тип хәбәр итә.

12 мар, 13:46

Өфөлә вафат булған ирҙең машинаһын эҙләйҙәр

34 йәшлек ирҙең мәйетен 9 март Бакалинский урамында тапҡандар. Үлем сәбәбен хоҡуҡ һаҡлау органдары асыҡлай.

12 мар, 09:28

Аҙна яңылыҡтары. Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанда нимәнәндер өркөп сығынлаған аттан 5 кеше йәрәхәтләнде

Үткән аҙна аҙағында Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанда нимәнәндер өркөп сығынлаған аттан 5 кеше йәрәхәтләнде. Юртаҡ кошовкаға егелгән була. Бәхетле осраҡ ҡына ҙур бәләнән аралай. Әгәр балалар хәлде аңлап ҡалып тиҙ генә бина эсенә инеп йәшеренмәһә, ат уларҙы бәрҙереп китер ине. Әлеге ваҡытта осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара.

11 мар, 21:47

Өфөлә ҡатын интернет аша сәскә алам тип 30 меңгә алданған

22 йәшлек ҡыҙ енәйәтселәр ҡорбаны булған. Уға 2500 тюльпандан торған гөлләмә вәғәҙә иткәндәр.

07 мар, 15:12

Салауат ҡалаһында 21 йәшлек егет ике үҫмерҙе туҡмап 20 кешелек табын әҙерләргә ҡушҡан

Салауат ҡалаһы суды енәйәтсене 5 йылға тәртип төҙәтеү колонияһына хөкөм итте.

07 мар, 11:20

Өфөлә “Hyundai Solaris” автомобиле тәгәрмәстәре аҫтында ҡыҙ һәләк булған

Бөгөн төнөн Менделеев урамында үлемесле фажиғә теркәлә. 30 йәшлек “Hyundai Solaris” водителе ҡыҙҙы тапаған.

07 мар, 09:29

Башҡортостанда мәктәп уҡыусыһының башына таш менән атҡан ирҙе эҙләйҙәр

Уҙған ял көндәрендә Мәләүез ҡалаһында бер ир урамда китеп барған малайҙың башына таш менән бәрә. Бының турала полицияға хәбәр итәләр.

06 мар, 18:04