Спорт

Күмертау ҡалаһында насар күреүселәр араһында өҫтәл теннисы буйынса республика чемпионаты үтте

Ул “Милләт йәшлеге” йәмәғәт фонды проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өҫтәл теннисы тренеры Алина Сурағолова һөйләй.

18 фев, 12:39

«Салауат Юлаев» плей-офҡа сыҡты.

Юлаевсылар “Өфө-Арена”ла “Сочи” клубын 2-гә 0 иҫәбенә отто. Баш ҡала хоккейсылары Континенталь лигала 12-се тапҡыр Гагарин кубогы өсөн көрәште плей-офф этабында дауам итәсәк. Баш тренер Николай Цулыгин команданың берҙәм уйынын билдәләне.

18 фев, 10:17

Өфөлә 2021 йылда үҫмерҙәр араһында спорт алышы буйынса донъя чемпионаты үтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй Спорт алышы федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили менән осрашыуында ошо турала килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был документ шулай уҡ республикала спорт алышын үҫтереүгә булышлыҡ итә.

18 фев, 10:10

Континенталь хоккей лигаһы аҙнаның иң яҡшы уйынсыларын билдәләне

“Иң яҡшы ҡапҡасы” тип Нурсолтандың “Барыҫ”ынан Эдвард Паскуале, “Иң яҡшы һаҡсы” тип Түбәнге Каманың “Нефтехимк” клубынан Райвн Мерфи танылды. Салауат Юлаевтан Никита Сошников “Иң яҡшы һөжүмсе” номинацияһында еңеүсе булды. Форвард 3 уйында 5 шайба индергән, 2 һөҙөмтәле пас биргән.

17 фев, 19:08

«Өфө» клубы Испанияла әҙерлек күнекмәләрен башланы

Баш ҡала футболсылары йыйын барышында Мәскәүҙән ЦСКА, Швейцарияның “Рапперсвиль” һәм Ҡытайҙың “Далянь Ифан“ клубтары менән контроль уйындар уҙғарасаҡ. Премьер-лигала ҡышҡы тәнәфестән һуң даими беренселек 28 февралдә старт ала. Вадим Евсеев командаһын 1 мартта “Красно...

17 фев, 18:06

Никита Сошниковтың өс голы юлаевсыларға еңеү килтерә алманы

Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ боҙонда Санкт-Петербургтың СКА клубын ҡабул итте.

15 фев, 23:45

Иртәгә Өфө шорт-трек үҙәгендә тантаналы шарттарҙа шорт-трек буйынса Рәсәй кубогы финалы старт ала

Спорт объекты былтыр декабрҙә файҙаланыуға тапшырылғайны. Киләсәктә Өфө шорт-трек үҙәгендә Европа һәм донъя кимәлендә ярыштар уҙғарыу ҡарала.

14 фев, 21:45

«Салауат Юлаев» клубы үҙ боҙонда Мәскәүҙең «Спартагынан» 2:5 иҫәбе менән еңелде

Ҡунаҡтар тәүге осорҙа уҡ хужалар ҡапҡаһына өс шайба индерҙе. Ошо уҡ осор аҙағында Александр Бурмистров мәскәүҙәргә ҡаршы шайба менән яуап бирҙе. Уйындың һуңғы этабында ҡаршы команда мәрәйҙәре тағы ла икәүгә артты. Шулай ҙа Никита Сошников иҫәп айырмаһын бер шайбаға кәметә алды. Шулай итеп, уйын «Спартак» файҙаһына 2:5 иҫәбе менән тамамланды.

14 фев, 21:44

“Ҡыҙыл машина”

Башҡортостан милли команда өсөн хоккейсыларҙы әҙерләү үҙәге булыуы ихтимал.Беҙҙең республикала “Ҡыҙыл машина” проектын тормошҡа ашырыу башланғысы бар.

14 фев, 18:15

"Салауат Юлаев"тың баш тренеры Николай Цулыгин көйәрмәндәрҙән ғәфү үтенде

Континенталь хоккей лигаһында юлаевсылар сираттағы уйынын Мәскәүҙән "Спартак" менән үткәрҙе һәм 2-гә 5 иҫәбе менән отолдо.

14 фев, 10:57

Өфөнән Алина Дәүләтова һәм Родион Әлимов бадминтон буйынса Европа чемпионатында алтын миҙал яуланы

Францияның Льевен ҡалаһында Алина Дәүләтова һәм Екатерина Болтова Исландияның ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһын 5-кә 0 иҫәбенә еңде.

13 фев, 16:20

Стәрлетамаҡ ил кимәлендәге ярыштарҙы ҡабул итә

Бөгөн Олимпия резервындағы спорт мәктәбендә 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында – Рәсәйҙең дзюдо буйынса Рәсәй беренселеге, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр араһында ошо уҡ спорт төрө буйынса ил чемпионаты башлана.

13 фев, 15:20

"Урал" волейболсылары Рәсәй суперлигаһында плей-офҡа сығыр өсөн көрәшә

Әле команда 10-сы урында килә. Плей-офҡа сығыр өсөн тәүге 8 рәтендә булырға кәрәк. Команданың баш тренеры Виктор Сидельников әйтеүенсә, психологик һәм физик әҙерлеккә өҫтөнлөк бирелә.

13 фев, 11:20

Йәш шашкасылар Йылайырҙа көслөләрҙе асыҡланы

Юлдыбай ауылында рус шашкаһы буйынса Урал аръяғы кубогының сираттағы этабы уҙҙы. Турнирҙа 14 йәшкә тиклемге 70-тән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре менән Баймаҡ районы Шахмат һәм шашка федерацияһы рәйесе Зөлфәр Зөбәйеров таныштыра.

12 фев, 19:54

Өфөгә илдең иң көслө конькиҙа шыуыусылары йыйыла

Баш ҡалала асылған “Шорт-трек үҙәге”ндә Рәсәй кубогы финалы уҙа. Унда 16 төбәктән 84 спортсы көс һынаша. Еңеүселәр шорт-трек буйынса милли командаға һайлап алына.

12 фев, 18:49

Әлшәй районы үҙәге Раевкала яңы физкультура һауыҡтырыу комплексы асыла

Бассейнлы комплекс март айында әҙер була. Яңы физкультура үҙәге “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы сиктәрендә төҙөлдө.

12 фев, 15:00

Александр Беленов Өфөлә ҡала

Башҡортостан футбол клубы ҡапҡасы менән контрактын оҙатты.

12 фев, 11:20

"Салауат Юлаев" "Адмирал"ды еңде

Континенталь хоккей лигаһында сираттағы уйынын юлаевсылар Өфөлә үткәрҙе. Владивосток командаһы менән осрашыу 3-0 иҫәбенә тамамланды. "Салауат Юлаев"тың баш тренеры Николай Цулыгин.

12 фев, 10:20

«Алтын шайба» турнирында Башҡортостан данын Кушнаренко һәм Баҡалы хоккейсылары яҡлай

Ауыл командалары араһындағы Бөтә Рәсәй ярыштары бөгөн башлана. Ул Салауат ҡалаһының Салауат боҙ һарайында уҙғарыла. Быйыл унда 16 төбәктән 2-шәр команда ҡатнаша. «Алтын шайба» йәш хоккейсылар турнирында 2005-2006 йылғы үҫмерҙәр сығыш яһай.

12 фев, 07:49

Башҡортостанда ауыл спорт уйындары сиктәрендә хоккей буйынса зона ярыштары үтте

Мәсәғүт, Раевка, Иглин, Асҡар һәм башҡа район үҙәктәрендә ойошторолған турнирҙарҙа дүрт тиҫтәнән ашыу команда көс һынашты. Урал аръяғында урынлашҡан төбәк хоккейсылары Әбйәлил районына йыйылды.

11 фев, 23:43