Спорт

Башҡортостан спортсыһы Илвир Хузин бобслей буйынса Рәсәй чемпионы

Үткән ял көндәрендә Сочи ҡалаһында бобслей буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Дүртешәрләп шыуыу ярышында Илвир Хузин сығыш яһаған Александр Касьянов командаһы беренсе урын яуланы.

26 мар, 12:32

Йөҙөүҙә лә шәпбеҙ

Пенза ҡалаһында Волга буйы федераль округының йөҙөү чемпионаты үтте. Ярышҡа Рәсәйҙең 14 төбәгенән спортсылар йыйылды.

23 мар, 16:11

Башҡортостан триатлонсылары еңеүҙәр яулай

Кирово-Чепецк ҡалаһында триатлон буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Алексей Ямбаев, Арыҫлан Ғөбәйҙуллин һәм Родион Михайловтан торған Башҡортостан йыйылма командаһы өсөнсө урын яуланы.

23 мар, 15:22

Башҡортостан боксеры көмөш яуланы

Варшавала Феликс Штамм исемендәге XXXV халыҡ-ара бокс турниры уҙҙы. Унда Башҡортостан һуғышсыһы Артур Собханғолов көмөш яуланы.

23 мар, 13:17

Архангел районы Абҙан ауылында саңғы ярышы үтте

Ул урындағы мәктәптә 1973-1992 йылдарҙа физик культура уҡытыусыһы булып эшләгән Рәис Фәйзуллин иҫтәлегенә ойошторолдо.

22 мар, 18:03

Өфө шахматсыһы көмөш миҙал яулаған

Воронеж ҡалаһында сатраш уйыны буйынса Рәсәй Кубогы уйнатылған. Өфөнән 8 йәшлек Даниил Имамов икенсе урын яулаған.

22 мар, 14:56

«Трактор» һәм «Салауат Юлаев» командалары араһындағы серияла иҫәп тигеҙләнде

Бөгөн Силәбелә үткән дүртенсе осрашыуҙа хужалар 4-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Юлаевсыларҙан берҙән-бер шайбаны Теему Хартикайнен индерҙе. Киләһе уйын 23-сө мартта Өфөлә үтә. Көнсығыш конференцияның финалына сығыу өсөн яҡтарҙың береһенә тағы ла ике тапҡыр еңергә кәрәк. Икенсе ярымфиналға килгәндә, бөгөн Магнитогрскиҙың «Металлург» клубы йәнә «Аҡ барс» хоккейсыларынан отолдо. Иҫәп - 2:3.

21 мар, 21:01

Башҡортостан кикбоксерҙары 14 миҙал яулап ҡайтты

11-16 мартта Мәскәү өлкәһенең Покровск ауылында кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионаты уҙғарылды. Ярышҡа илебеҙҙең 32 төбәгенән 900-ҙән ашыу спортсы йыйылды.

21 мар, 17:29

Даниэеле Баньоли «Урал»да ҡала

Волейбол командаһының баш тренеры Башҡортостанда эшләүен дауам итәсәк. Был турала Рөстәм Хәмитовтың клуб етәкселеге менән осрашыуында иғлан ителде.

20 мар, 20:15

Хәйбулла районында дүртенсе күп функциялы үҙәк асылды

Бынан ары Мәмбәт ауыл мәҙәниәт усағы эшен «Күп функциялы ауыл клубы» статусында дауам итә.

20 мар, 19:48

Сергей Семак “Өфө” футбол клубы менән контрактын оҙайтасаҡ

Был турала Өфө командаһының тренеры “Спорт – экспрессҡа” биргән интервьюла хәбәр ителде.

20 мар, 12:32

Өфөлә мәктәп уҡыусылары араһында ирекле көрәш буйынса ярыш уҙҙы

“Мәктәпкә көрәш” спорт-мәғариф программаһы сиктәрендә М. Исҡужин ис. 136-сы башҡорт лицейында ирекле көрәш буйынса ярыш ойошторолдо.

19 мар, 17:55

Башҡортостан спортсыһы грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатында бронза яуланы

Мәскәүҙә Олимпия уйындары чемпионы Б. Гуревич ис. Бөтә Рәсәй грек-рим көрәше буйынса турнир тамамланды. Ярышта 17 йәшкә тиклемге көрәшселәр үҙен һынаны.

19 мар, 16:54

Башҡортостан спортсыһынан йәнә бер бронза

Норвегияның Холменколлен ҡалаһында биатлон буйынса Донъя кубогының сираттағы этабы тамамланды. Рәсәйҙең милли йыйылма командаһында Өфө спортсыһы Антон Бабиков та сығыш яһаны.

19 мар, 14:42

Башҡортостан спортсыһы Семен Елистратов шорт-трек буйынса донъя чемпионатында өс бронза миҙалын яуланы

Үткән ялдарҙа Канаданың Монреаль ҡалаһында шорт-трек буйынса донъя чемпионаты уҙҙы. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Семен Елистратов сығыш яһаны.

19 мар, 14:41

22 -29 июлдә Башҡортостан Бөтә Рәсәй янғын һүндереү ғәмәли спорт чемпионатын ҡабул итә

Унда Рәсәйҙең 30 төбәгенән 1000 спортсы килеүе көтөлә. Сараға әҙерлек сиктәрендә Өфөнөң 22-cе янғын һүндереү отряды Башҡортостандың асыҡ ғәмәли спорт чемпионатында көс һанашты.

16 мар, 17:54

Межгорье ҡалаһында универсаль спорт комплексы реконструкцияланды

Косплекс “Башҡортостандың йөҙ йыллығына йөҙ объект” программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелде

15 мар, 18:17

Ҡышҡы йөҙөү буйынса донъя чемпионатында Башҡортостан “моржы” ике миҙал яуланы

Турнир Эстонияла үтте. Ярышта 48 илдән 1300-гә яҡын йөҙөүсе ҡатнашты.

14 мар, 14:46

Өфөлә баскетбол байрамы үтәсәк

Быйыл баскетбол көнө Башҡорт дәүләт аграр университетында уҙғарыласаҡ. Ярышты йәш уйынсылар аса, иң һуңғы булып спорт майҙанына ветерандар сыға.

13 мар, 16:54

“Өфө” футбол клубы Рәсәй чемпионатына иң йәш уйынсыны сығарҙы

Sports24 порталы билдәләүенсә, “Өфө” – “Анжи” матчында Рәсәй профессиональ футбол аренаһына 2000 йылда тыуған тәүге уйынсы сыҡты.

12 мар, 16:04