Спорт

Өфө халҡын йөҙөү буйынса ГТО нормативтарын тапшырырға саҡыралар

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” төбәк тест үткәреү үҙәге барлыҡ теләүселәрҙе 24 февраль “Урал” йөҙөү бассейнында көтөп ҡала.

22 фев, 10:38

“Өфө” футбол клубы Рәсәй чемпионатына иң йәш уйынсыны сығарҙы

Sports24 порталы билдәләүенсә, “Өфө” – “Анжи” матчында Рәсәй профессиональ футбол аренаһына 2000 йылда тыуған тәүге уйынсы сыҡты.

12 мар, 16:04

Бөгөн Өфөлә спорт туризмы буйынса Башҡортостан Кубогы башланды

Хәҙер инде 21-се тапҡыр ойошторолған ярыш республиканың Спелеологтар һәм Спелеотуризм федерацияһының элекке рәйесе Анатолий Афанасьевтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған спортсылар спелео төрөндә көслөләрҙе асыҡлай.

08 мар, 19:52

Өфөлә 33-сө тапҡыр саңғы марафоны үтәсәк

9 март Өфө хакимиәте призына XXXIII традицион саңғы марафоны ойошторола. Ярыш үткәреү майҙаны итеп “Биатлон” физкультура-һауыҡтырыу комплексы һайланған. Ярыш 12:00 сәғәттә башлана.

07 мар, 12:39

Башҡортостанда инвалидтар араһында йөҙөү буйынса республика чемпионаты уҙҙы

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физкультура-һауыҡтырыу комплексында бөтә төркөм инвалидтар араһында йөҙөү буйынса чемпионат ойошторолдо. Ярышҡа республика ҡала-райондарынан һәм Ҡаҙандан спортсылар йыйылды.

07 мар, 12:29

Баш ҡалабыҙҙың футбол көйәрмәндәре бушлай матч ҡарай ала

10 март “Өфө” футбол клубы “Анжи” менән осраша. Матч 22-се Рәсәй чемпионаты сиктәрендә үтә.

06 мар, 17:25

“Өфө” футбол клубы уйынсылары менән осрашыуҙан ҡалма

Футбол буйынса донъя чемпионатына тиклем теүәл 100 көн ҡалды. Ошо датаға айҡанлы бөгөн бөтә Рәсәй буйлап төрлө спорт-күңел асыу саралары көтөлә.

06 мар, 15:28

Иглин районы Һарт-Лабау ауылында саңғы ярышы үтте

Уны төбәктә йәшәүсе диндарҙар ойошторҙо. Быйыл икенсегә уҙған турнир халыҡ күпләп ҡатнашты.

05 мар, 15:41

Йылайырҙа альпинистар әҙерләнә

Район үҙәгендә ҡаяға үрмәләү күнекмәләре үткәреү өсөн махсус тренажер урынлаштырылды. Ул ике һыҙаттан тора. Бейеклеге 8 метр. Урындағы мәҙәниәт һарайынын спорт залында асылған түңәрәктә әле 30-лап үҫмер шөғөлләнә. Йылайыр Башҡортостандың иң ҙур райондарының береһе. Хозу...

02 мар, 18:27

Бөгөн Өфөнөң Чесноковка биҫтәһендә уҡыусылар араһында икенсе тапҡыр «Хәүефһеҙлек мәктәбе-2018» тип аталған ярыштар үтте

Бәйгелә баш ҡаланың һәр районынан икешәр команда ҡатнашты. Уҡыусылар үҙ көстәрен тиҫтәгә яҡын этапта һынаны. Быйылғы сара Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһында хәүефһеҙлек мәҙәниәте йылына арналды. Ҡыҙыу ярыш барышын беҙҙең ижади төркөм күҙәтте.

01 мар, 20:08

Бөгөн Өфөлә уҡыусылар араһында икенсе тапҡыр "Хәүефһеҙлек мәктәбе-2018" тип аталған ҡышҡы ярыштар үтә

Бәйгелә баш ҡаланың һәр районынан икешәр команда ҡатнаша. Уҡыусылар үҙ көстәрен һәм белемдәрен 8 этапта, атап әйткәндә ҡаршылыҡтарҙы үтеү, янғын эстафетаһы, беренсе ярҙам күрһәтеү, усаҡ яндырыу, саңғыла уҙышыу кеүек ярыштарҙа һынай.

01 мар, 11:01

Көньяҡ Кореяның Пхенчхан ҡалаһында 23-сө Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамланды

Һуңғы 26 йылда тәүге тапҡыр. Финал матчында Германия командаһын овертаймда еңеп Рәсәй хоккейсылары олимпия алтынын яуланы. Уйын тамамланыуға өс минут тигәндә илебеҙ вәкилдәре 2-гә 3 иҫәбе менән еңелеп, боҙҙа уйынсылар һаны буйынса ла аҙсылыҡта ҡалды. Һөҙөмтәлә ҡапҡасыны уйындан алыу һәм бишенсе уйынсы боҙға сығарыу ҡарары ҡабул ителде. Шунда көсөргәнешле шарттарҙа осрашыу тамамланыуға 56 секунд ҡалды тигәндә, иҫәп тигеҙләнде. Овертаймда еңеү шайбаһын 20 йәшлек Кирилл Капризов индерҙе. Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында «Салауат Юлаев» клубы тәрбиләнеүсеһе Андрей Зубарев та Олимпия чемпионы исемен яуланы.

26 фев, 20:06

Аҙна яңылыҡтары. Мылтыҡ урынына уҡ-һаҙаҡ, ә керлинг снаряды түмәрҙән

Бөрйәндәрҙең үҙ олимпиадаһы. Ләкин күпкә ғәҙелерәк һәм бысраҡ сәйәсәттән азат. Ә инде сәм, ярыш ҡомары яғынан бер ҙә генә ҡалышмай. Етмәһә дүрт йылға бер түгел, ә йыл да уҙа. Бына хәҙер дүртенсеһе.

25 фев, 22:00

Иглин районы мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары бөгөндән үк Рәсәй ҡораллы көстәре сафын тулыландырырға әҙер

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Иглин ауылы спорт комплексында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» хәрби-спорт уйыны ойошторолдо. Финал этабында алты команда үҙ-ара көс һынашты, уларҙың һәр береһендә гүзәл заттар ҙа ҡатнашты.

23 фев, 20:05

Бөтәһе берәү, берәү бөтәһе өсөн!

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Зарница» уйындары ойошторолдо. Мәктәп эргәһендәге спорт майҙансығында бишенсе-ун беренсе синыф уҡыусылары үҙ-ара һынау тотто. Совет осоро балаларының яратҡан уйынында шулай уҡ Чечен республикаһында хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ветерандар ҡатнашты.

22 фев, 19:47

Ватан һаҡлсылары көнө адынан Өфөлә «Йәш хәрби курсы» акцияһы ойошторолдо

Уның сиктәрендә Рәсәй милли гвардияһының ОМОН хеҙмәтенә үтеүгә тәғәйенләнгән нормативтар һәм һайлап алыу һынауҙарын теләгән һәр кем үтә алды. Республика журналистары ла күләмле саранан ситтә ҡалмай, ярыш майҙанына сыҡты.

21 фев, 21:01

Ватанды яҡлаусылар көнө алдынан Өфөлә

Акция сиктәрендә Рәсәй гвардияһының ОМОН хеҙмәтенә үтеүгә кандидаттар өсөн талап ителгән нормативтар һәм һайлап алыу һынауҙарын теләгән һәр кем үтә алды.

21 фев, 11:13

Тәжрибәле велосипедсыларға юлдағы боҙлауыҡ ҡаршылыҡ була алмай

Өфөлә велоспорт буйынса сираттағы ярыш иллегә яҡын кешене берләштерҙе. Ике тәгәрмәсле транспорт сараһын үҙ итеүселәр баш ҡала скверҙарының береһенә йыйылып, йәш арауығы буйынса төрлө арауыҡҡа уҙышты. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне.

20 фев, 12:48

Архангел районында йәшәүсе Вәсилә һәм Вилүр Камалетдиновтар оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаша

Күптән түгел спортсы ғаилә Италияның Неаполь ҡалаһында уҙған марафонда йүгереп, призлы урынға сыға. Хаҡлы ялдағы Камалетдиновтар үҙҙәренең тормошон спортһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Улар Өфө, Ҡазан, Санкт-Петербург, Таллин, Неаполь ҡалаларында ойошторолған марафондарҙа әүҙемлек күрһәтеп, икеһенә 33 медаль алып ҡайта. Былтыр Вәсилә ханым Өфөләге ярыммарафонда үҙ категорияһында беренсе урынға сыға, әммә еңеүҙәр еңел бирелмәй, ти спортсылар. Камалетдиновтарҙы һәр иртәһе ун саҡрымға йүгереүҙән башлана.

20 фев, 12:47

“Толпар” еңеү яуланы

Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаты ситкәрендә “Толпар” командаһы Астананың “Ҡарлы Барыҫ”тары менән икенсе уйын үткәрҙе.

19 фев, 16:43