Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә 57 йәшлек ҡатынды бергә йәшәгән ире үлтергән

Фажиғә 1 март Өфө ҡалаһының Үҙәк урамында теркәлә. Енәйәтсе ҡулға алынған.

05 мар, 12:00

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы 5 март көнөнә һығымта яһаны

Кисә Башҡортостанда 14 авария һәм шул сама ҡазаланған кеше теркәлгән.

06 мар, 17:33

Өфөлә 8 йәшлек бала тапаған

Юл фажиғәһе 5 мартта иртән Бессонов урамы 28-се йорт янында теркәлә. 56 йәшлек водитель 8 йәшлек баланы төкөй.

06 мар, 10:56

Башҡортостанда наркотиктар менән һатыу иткән ҡатын тотолған

Белорет ҡалаһында наркотик матдәләрен таратыуҙа ғәйепләнгән ҡатын тотолған. Үткәрелгән тентеү эштәре һөҙөмтәһендә 41 йәшлек ҡатын ҡулға алынған.

05 мар, 15:43

Сүриәлә террорсылар сафында һуғышҡан Башҡортостан кешеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Енәйәт эшен тикшереү барышында асыҡланыуынса,1988 йылғы Бәхетгәрәев Денис Ришат улы 2014 йылдың ноябрендә Сүриә Ғәрәп республикаһына барып законһыҙ ҡораллы ойошмаға ингән. Террор төркөмө сафында ул Сүриә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыуы билдәле.

05 мар, 15:32

– Мунса яна? – Яҡҡас яна инде!

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үткән көнгә һығымта яһаны

05 мар, 14:37

Өфө ҡалаһынан “Mersedes” водителе үлемесле авария ғәйепсеһе. Ике ир менән бала һәләк булған.

Авария үткән йәкшәмбе, 4 март, Һамар өлкәһенең М-5 “Урал” юлының 1098 саҡрымында була.

05 мар, 10:48

Өфөлә микробурыс офисында янғын сыҡҡан

Дүшәмбе, 5 март, “Үҙәк баҙар” туҡталышында янғын сыҡты.

05 мар, 10:06

Башҡортостанда 16 йәшлек инвалид үҫмерҙең мәйете табылған

Үткән көндәрҙә Мәсетле районында фажиғә була. 16 йәшлек үҫмер үҙ фатирында һәләк килеш табыла.

05 мар, 09:24

Иглин районындағы юл фажиғәһе сәбәптәрен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эше асылған

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, шишәмбе Иглин районындағы аварияла туғыҙ кеше һәләк булды, иҫән ҡалғандары дауаханала.

02 мар, 18:06

Өфөлә енәйәтселәр оло йәштәге кешене зыяратта бәйләп ҡалдырып киткәндәр

Ғафури районы кешеһе талау, кеше урлау һәм уны үлтереү ниәтендә ғәйепләнә.

02 мар, 13:43

Республика прокуратураһы Өфөләге төҙөлөш майҙандарының береһендә биш кешенең ғүмере өҙөлөүенә бәйле, тикшереү эшен башланы

Билдәле булыуынса, тимер будка эсендә һөрөм еҫенә ағыуланып Корея граждандары һәләк була. Улар Блюхер урамындағы күп ҡатлы йорт төҙөлөшөндә ҡатнашҡан. Объект «Сальвия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иҫәбендә. Хеҙмәт килешеүе буйынса сит ил вәкилдәре штукатур һәм маляр булып эшләгән.

01 мар, 21:59

Тәтешле районында һөрөмдән ағыуланып бер ҡатын үлгән

Үрге Тәтешле ауылында машина эсендә газ менән ағыуланып 33 йәшлек ҡатын үлгән.

01 мар, 16:14

Стәрлетамаҡ туҡталыштарының береһендә мәйет табылған

Кесаҙна, 1 март, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Балалар поликлиникаһы” туҡталышында ир мәйете табылған.

01 мар, 15:08

Башҡортостанда законһыҙ ике мышы атылған

Ғафури районында законһыҙ рәүештә мышы атыу буйынса енәйәт эше судҡа тапшырылды. 56 йәшлек ир браконьерлыҡта ғәйепләнә.

01 мар, 13:15

Өфөлә төҙөлөш майҙанында 5 кеше һәләк булған

Бөгөн иртәнсәк Блюхер урамындағы төҙөлөп ятҡан йортта 5 мәйет табылыуы хаҡында билдәле булды.

01 мар, 12:45

Өфө ятаҡтарының береһендә туңып үлгән кеше табылған

Комсомол урамындағы ятаҡтың балконында үле ирҙе тапҡандар. Ятаҡта йәшәүселәр шунда уҡ тәртип һаҡлаусыларын саҡырған.

01 мар, 11:53

Иглин районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың яҡындарына аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк

Был турала бөгөн Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Төбәк башлығы оператив кәңәшмәлә автомобиль юлдарында һәм федераль трассаларҙа контроль системаһын булдырыу, шул иҫәптән видеотеркәү сараларын ҡулланыу мәсьәләһен күтәрҙе. Ҡурҡыныс аварияла иҫән ҡалыусыларға медицина ярҙамы күрһәтелә. Бөгөн Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына Әшә дауаханаһынан пенсионер Елена Бородина күсерелде. Автобусты бәрҙергән йөк машинаһы водителенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

28 фев, 23:58

Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Иглин районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһенә бәйле оператив кәңәшмә үткәрҙе

М-5 трассаһындағы аварияла 9 кешенең ғүмере өҙөлдө. Осрашыуҙа Республика Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм профилле министрлыҡ- ведомство етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмә авария ҡорбандары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ менән башланды.

28 фев, 21:47

Өфө ҡалаһы йәшәүсеһенән интернет-талаусы 30 мең һум урлаған

Орджоникидзе районының 29 йәшлек йәшәүсе билдәһеҙ банктың кредит рефинанслау хеҙмәте менән файҙаланған.

28 фев, 18:20