Спорт

Дәүләкәндә милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры үтте

Ярыш Башҡортостандың 100 йыллығы һәм республиканың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың иҫтәлегенә арналды. Дәүләкәндә милли көрәш буйынса турнир даими ойошторолоп килә. Йыл һайын унда ҡатнашырға теләүселәр һаны арта ғына.

26 мар, 22:51

Шашка оҫталары Өфөлә йыйыла

Баш ҡалала йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселеге дауам итә. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған турнирҙа илдең байтаҡ төбәктәренән 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.

26 мар, 16:16

Иҫке Балтас ауылында ГТО нормаларын тапшырыу ойошторолодо

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер! Рәсәйҙә ГТО нормаларын тапшырыу традицияһын тергеҙеүгә теүәл биш йыл тулды. Спорт байрамы уңайынан Иҫке Балтас ауылында 13 хеҙмәт коллективы сығыш яһаны. Етеҙҙәр һәм ҡыйыуҙар менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә аралашты.

25 мар, 23:41

Таһир Кусимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында үткән тәүге ат сабышы турнирында Дыуан районы еңеү яуланы

Республиканың бер быуатлыҡ юбилейына арналған ярыштың беренсе этабында Әбйәлил, Баймаҡ, Әлшәй һәм Дыуан райондары юртаҡтары ҡатнашты. Сара сиктәрендә йылҡысылыҡ тармағына арналған бай йөкмәткеле күргәҙмә лә ойоштолдо.

25 мар, 22:44

Таһир Күсемов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромында бәйге үтте

"Терра Башкирия" тип исемләнгән спорт байрамында башҡорт тоҡомло аттар сабышты.

25 мар, 10:21

Өфөнөң "Ағиҙел" ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубы уйынсылары милли командаға саҡырылды

Апрелдә Финляндияла донъя чемпионаты үтә. Ҡыҙҙар ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһендә турнирға әҙерлек күнекмәләрендә шөғөлләнә.

25 мар, 09:27

Таһир Кусимов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромында ат турнирына етди әҙерләнәләр

Бөгөн биләмәгә ярыштың беренсе этабында ҡатнашасаҡ Әбйәлил, Баймаҡ, Әлшәй һәм Дыуан районы командалары аттары килтерелде. Ипподромда тәүге күнекмәләр ҙә үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың бер быуатлыҡ юбилейына арналған ат сабышы 24 мартҡа билдәләнгән.

22 мар, 23:59

«Салауат Юлаев» хоккей командаһы Көнсығыш конференцияның финалына сыҡты

"Салауат Юлаев" хоккейсылары Көнсығыш конференцияның финалына сығып, быйылғы миҙгелдә кәмендә бронза миҙалға эйә буласаҡ. Бөгөн юлаевсылар Екатеринбургта үткән бишенсе осрашыуҙа ла, дөйөм серияла ла 4-1 иҫәбе менән еңеү яуланы.

22 мар, 23:53

«Торос» хоккей командаһы Петров Кубогының ярымфиналына сыҡты

Бөгөн Нефтекаманың "Торос" хоккейсылары ла уңыш ҡаҙанды. Руслан Сөләймәнов тәрбиәләнеүселәре Ҡурғанда урындағы "Зауралье" клубы менән осрашып, хужаларҙы 3-1 иҫәбенә отто.

22 мар, 23:53

Әбйәлил районы Ҡолоҡас ауылында саңғы ярышы үтте

Яҙҙың тәүге айы аҙағына яҡынлашыуға ҡарамаҫтан, урманда быйыл ҡар етерлек. Шуға ла ҡояш нурҙары аҫтында үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр күп булды. Ойоштороусылар бәйгене саңғы, биатлон һәм велосипедта уҙышыу буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Мазһар Алсынбаевтың яҡты иҫтәлегенә бағышланы.

22 мар, 21:35

«Салауат Юлаев» хоккей клубына Көнсығыш конференцияһы финалына сығырға бер аҙым ҡалды

"Салауат Юлаев" клубына Көнсығыш конференцияһы финалына сығыу өсөн тағы ла бер еңеү яуларға ҡалды. Кисә Башҡортостан хоккейсылары Екатеринбургтың "Автомобилист" командаһы менән дүртенсегә осрашты. Уйын башында уҡ Алексей Семенов менән Эдуард Ғиматов дәғүәселәр ҡапҡаһына бер-бер артлы ике шайба индерҙе.

21 мар, 22:19

"Салауат Юлаев" һәм Екатеринбургтан "Автомобилист" араһында бөгөн дүртенсе уйын үтә

Командалар Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһы финалына сығыу өсөн көрәшә.

20 мар, 19:05

Ҡазандан еңеү менән

Башҡортостан спортсылары Татарстандың баш ҡалаһында ҙур уңыш яулаған.

20 мар, 14:30

Өфөлә ат сабышына әҙерлек бара

Ул 24 мартта "Аҡбуҙат" ипподромында үтә. Бәйгелә фәҡәт башҡорт тоҡомло аттар ҡатнаша. "Терра Башҡортостан" тип исемләнгән турнир Башҡортостан республикаһының 100 йыллығы уңайынан ойошторола.

20 мар, 10:32

Салауат районы Тирмән ауылында саңғы ярыштары үтте

Бишенсе тапҡыр ойошторолған турнир ауыл тормошо, төбәк үҫешенә үҙ өлөшөн индергән Әсүәт Әлибаев һәм Камил Шәрәфетдиновтарҙың яҡты иҫтәлегенә арналды. Заманында уларҙың тәүгеһе колхоз рәйесе, икенсеһе мәктәп директоры вазифаһын башҡарған. Ике етәксе тырышлығы менән ауылда мәктәп төҙөлә.

19 мар, 23:06

Белорет районында ат сабыштары үтте

Ярышҡа урындағы Аҙналы, Әхмәр, Әзекәй һәм Сосновка ауылы егеттәре һәм күрше Әбйәлил районы вәкилдәре сыҡты. Бәйге республика юбилейына арналды һәм Өфөлә уҙасаҡ “Терра Башкирия" ярыштарына һайлап алыу туры ла булып торҙо.

19 мар, 23:05

Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын асыу тантанаһы "Өфө-Арена"ла ойошторола

Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын асыу тантанаһы "Өфө-Арена"ла ойошторола. Ошо турала Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итәләр.

19 мар, 11:05

Асҡын районында самбо буйынса республика беренселеге үтте

Күләмле ярышта район-ҡалаларҙан 150 йәш спортсы ҡатнашты. Келәмдә өс ауырлыҡ категорияһы буйынса еңеүселәр билдәләнде. Улар тиҙҙән Волга буйы федераль округы кимәлендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

19 мар, 00:09

Башҡортостан спортсылары Төркиәлә Халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогы этабында уңышлы сығыш яһаны

Александр Георгиев икенсе, Айгөл Иҙрисова өсөнсө урын яуланы. Традицион турнирҙа Европа, Азия, Африка, Көньяҡ Америка илдәренән 11 шашка федерацияһы вәкилдәре ҡатнашты, улар араһында 18 гроссмейстер булды.

15 мар, 22:24

«Салауат Юлаев» уйынсылары «Автомобилист» хоккей командаһын еңде

"Салауат Юлаев" плей офф сирек финалындағы серияһын еңеүҙән башланы. Матч Екатеринбургтың "Уралец-арена" мәҙәниәт һәм күңел асыу боҙонда үтте. Уйын тәүге минуттарҙан уҡ көсөргәнешле барҙы. Автомобилист күпме генә иҫәп асырға тырышһа ла, маҡсатҡа ирешә алманы.

14 мар, 23:50