Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда ҡурҡыныс юл фажиғәһе

Авария төнөн Стәрлетамаҡта булған. Көслө төкөлөү һөҙөмтәһендә ВАЗ 21099 машинаһы ике өлөшкә бүленгән.

22 фев, 08:19

Өфөлә нефть һатыусылар булып ҡыланған кешеләр 60 млн һумлыҡ афера ойошторған

Бөгөн дүрт Өфө һәм бер Набережные Челны йәшәүсеһенә хөкөм сығарылды. Улар алдауҙа ғәйепләнә.

27 фев, 12:42

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 26 февраль буйынса һығымта яһаны

Кисә ун аварлияла ун ике кеше йәрәхәтләнгән. Тәүлек эсендә өс меңгә яҡын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 48 иҫерек водитель тотолған, бер юғалған автомобиль табылған.

27 фев, 11:38

Стәрлетамаҡта эшселәргә 5 млн һумға яҡын эш хаҡы түләнмәгән

АЙ “Продтовары” 2017 йылдың июленән алып 8 эшсеһенә эш хаҡы күсермәгән, уларға түләү бурысы 800 мең һумдан ашҡан. Эшселәр ғәҙеллек һорап прокуратураға мөрәжәғәт иткәндән һуң, был фирманың тағы 219 кешегә 5 000 000 һум бурысы булыуы асыҡланған.

27 фев, 11:15

Өфөлә “Hyundai Accent” “Land Rover Discovery”ға төкөгән

Юл фажиғәһе кисә кисен Менделеев урамында булған.

27 фев, 09:33

Тәгәрмәсле зоопарк хайуандарҙы мыҫҡыл итеү урынына әйләнгән

Республика буйлап сәйәхәт итеүсе йәнлектәр донъяһында йәнә тикшереүҙәр башланды. Был юлы ситлектәге насар шарттарға Благовещен ҡалаһында йәшәүселәр зарланды. Улар фекеренсә, күсмә зоопарктағы хайуандар ҡышҡы һыуыҡтарҙы бик ауыр кисерә, ә ҡайһы берәүҙәренә ветеринарҙар ярҙамы талап ителә.

26 фев, 22:01

Хәйбулла районында 23-нән 24 -нә ҡараған төндә юғалған ике үҫмер ҡыҙ табылды

Туғандары уларҙы Әҙел ауылы эргәһендәге тау итәгендә тапҡан. Ҡыҙҙарҙың өлкәне һәләк булған, уның 14 йәшлек һеңлеһе дауаханала ята. Табибтар әйтеүенсә, бала ауыр хәлдә. Ҡыҙҙың умыртҡа һөйәгенең бил өлөшө имгәнгән, ҡулдары һәм аяҡтары туңған. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса тикшереү алып бара.

26 фев, 19:45

Башҡортостан прокуратураһы законһыҙ рәүештә шәхси милеккә алынған ике гектар ерҙе хакимиәткә ҡайтарҙы

2013 йылдың ғинуарында полиция хеҙмәткәре, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү һылтауы менән, Өфө хакимиәтенән ҡала янындағы ике гектар ерҙе ҡуртымға ала.

26 фев, 17:23

Өфөлә трамвайҙан сығып барышлай ике кеше тапалған

Красин урамында автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына ике кеше эләккән. Зыян күреүселәр дауаханаға оҙатылған.

26 фев, 16:42

Әлшәй районында пенсионерҙан аҙыҡ-түлек урлаған енәйәтсе ҡулға алынды

Енәйәтсе 84 йәшлек әбейҙең йортона тәҙрә ярып ингән. Өй эсендә бер ниндәй ҙә байлыҡ тапмағас, булған ашамлыҡтарҙы йыйып сығып киткән.

26 фев, 16:09

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған ғаиләне эҙләйҙәр

Юғалған ҡыҙҙың егете хәбәр итеүенсә, 24 йәшлек Ирина Кузякова 17 февральдан бирле бәйләнешкә сыҡмай.

26 фев, 15:58

Өфөлә енәйәтсе ҡуртымға алған машинаны һатып ебәргән

Башҡортостан эске эштәр министрлығының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 31 йәшлек Өфө ҡалаһының Сипайлово районы йәшәүсеһе ҡуртымға автомобиль алып уны интернет аша һатып ебәргән.

26 фев, 15:36

Мәләүез районының икмәкханаһында эшләүсе йәшерен мигранттар ҡайтырға сыҡты

Сит ил ҡунаҡтары регистрацияһыҙ булғандары өсөн хөкөмгә тарттырылды. Суд уларға административ штрф түләү һәм депортациялау ҡарарын сығарҙы.

26 фев, 12:31

Башҡортостанда ике ҡыҙ тауҙар араһында табылған

Хәйбулла районының Әҙел ауылы янындағы ҡая эргәһендә ике уҡыусы табылған. 16 йәшлек ҡыҙ үлгән, 14 йәшлек ҡыҙ дауаханала ята, уның ҡулдары һәм аяҡтары туңған, арҡа һөйәге яраланған, тип хәбәр ителә.

26 фев, 11:15

Уҙған төн Баймаҡ ҡалаһының Өмөтбаев урамындағы шәхси йортта сыҡҡан янғын фажиғәле тамамланды

Янғын сыҡҡан мәлдә ғаиләләге 14, 9 һәм алты йәшлек өс бала яңғыҙҙары ғына йоҡоға талған булған. Төтөн еҫенә уларҙың уртансыһы уянып, ярҙамға күршеләрен саҡыра. Ҡотҡарыусылар килеп етеүгә өй эсен ҡуйы төтөн ялмап ала. Төтөнгә ағыуланған балалар дауаханаға оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа, уларҙың иң өлкәне 14 йәшлек Айгизә юлда уҡ һәләк була.

22 фев, 16:14

Өфөлә күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан

Бөгөн иртәнсәк, Өфө шоссеһында урынлашҡан туғыҙ ҡатлы йорттоң балконында ут ҡапҡан.

22 фев, 11:15

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш фажиғәле хәл

22 февраль төндө Баймаҡ ҡалаһының Өмөтбаев урамында ҡот-осҡос янғын сыға.

22 фев, 10:30

Браконьерҙар байымаҫ

Бәләбәй районының махсус тәбиғәт һаҡлағысында рөхсәтһеҙ һунар итеүселәр ҡулға алынды. Улар өс йәшлек мышыны аулаған.

21 фев, 17:09

Өфөлә водитель таныҡлығы булмаған автобус шоферы тотолған

Кисә, 20 февралдә, Сипайлово микрорайонында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 75-се маршрут буйынса йөрөгән “Пежо” автобусын туҡтатҡан. Был мәлдә салонда биш пассажир булған.

21 фев, 16:31