Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда ике бүлмәле фатир янған

Кисә, 27 февраль, Ишимбай ҡалаһының бер йортонда янғын сыҡҡан.

28 фев, 09:51

Башҡортостанда бурыслыны урлауҙа ғәйепләнгән егет тотолған

22 йәшлек Нефтекама ҡалаһы йәшәүсеһе уға аҡса бурыслы дуҫын үҙ фатирында ике аҙна бик аҫтында тотҡан.

28 фев, 16:54

Башҡортостанда иномарка тракторға төкөгән, бала яфаланған

Иномарка менән трактор ҡатнашлығындағы авария бөгөн, 28 февраль, М7 трассаһында булған.

28 фев, 14:34

Сибай ҡалаһында наркотиктар менән һатыу иткән биш ирҙе хөкөмгә тарттырҙылар

Тыйылған матдәләрҙе улар Магнитогорск ҡалаһынан ташыған.

28 фев, 12:20

Башҡортостанда ялған алкоголь һатыусы тотолған

Мәләүез ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре спритлы эсемлектәр менән һатыулаштырған 20 йәшлек егетте ҡулға алғандар.

28 фев, 08:09

Бер нисә сәғәт элек М5 трассаһында микроавтобус менән йөк транспорты бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 9 кешенең ғүмере өҙөлдө

Республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, киске сәғәт алтынсылар яртылар тирәһендә МАН менән «Мерседес Спринтер» бәрелешә. Билдәле булыуынса, автобус Өфөнән Усть-Катавҡа китеп барғанда аварияға тарый. Уның салонында 12 пассажир ултырған.Әле фажиғә урынында хәбәрсебеҙ Айнур Кәбиров эшләй. Ул һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра.

27 фев, 23:59

Бөгөн иртән террорсылар «Өфө» халыҡ-ара аэропортында «Airbus A321» самолетын баҫып алды

Илдең башҡалаһына осорға йыйынған һауа судноһы бортонда 46 пассажир һәм 6 экипаж ағзаһы була.

27 фев, 20:20

Стәрлетамаҡта йәйәүлеләр үткәүелендә ҡатынды төкөгәндәр

Шаһиттар әйтеүенсә, ҡатын юлды светофорҙың йәшел төҫөнә үтеп барған булған. ГАЗель водителе йәйәүлене күрмәйенсә ҙур тиҙлектә төкөгән. Яфаланыусыны ашығыс ярҙам машинаһы алып киткән.

27 фев, 17:33

Башҡортостанда фуралар ҡатнашлығындағы авария ике кешенең ғүмерен өҙгән

Бөгөн, 27 февраль, М5 трассаһында ике кеше һәләк булған. 13:47 фуралар төкөшкән.

27 фев, 15:27

Өфөлә нефть һатыусылар булып ҡыланған кешеләр 60 млн һумлыҡ афера ойошторған

Бөгөн дүрт Өфө һәм бер Набережные Челны йәшәүсеһенә хөкөм сығарылды. Улар алдауҙа ғәйепләнә.

27 фев, 12:42

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 26 февраль буйынса һығымта яһаны

Кисә ун аварлияла ун ике кеше йәрәхәтләнгән. Тәүлек эсендә өс меңгә яҡын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 48 иҫерек водитель тотолған, бер юғалған автомобиль табылған.

27 фев, 11:38

Стәрлетамаҡта эшселәргә 5 млн һумға яҡын эш хаҡы түләнмәгән

АЙ “Продтовары” 2017 йылдың июленән алып 8 эшсеһенә эш хаҡы күсермәгән, уларға түләү бурысы 800 мең һумдан ашҡан. Эшселәр ғәҙеллек һорап прокуратураға мөрәжәғәт иткәндән һуң, был фирманың тағы 219 кешегә 5 000 000 һум бурысы булыуы асыҡланған.

27 фев, 11:15

Өфөлә “Hyundai Accent” “Land Rover Discovery”ға төкөгән

Юл фажиғәһе кисә кисен Менделеев урамында булған.

27 фев, 09:33

Тәгәрмәсле зоопарк хайуандарҙы мыҫҡыл итеү урынына әйләнгән

Республика буйлап сәйәхәт итеүсе йәнлектәр донъяһында йәнә тикшереүҙәр башланды. Был юлы ситлектәге насар шарттарға Благовещен ҡалаһында йәшәүселәр зарланды. Улар фекеренсә, күсмә зоопарктағы хайуандар ҡышҡы һыуыҡтарҙы бик ауыр кисерә, ә ҡайһы берәүҙәренә ветеринарҙар ярҙамы талап ителә.

26 фев, 22:01

Хәйбулла районында 23-нән 24 -нә ҡараған төндә юғалған ике үҫмер ҡыҙ табылды

Туғандары уларҙы Әҙел ауылы эргәһендәге тау итәгендә тапҡан. Ҡыҙҙарҙың өлкәне һәләк булған, уның 14 йәшлек һеңлеһе дауаханала ята. Табибтар әйтеүенсә, бала ауыр хәлдә. Ҡыҙҙың умыртҡа һөйәгенең бил өлөшө имгәнгән, ҡулдары һәм аяҡтары туңған. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса тикшереү алып бара.

26 фев, 19:45

Башҡортостан прокуратураһы законһыҙ рәүештә шәхси милеккә алынған ике гектар ерҙе хакимиәткә ҡайтарҙы

2013 йылдың ғинуарында полиция хеҙмәткәре, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү һылтауы менән, Өфө хакимиәтенән ҡала янындағы ике гектар ерҙе ҡуртымға ала.

26 фев, 17:23

Өфөлә трамвайҙан сығып барышлай ике кеше тапалған

Красин урамында автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына ике кеше эләккән. Зыян күреүселәр дауаханаға оҙатылған.

26 фев, 16:42

Әлшәй районында пенсионерҙан аҙыҡ-түлек урлаған енәйәтсе ҡулға алынды

Енәйәтсе 84 йәшлек әбейҙең йортона тәҙрә ярып ингән. Өй эсендә бер ниндәй ҙә байлыҡ тапмағас, булған ашамлыҡтарҙы йыйып сығып киткән.

26 фев, 16:09

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған ғаиләне эҙләйҙәр

Юғалған ҡыҙҙың егете хәбәр итеүенсә, 24 йәшлек Ирина Кузякова 17 февральдан бирле бәйләнешкә сыҡмай.

26 фев, 15:58

Өфөлә енәйәтсе ҡуртымға алған машинаны һатып ебәргән

Башҡортостан эске эштәр министрлығының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 31 йәшлек Өфө ҡалаһының Сипайлово районы йәшәүсеһе ҡуртымға автомобиль алып уны интернет аша һатып ебәргән.

26 фев, 15:36