Спорт

Бөгөн тиҫтәләп кеше Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында йыйылып, һалҡын һыу менән ҡойондо

Ҡышты оҙатыу акцияһы. Иң йәш ҡатнашыусыға – биш йәш булһа, иң олоһо 60 йәшен тултырған. Сынығыу сараһында Пермь, Һамар, Ҡазан вәкилдәре лә булды. Акция Өфөләге күсемһеҙ милек агентлығы башланғысы менән ойошторола. Һалҡын һыу менән ҡойонғандан һуң, ҡатнашыусылар таралашырға ашыҡманы, саф һауала физик күнекмәләр яһаны.

22 фев, 22:40

Күгәрсен районында төбәк-ара милли көрәш буйынса «Ҡыпсаҡ батыры» турниры уҙҙы

Быйылғы турнир Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.

22 фев, 22:39

Әбйәлил районында саңғы буйынса ярыштар үтте

Йылдағыса ул ҡыҙыу бәрелештәрҙә һәләк булған Ринат Зәйнуллин менән Камил Сәйфуллиндың яҡты иҫтәлегенә арналды.

22 фев, 09:16

Юғары хоккей лигаһы февраль айының иң яҡшы уйынсыларын билдәләне

Учалының “Горняк” клубынан Владислав Гросс “Иң яҡшы ҡапҡасы” тип танылды. Ошо уҡ команда форварды Кирилл Тютяев- та “иң яҡшылар” иҫәбендә- 9 уйында 3 шайба индергән, 7 һөҙөмтәле пас биргән.

21 фев, 19:07

Континенталь хоккей лигаһында даими беренселек аҙағына яҡынлаша

“Салауат Юлаев” хоккейсыларына плей-офҡа тиклем 3 уйын ҡалды. Бөгөн юлаевсыларҙы Нур-Солтанда “Барыҫ” клубы ҡабул итә. Матч ярты сәғәттән башлана. Артабан Өфө хоккейсыларын Магнитогорскиҙа “Металлург” һәм Ҡазанда “Аҡ барыҫ” командалары менән уйындар көтә.

21 фев, 18:06

Халыҡ-ара көрәш үҙәген төҙөү өсөн 3 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса кәрәк була

Спорт комплексы Өфөнөң Глумилин биҫтәһендә урынлаша. Проект Адреслы инвестиция программаһына индерелде. Уны 2 йыл эсендә төҙөп бөтөргә уйлайҙар.

21 фев, 14:28

Өфөлә халыҡ-ара көрәш үҙәге булдырыла

Проект Республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. 3 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса тотонола. Төҙөлөш быйыл башлана, 2022 йылда тамамлау планлаштырыла. Үҙәк 3 меңдән ашыу тамашасыға иҫәпләнә.

21 фев, 13:43

Ишембай районында Ватанды һаҡлаусылар көнөн спорт ярыштары менән билдәләйҙәр

Унда был йәкшәмбе "Еңеү" тип аталған турнир уҙғарыла. Эргә-тирәләге райондарҙан 10-сы-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша. Ишембай телевидениеһы етәксеһе Сибәғәт Рахманғолов һөйләй.

21 фев, 13:39

Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ФИФА рейтингында урыны һаҡлап ҡалды

Беҙҙең футболсылар 38-се булып урынлашҡан. Беренсе урындарҙа Бельгия, Франция һәм Бразилия командалары килә. Халыҡ-ара футбол ассоциациялары берлегенең киләһе рейтингы апрель айында иғлан ителә.

20 фев, 18:08

«Ағиҙел» хоккейсылары даими беренселекте тәүге урында тамамланы

Өфө ҡыҙҙары плей-офф этабы алды уйындарын Екатеринбургта уҙғарҙы һәм бөгөн һуңғы матчта урындағы өлкә йыйылма дружинаһын 3-кә 0 иҫәбенә еңеүгә өлгәште. Кисә ошо уҡ команданы 8-гә 2 иҫәбенә ҡыйратҡайны. Быйылғы миҙгелдә ҡатын-ҡыҙҙар лигаһында 7 команда ҡатнаша. “Ағиҙел” пле...

20 фев, 16:07

Доньяның иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин тыуған яғы Силәбенән Өфөгә күсеүе тураһында хәбәр итте

Был турала ул социаль селтәрҙәрҙә белдерә. “Башҡортостан минең өсөн һәр саҡ икенсе йортом булды. Республика һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, көслө була бара. Бында мин спорт һәм социаль проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра, сәләмәт тормош рәүешен һөҙөмтәле пропаганда...

20 фев, 12:54

Туплы хоккей буйынса буйынса Юғары лигала даими беренселек дауам итә

Өфөнөң “Кировец” клубы сираттағы матчын үҙ майҙанында Ҡазандың “Динамо-2” клубы менән уҙғарҙы һәм дәғәсеһен 7-гә 2 иҫәбенә отто. Дөйөм турнир таблицаһында “Кировец” әлегә 4-се урында килә. Киләһе уйынын да баш ҡала хоккейсылары үҙ боҙонда үткәрә- иртәгә Өфөгә Үрге Өфөл...

19 фев, 18:06

«Өфө» футболсылары ил беренселегенең яҙғы этабына әҙерлекте дауам итә

Команда Испанияла күнекмәләр барышында Швейцариянан "Рапперсвиль" менән осрашты һәм 2-1 иҫәбе менән еңеү яулана. 22 февралдә Мәскәүҙең ЦСКАһы менән контроль уйын планлаштырылған. Испаниялағы күнекмәләр февраль аҙағына тиклем дауам итә.

19 фев, 17:02

Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Башҡортостан командаларының плей-офф этабындағы дәғүәселәре асыҡланды

Нефтекаманың "Торос"ы сирек финалға сығыу өсөн Ташкент ҡалаһында "Хумо" командаһы менән көс һынаша. Учалының "Горняг"ы иһә Санкт-Петербургтан "Динамо" менән осраша. Тәүге уйындар 22 һәм 23 февралдә була.

19 фев, 13:32

Өфөлә ветерандар араһында сноуборд һәм тау саңғыһында шыуыу буйынса турнир үтте

Ҡала кубогы өсөн 60 кеше көрәште. Старт һыҙығына хаҡлы ялдағылар, шулай уҡ йәш быуын вәкилдәре лә баҫты. Сәләмәт тормошто пропагандалаусы сара өсөнсө тапҡыр уҙғарылды, быйыл ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Чемпионат Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса идаралығы, ветерандар советы башланғысы менән ойошторола.

19 фев, 12:57

Башҡортостандан Эдуард Латыпов биатлон буйынса донъя чемпионатында сығыш яһай

Турнир ошо көндәрҙә Италияла үтә. Бөгөн ир-егеттәр араһында 20 километрға шәхси уҙыш ойошторола. Милли команда өсөн сығыш яһаясаҡ спортсылар исемлегендә Александр Логинов, Евгений Гараничев, Никита Поршнев һәм Эдуард Латыпов күрһәтелгән.

19 фев, 11:25

Йәш юлаевсылар Ырымбур хоккейсыларын ҙур иҫәпкә еңде

Уйын Өфөлә уҙҙы. Унда “Толпар” командаһы “Сармат” клубын 10-1 иҫәбенә ҡыйратты. Быға тиклем йәш юлаевсылар 5-0 иҫәбенә еңгәйне. Йәштәр хоккей лигаһы Көнсығыш конференцияһы турнир теҙмәһендә “Толпар” беренсе урында килә. Иртәгә Өфөгә Тольяттиҙан “Ладья” командаһы килә.

19 фев, 10:04

Өфөлә танылған хоккей белгесе Сергей Михалев урамы барлыҡҡа килә

Башҡортостан Башлығы ошо турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Хоккей буйынса күнекмәнән һуң, Радий Хәбировҡа “Салауат Юлаев” клубы тренерҙары һәм ветерандары мөрәжәғәт иткән. Улар Өфөләге урамдарҙың береһенә Сергей Михалев исемен биреүҙе үтенгән. Республика Башлығы был мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ итәсәген белдерҙе.

19 фев, 10:00

Нуриманда 5 спорт төрө буйынса район-ара турнир уҙғарыла

Унда Мишкә, Бөрө, Ҡариҙел һәм Иглин йыйылма командалары ҡатнаша. Ярышты Нуриман хакимиәте менән мөхтәсибәт берлектә ойоштора, уның маҡсаты социаль хәүефһеҙлек категорияһына ҡараған йәштәрҙе-үҫмерҙәрҙе спортҡа ылыҡтырыу, ти райондың имам-мөхтәсибе Илгиз Хәкимов.

18 фев, 16:05

Салауат Юлаев плей-оффта

Континенталь хоккей лигаһында Гагарин кубогы өсөн көрәш февраль аҙағында башлана. Республиканың төп хоккей командаһы талисмандарының береһе - Хоттабыч быйыл Кубокты мотлаҡ Башҡортостан яулаясаҡ, тип фаразлай.

18 фев, 15:05