Спорт

Башҡортостан спортсылары Бөтә Рәсәй инвалидтар спартакиадаһында туғыҙ миҙал яулаған

Республиканың йыйылма командаһында 55 спортсы. Наградаларҙың төп өлөшө йөҙөү буйынса ярыштарҙа уйнатылған. 100 метр арауыҡта батерфляй алымы менәнә ярышта Мелисса Ҡояшова яң яҡшыһы тип танылған.

17 июл, 23:22

Өфө – 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары еңеүсеһе

Алты алтын, һигеҙ көмөш, 11 бронза миҙал менән Өфө беренсе урынға сыҡты. Спорт уйындарында 30 ил һәм 84 ҡаланан бер мең 200 бала ҡатнашты. Улар еңел атлетика, йөҙөү, фехтование, пляж волейболы, баскетбол, дзюдо, ҡаяға үрмәләү һәм быйыл беренсе тапҡыр грек-рим көрәше буйынса ярышты. Республикала бындай күләмдәге спорт уйындары ойоштороу яғынан юғары кимәлдә булыуы менән иҫтәлекле булды.

15 июл, 22:03

Халыҡ-ара балалар уйындарында Башҡортостан балалары юғары уңыштарға өлгәште

Халыҡ-ара балалар уйындарында бер нисә спорт төрө буйынса ярыштар тамамланды. Пляж волейболсылары, баскетболсылар финал осрашыуҙарын үткәрҙе. Шулай уҡ дзюдосылар, ҡаяға үрмәләүселәр, көрәшселәр өсөн дә турнир тамамланды. Уңыш кемгә йылмайҙы һәм иртәгә көйәрмәндәрҙе нимә көтә был турала беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала.

12 июл, 23:49

Халыҡ-ара балалар уйындарында Өфө командаһы тәүге алтын миҙал яуланы

Әлиә Мөхәмәтйәнова дзюдо төрөндә үҙ ауырлыҡ үлсәмендә чемпион булды.

11 июл, 18:05

Өфөлә Балалар олимпиадаһы башланды

53-сө Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында туғыҙ спорт төрө буйынса көс һынаша. Йәш атлеттар Өфө ҡалаһының матурлығы, халҡының ихласлығына һоҡланыуҙарын белдерҙе.

11 июл, 12:21

Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары йәш спортсылар сығыштарын ҡарай ала

Бөгөн Халыҡ-ара балалар уйындарында ярыштар башланды. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов һөйләй.

11 июл, 11:05

Халыҡ-ара балалар уйындарына Олимпиада чемпиондары килде

Улар араһында грек-рим көрәшселәре Александр Карелин, Михаил Мамиашвили, йөҙөүселәр Анастасия Давыдова, Александр Попов бар. Спортсылар Өфөлә Йәйге Балалар олимпиадаһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Синхронлы йөҙөү буйынса 5 тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Анастасия Давыдова әйтеүенсә, ошондай осрашыуҙар балаларҙы ҙур еңеүҙәргә дәртләндерә.

11 июл, 10:01

Өфөлә илдәге иң ҙур спорт комплекстарының береһе Спорт әҙерлеге үҙәген асыу тантаһы уҙҙы

Уны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов, Олимпия чемпиондары Александр Карелин, Анастасия Давыдова, Александр Попов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. 13 мең гектар биләмәне, 37 мең квадрат метр майҙанды үҙ эсенә алған комплекста 49 спорт төрө менән шөғөлләнергә мөмкин. Яңы заманса үҙәк 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары сиктәрендә 4 спорт төрө буйынса тәүге ярыштарҙы ҡабул итә лә инде. Спорт үҙәгенең мөмкинлектәре менән беҙҙең БСТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла танышты.

11 июл, 00:31

Башҡортостанда 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары асылды

Донъяның утыҙ иленән һәм 89 ҡалаһынан килгән йәш спортсыларҙы «Өфө Арена» боҙ һарайында сәләмләнеләр. Быйылғы уйындарҙа малай-ҡыҙҙар туғыҙ спорт төрөндә көс һынашасаҡ. Республикала бындай күләмле спорт сараһы икенсе тапҡыр уҙғарыла. 2013 йылда үткән балалар уйындары ойоштороу яғынан юғары кимәлдә булыуы менән иҫтәлекле булды. Теманы Флорида Ким дауам итә.

11 июл, 00:07

Бөгөн Өфөлә Балалар олимпиадаһына старт бирелде

Ҙур спорт байрамы был минуттарҙа "Өфө-Аренала" бара. Студия менән тура элемтәлә хәбәрсебеҙ Сәриә Рамазанова.

10 июл, 18:00

“Ағиҙел” асыла

Өфөнөң Затон биҫтәһендә спорт әҙерлеге үҙәген файҙаланыуға тапшырыу тантанаһы башланып тора. Комплекс Рәсәйҙәге иң ҙур һарайҙарҙың береһе иҫәпләнә. Унда 50-гә яҡын спорт төрө буйынса ярыш үткәрергә мөмкин. Үҙәк менән республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хабибов таныштыра.

10 июл, 15:04

Өфөнөң Затон биҫтәһендә Спорт әҙерлеге үҙәге асыла

Яңы объект “Ағиҙел” тип атала. Бында ҡалалағы иң ҙур бассейндар була. Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашҡан йөҙөүселәр ошонда ярыша. Грек-рим көрәше буйыса турнир ҙа бында үтә.

09 июл, 18:06

Өфө Балалар Олимпиадаһын ҡабул итә

Иртәгә Йәйге халыҡ-ара балалар уйындар рәсми асыла. Унда 30-ға яҡын илдән 12-15 йәшлек спортсылар ҡатнаша. Улар спорттың 9 төрөндә ярыша. Өфө хакимиәтенең физкультура һәм спорт буйынса идаралығы етәксеһе Сергей Степанов һөйләй.

09 июл, 12:04

Өфө бөтә донъянан делегаттар ҡабул итә

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ҙур спорт ваҡиғаһын ойоштороу барышы менән ҡәнәғәт булыуы тураһында белдерҙе.

08 июл, 16:11

Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашҡан командаларҙы ҡаршылай

Бөгөн ойоштороусылар Өфө халыҡ-ара аэропортында Венгрияның Кечкемет ҡалаһынан килгән йыйылма команданы ҡаршыланы.

08 июл, 15:06

Бөгөн Өфөлә "Ағиҙел" спорт әҙерлеге үҙәген асыу тантанаһы үтте

Ҡамышлы урамындағы объект халыҡ-ара йәйге балалар уйындары алдынан сафҡа инде. Йәш спортсылар бында грек-рим көрәше, еңел атлетика, йөҙөү һәм фехтование буйынса ярыштарҙа көслөләрҙе асыҡлаясаҡ. Һыу инеү урынын тәүге булып спорт федерациялары етәкселәре һынап ҡараны. Улар араһында олимпия уйындары чемпионы Вениамин Таянович та бар.

05 июл, 23:43

Өфөнөн туплы хоккей командаһы быйылғы миҙгелдә Юғары лигала уйнай башлай

“Кировец” клубы 15 июлдә ялдан сыға. Августа Спорт һарайында күнекмәләр үтә. Октябрь-ноябрҙә команда иптәштәрсә уйындар үткәрә.

05 июл, 11:15

“Өфө” футбол командаһында яңы уйынсы

Башҡортостан клубы ярым һаҡсы Даниил Фомин менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. 22 йәшлек спортсы Краснодар футбол мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәй үҫмерҙәр һәм йәштәр йыйылма командалары составында уйнаған.

05 июл, 10:15

Өфөлә ҙур юлда велосипедта уҙышыу буйынса бөтә Рәсәй беренселеге үтә

Унда 15-16 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар ярыша. Ошоға бәйле, баш ҡалала транспорт йөрөшөндә үҙгәрештәр бар.

05 июл, 07:05

Балтаста кикбоксинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Тимур Йосопов менән асыҡ күнекмәләр үтте

Йондоҙ менән күнекмә. Балтас районында йәшәүселәр республика акцияһына ҡушылды. 500-ҙән ашыу спорт һөйөүсене Рәсәйҙең кикбоксинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Тимур Йосопов дәртләндерҙе.

04 июл, 22:50