Махсус репортаж

Уллы мең илар, улһыҙ бер илар тиһәләр ҙә...

Флорида Исмәғилеваның күҙ йәштәре инде нисәнсе тапҡыр ҡойола. Ә күҙ алдында, Маша йәнһүрәтендәгеләй башына косынка бәйләгән мөләйем ҡыҙсыҡ. Тыумаған ҡыҙы. Ул хыялындағы сабыйҙы тормош иптәшенә оҡшата. Әммә бала тураһындағы уйҙары буй етмәҫлек хыял ғына булып ҡалған шул. Бер нисек тә йөклөлөккә уҙа алмағас 1999 йылда иптәше менән ЭКО эшләтергә Петербургка, ул саҡта әле Ленинград ҡалаһына юлланалар.

17 дек, 00:27

Китә... ҡаҙҙар түгел, беҙҙең ҡыҙҙар

Зәлифә Смит, Ләйсән Донич, Альбина Раэриндзатуву, Айгөл Момит, Рита Османова...был исемлекте оҙаҡ дауам итергә була. Халыҡтар берҙәмлеге ғаиләләрҙә. Нисегерәк сағыла ул берҙәмлек интернациональ ғаиләләрҙә һәм беҙҙең милләт яҙмышында.

11 ноя, 22:36

Санкт-Петербургта башҡорт рухы йәшәй

Санкт-Петербург.. Һәр мөйөшө тарих һаҡлай. Блокадалағы Ленинградты азат итеүҙә меңдәрсә ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны тамған. Өс быуат элек яҡташыбыҙ Исмәғил Тасимов батшаларҙан рөхсәт алып таусылар әҙерләү маҡсатында бында уҡыу йорто асыуға ирешкән. Үткәндәребеҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә уртаҡ. Санкт-Петербург Тау университетында Башҡортостан йәштәре белем алыуы ла осраҡлы түгел. Меңәр саҡырым алыҫлыҡта ятыусы ике төбәк араһында бәйләнеш ептәре ныҡ. Ул ептәрҙең өҙөлмәүе, быуаттар ауазы тау сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йортонда ҡурай моңдарында ла яңғыраны.

11 ноя, 22:35

Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре бөгөн тамамланды

Милли кейем,биҙәүестәр күргәҙмәләре эшләне, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде һәм ҙур концерт ойошторолдо. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төнъяҡ баш ҡалаһына Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы барҙы. Бөгөн үткән саралар тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

02 ноя, 23:59