Хәл-ваҡиғалар

Бала ҡараусы 100 мең һумлыҡ штрафҡа тарттырылды

Өфөлә һигеҙ айлыҡ сабыйҙы туҡмауҙа ғәйепләнеүсе бала ҡараусы ғаиләгә 100 мең һум компенсация түләйәсәк. Бындай ҡарарҙы Республиканың Юғары суды сығарҙы.

21 фев, 14:44

Теле оҙондоң - кеҫәһе йоҡа

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе 28 йәшлек иргә полиция хеҙмәткәрҙәрен кәмһеткән өсөн 15 мең һум штраф һалғандар.

21 фев, 12:27

Ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере ҡыйылған

Кисә кисен Мәләүез районында өс автомобиль төкөшкән.

21 фев, 09:30

Башҡортостан юлдарында фажиғә

Шишәмбе, 20 февраль, Миәкә районында ҡурҡыныс авария булды. Яраланғандар бар.

20 фев, 17:30

Башҡортостанда 19 йәшлек егет юғалған

Баҡалы районында 19 йәшлек Николай Корнилов юғалған. Николай, үҙе йәшәгән Бозор ауылынан 12 февраль сыҡҡан, шунан бирле бәйләнешкә сыҡҡаны юҡ. Егет Баҡалылағы аграр колледжының икенсе курсында уҡый.

20 фев, 14:27

Башҡортостанда, ир, Сүриәләге һуғышта ҡатнашҡаны өсөн хөкөмгә тарттырылған

Дүртөйлө ҡалаһы йәшәүсеһе законһыҙ рәүештә һуғышта ҡатнашыуҙа ғәйепләнә, суд 9 йыл һәм 3 айлыҡ хөкөм сығарҙы.

20 фев, 12:04

Туймазыла ирле ҡатынлы уғрылар язаға тарттырылды

Тумайзы районы суды 40 йәшлек ир һәм уның менән бергә йәшәүсе 34 йәшлек ҡатынға хөкөм сығарҙы. Улар уғрылыҡта ғәйепләнә.

20 фев, 09:51

Белорет ҡалаһында риба алыусы әбейҙе үлтереүҙә ғәйепләнгән енәйәтсене тотҡандар

Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, үлтереү 3 февраль булған. 25 йәшлек Белорет ҡалаһы йәшәүсеһе, таныштарына процент өсөн аҡса биргән 75 йәшлек пенсионеркаға бурысҡа аҡса һорап килгән. Үтенесен кире ҡаҡҡас, енәйәтсе әбейҙе быуып үлтергән.

19 фев, 15:55

Сибайҙа 39 йәшлек ир ҡайсы менән пенсионерға һөжүм иткән

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Сибайҙа 39 йәшлек ир, мәжлес ваҡытында ҡыҙып китеп 55 йәшлек пенсионерға ҡайсы менән сәнскән.

19 фев, 13:45

Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәренең береһендә яраланған уҡыусы дүшәмбе көн үк уҡыуын дауам итә аласаҡ

Табибтар әйтеүенсә, уның хәле ҡәнәғәтләнерлек. Беҙҙең телеканалға хәбәр итеүҙәренсә, 15 йәштәре тулған ике үҫмер ҙә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә тора. Икеһе лә ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән. Уларҙың ата-әсәһе менән аңлатыу эше уҙғарылған. Низағ сәбәпсеһенә аҡса таптырыу статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Ғәҙәттән тыш хәл ҡаланың беренсе мәктәбендә була. 15 йәшлек үҫмер үҙенең йәштәшенә ташланып, унан 100 һум аҡса талап итә. Әммә икенсе үҫмер уға осло әйбер менән сәнсә.

16 фев, 16:37

15 февралдә Өфөлә мебель склады янды

Кисә Өфөнөң Орджоникидзе районында мебель складында янғын сығыу осрағы теркәлде.

16 фев, 10:13

Башҡортостанда 15 йәшлек мәктәп уҡыусыһы класташын бысаҡ менән сәнскән

Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәренең береһендә IX класс уҡыусыһы бысаҡ менән класташына ташланған. Был хәл 14 февраль иртәһендә теркәлгән.

15 фев, 14:52

Башҡортостанда юғалған ирҙе өс аҙна эҙләйҙәр

25 ғинуар көндө Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында йәшәгән 27 йәшлек Замир Бәхтиев хәбәрһеҙ юғалған. Өс аҙна инде уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

15 фев, 10:58

Башҡортостанда ҡыҙ өләсәһенең картаһынан 100 мең һум урлаған

Стәрлетамаҡта аҡса урлауҙа ғәйепләнеүсе ҡыҙ ҡулға алынған. Аҡсаға полицияға мөрәжәғәт иткән әбейҙең туғаны айыу майы һөртөүе асыҡланған.

15 фев, 09:33

Өфө аэропортында “ялған террорсы” багажында бомба булыуы хаҡында хәбәр итә

Өфөнөң Совет районы суды баш таможня инспекторына багажында шартлатҡыс ҡоролма булыуын әйткән самолет пассажирына штраф һалған.

14 фев, 16:45

Башҡортостанда 7,5 тонна бесән янған

13 февраль кис һуңында янғын сығыуы тураһында мәғлүмәт килә. Ут Күгәрсен районының Семён-Петровский ауылында ҡабына.

14 фев, 12:06

Башҡортостанда волонтерҙар юғалған 20 йәшлек Артур Ғәзиевты эҙләй

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм волонтерҙар 20 йәшлек Артур Ғәзиевты эҙләй. Һуңғы тапҡыр егетте 30 ғинуар көндө күргәндәр. Бөгөнгә ҡәҙәр уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

13 фев, 16:19