Уларға ярҙам кәрәк

Өфөлә йәшәүсе игеҙәк малайҙар Тимофей менән Матвей Вислогузовтарға ярҙам кәрәк

Ваҡытынан алда етлекмәй тыуған балаларҙа - церебраль фалиж. Сәләмәтлектәрен яҡшыртыр өсөн игеҙәктәр сираттағы дауалау курсын үтергә тейеш. Әммә бының өсөн 169 мең 600 һум аҡса талап ителә. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.

03 окт, 23:46

Өфөнән ике йәшлек Арыҫлан Сәлимгәрәев тыумыштан йөрәк сиренән интегә

Операция өсөн окклюдер һатып алыу талап ителә. Ғаиләнең ҙур сығымдар өсөн мөмкинлеге юҡ. Улар "Русфонд" хәйриә фондына мөрәжәғәт итә. Баланы һауыҡтырыуға беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ.

26 сен, 21:47

Белоретта йәшәүсе алты йәшлек Дамир Ғәйфуллинға ярҙам кәрәк

Йөрәк сиренән яфаланған сабыйға операция өсөн 200 мең һумдан ашыу торған окклюдер һатып алырға кәрәк. Дамирға "Русфонд" хәйриә фонды ярҙам күрһәтергә әҙер. Баланың яҙмышына битараф булмағандар ҙа был эштә булышлыҡ итә ала. Сөнки малайҙың яҡындары медицина препаратын үҙ көсө менән һатып ала алмай.

08 сен, 22:07

Өфөлә кескәй ҡыҙға ҡан талап ителә

Дүрт йәшлек Ксения Кислухинаға ярҙам кәрәк. Ошо көндәрҙә ҡыҙ балала ҡурҡыныс сир асыҡлана.

30 авг, 16:26

Республикала 12 йәшлек Альберт Фәтхуллинға донор ҡаны талап ителә

Әбйәлил районда янғын ваҡытында 12 йәшлек малай зыян күрә. Әле ул реанимацияла ята. Үҫмерҙең хәле насар, уға даими рәүештә донор ҡаны талап ителә.

28 авг, 15:50

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Виктория Попковаға ярҙам кәрәк!

Март айында уға киҫкен миелоид лейкозы диагнозы ҡуйыла. Өс тапҡыр химия терапияһы үтә. Виктория Попкованы Израиль клиникаһы табиптары дауаларға әҙер. Ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтырыуға ҙур күләмдә аҡса талап ителә.

31 июл, 00:17

Өфөлә күп балалы ғаиләгә ярҙам йөҙөнән Мәрхәмәтлек диктанты ойошторола

Өфөлә йәшәүселәрҙе,Мәрхәмәтлек диктанты сиктәрендә ,рус теленән үҙ белемдәрен тикшерергә саҡыралар. Сара 31 июлдә үтә. Йыйылған аҡса, мәктәпкә әҙерләнеү маҡсатында, күп балалы Быковтар ғаиләһенә йүнәлтеләсәк. (к1)

25 июл, 17:07

Йөрәк сире менән ауырыусы Илһан Ғәләүетдиновҡа ярҙам кәрәк!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Русфонд" хәйриә фонды менән берлектәге мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә. Кушнаренко ауылында йәшәүсе Илһан Ғәләүетдиновта йөрәк сире. Малайға дауаланыу өсөн 250 мең һумдан ашыу аҡса талап ителә.

19 июл, 00:36

Өфөнән Әҙилә Лоҡманова беҙҙең ярҙамға мохтаж

6 йәшлек баланың физик һәм психик үҫеше тотҡарлана. Әммә шуҡ, шаян Әҙиләгә тулы ҡанлы тормош бүләк итергә мөмкин, ҡыҙға бары тик тулы реабилитация курсы үтергә кәрәк. Өфөлә, Ҡазанда һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы үҙәктәрҙә дауаланырға була. Республикалағы бушлай, тик ситкә сығыу өсөн 427 мең 800 һум талап ителә.

25 июн, 21:41

Яңауылда йәшәүсе кескәй Даянға ярҙам талап ителә

Өс йәшлек малайҙың аҫҡы яңаҡтары үҫешмәй, теле насар хәрәкәт итә. Операция яһалмаған осраҡта Даяндың һәр төнө һуңғыһы булыуы ихтимал. Йоҡлағанда сабыйҙың теле тын юлдарын ҡаплауы мөмкин, ти табиптар. "Русфонд" хәйриә фонды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә Даянға ярҙам итеү өсөн аҡса йыя. Сабый тормошона битараф булмаусылар 5542 һандарына ДЕТИ һуҙен ебәрә ала. СМС хәбәр хаҡы 75 һум.

21 июн, 22:04

Башҡортостанда егерме йәшлек ҡыҙға ярҙам кәрәк

Башҡортостанда егерме йәшлек Диана Лотфуллинаға матди ярҙам талап ителә. Ҡыҙҙы, юл аша үтеп барғанда, автобус бәреп китә. Әлеге ваҡытта зыян күреүсе һөйләшә, ултыра, йөрөй алмай. Иҫенә лә килмәгән.

18 июн, 14:59

Янғын бәләһе

10 июнь көндөҙгө сәғәт икеләрҙә Иглин ҡасабаһындағы Төхвәт Йәнәби урамындағы 27 йортта янғын сыға. Утта өс йәшлек бала һәләк була, йорт хужаһы ауыр тән йәрәхәттәре ала. Әлеге ваҡытта ул Өфөнөң 18 дауаханаһына урынлаштырылған. Хәле ауыр.

13 июн, 23:25

Платон Кудисовҡа балалар церебраль фалижы диагнозы ҡуйылған

Йәш ярымлыҡ сабый үҙаллы әйләнә лә алмай. Уға оҙайлы реабилитация талап ителә. Дауаланыуҙы мөмкин тиклем иртәрәк башларға кәрәк. "Бәпестәргә бергәләп ярҙам итәйек!" марафоны сиктәрендә "Үҙенсәлекле балалар" фонды бындай балаларға ярҙам ҡулы һуҙыу маҡсатында махсус иҫәп асҡан.

01 июн, 21:18

Мең төрлө тауыштарға күмелгән тормошҡа тәүге аҙымдар

Тыумыштан һаңғырау ҡалған Асаля Нурморатова ишетә башланы. Бының өсөн ҡыҙға тауыштарҙы көсәйтеүсе имплант ҡуйылған. Шулай ҙа йәш ярымлыҡ сабыйға өҫтәмә медицина ярҙамы талап ителә. Ваҡытында дауалағанда ишетеү һәләтен тулыһынса тергеҙеү мөмкинлеге бар, ти табиптар.

31 май, 22:32

Йәш тә һигеҙ айлыҡ Аиша Дусәеваға ярҙам кәрәк

Ҡыҙҙың тыумыштан күреү һәләте насар. Баланың күҙенә өс тапҡыр операция яһалған. Аиша Дүсәева Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан "Яратҡан сабый" реабилитация үҙәгендә дауалана.

30 май, 21:45

Өфө ҡыҙы ярҙамға мохтаж

Гүзәл Айҙарбәкова өсөнсө стадиялағы түллек биҙе яман шешенән яфаланыуы хаҡында ярты йыл элек кенә белеп ҡала. 35 йәшлек ҡатын кисекмәҫтән аяуһыҙ сир менән көрәшә башлай. Әлегә бер операция һәм биш химия терапияһы үткән. Тулыһынса дауаланыр өсөн уға Мәскәү клиникаларының береһендә тағы ла бер әмәлиәт үтергә кәрәк. Әммә унда медицина ярҙамы түләүле.

22 май, 23:02

Испанияла Илеш районынан 31 йәшлек ҡатын һәләк булған

Уҙған шәмбе Альмерия ҡалаһындағы Рокетас-деМар отелендә йылытыу системаһындағы етешһеҙлек арҡаһында газ тарала.

11 май, 01:42

Благовещен районының Богородский ауылында йәшәүсе Зыянуровтар ярҙамға мохтаж

Күптән түгел биш балалы ғаиләнең йорто янып, улар ҡыйыҡһыҙ тороп ҡала. "Әсәлек капиталы"на төҙөлгән йорт урынында бөгөн көл-күмер генә. Береһенән-береһе бәләкәй балалары менән йәш ғаилә артабан ҡайҙа йәшәргә барырға ла белмәй, улар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.

08 май, 00:01

Ярҙам кәрәк

Өфөлә йәшәүсе алты йәшлек Илья Никульшин шәкәр диабеты менән сирләй. Малайға диагноз өс йәшендә ҡуйылған. Баланы дауалау айына 15 мең һумдан артып китә. Бер йыллыҡ запас препараттарҙы "Русфонд" һәм "Мәрхәмәт" хәйриә фондтары һатып алырға ярҙам итәсәк. Башҡортостан юлдаш телеканалы менән берлектәге акция дауам итә. Илья Никульшин өсөн 133 мең 675 һум йыйырға кәрәк. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.

25 апр, 23:05