Спорт

Волейбол турнирында "Яңылыҡтар" хеҙмәте командаһы икенсе урын яуланы

"Башҡортостан" телерадиокомпанияһы тарафынан уҙғарылған уйын күренекле диктор, радио һәм телевидение алып барыусыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналды. Журналистар өсөн үткәрелгән турнирҙарҙа Әхәт Мотаһар улы "Юлдаш" радиоһы командаһын гел беренселеккә әйҙәп, эшкә генә түгел, спортҡа ла етди ҡарауын күрһәтә ине.

27 апр, 23:24

Хоккейҙағы уңыштар

Башҡортостан ике-өс йылдан ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеүе мөмкин. Һәр хәлдә, "Ағиҙел" клубының Рәсәй чемпионатында еңеү яулауы киләсәккә ҙур өмөттәр уята.

26 апр, 21:43

"Салауат Юлаев" клубы мәктәбенең 2007 йылғы хоккейсылары "Газпром нефть Кубогы"ның суперфиналына сыҡты

Иртәгә йәш юлаевсылар Мәскәүҙең "ЦСКА" клубы менән көс һынаша. Көнсығыш конференция финалында Александр Жмаев тәрбиәләнеүселәре Омскиҙың "Авангард" клубы менән осрашып, буллиттарҙа 6:5 иҫәбе менән еңеү яуланы. Ә уға тиклем Өфө клубы Магнитогорскиҙың "Металлург", Хабаровскиҙың "Амур", Новосибирскиҙың "Себер" командаларын ҡыйратты.

24 апр, 23:26

Дим районында йәшәүселәр өсөн еңел атлека буйынса эстафета ойошторола

29 апрель Дим районында еңел атлетика буйынса эстафета үтә. Спорт сараһы “Баланово» паркында уҙасаҡ. Эстафетала мәғариф учреждениелары һәм хеҙмәт коллективтары үҙ көстәрен һынаясаҡ.

19 апр, 16:03

Күгәрсен районында волейбол ярыштары үтте

Сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Ирекмәндәр һәм Башҡортостан Республикаһындағы Ғаилә йылына арналды. 14-се йыл рәттән ойошторолған бәйге быйыл район-ара кимәлгә күтәрелде: ауыл биләмәләре, район предриятие-ойошмалары, уҡыу йорттары командаларынан тыш турнирҙа Күмертау ҡалаһы, Ейәнсура, Йылайыр, Ғафури райондары волейболсылары ла ҡатнашты.

18 апр, 23:29

Нефтекаманың "Батыр" хоккейсылары "Төбәктәр Кубогы"н яулай алманы

Бөгөн Башҡортостан командаһы Пензаның "Дезилист" клубынан 0-4 иҫәбенә отолдо. Шулай итеп, милли йәштәр хоккей лигаһының финал серияһында дәғүәселәр 3-0 иҫәбе менән еңеү яуланы.

18 апр, 23:25

Башҡалала хаҡлы ялдағылар араһында иң көслө спортсменды билдәләйәсәктәр

Дим районында оло йәштәгеләр өсөн Спартакиада үтәсәк. Спорт сараһы 28 һәм 29 апрель көндәре ойоштороласаҡ.

17 апр, 14:44

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса республика турниры үтте

Спортты үҫтереү, уҡыусылар араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, көслө баһадирҙарҙы билдәләү маҡсатында ойошторолған бәйгене асыу тантанаһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының "Аҡйондоҙ" халыҡ бейеүҙәре, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамблдәре сығыш яһаны.

16 апр, 20:55

Өфөлә хоккей тренерҙарын әҙерләүсе мәктәп асылды

Яңы учреждение хоккей федерацияһының Башҡорт физик культура институты менән берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Тренерҙар мәктәбенә Сергей Михалев исеме бирелде.

12 апр, 21:31

Туймазы районына иң көслө көрәшселәр йыйылды

Йыл һайын төбәктә хакимиәт башлығы призына милли көрәш һәм билбау көрәше буйынса ярыш үтә. Быйыл унынсы тапҡыр ойошторолған бәйгегә Башҡортостандан тыш, Татарстан республикаһы спортсылары ла саҡырылды.

10 апр, 21:39

Сәмле ярыш

Баймаҡ ҡалаһының "Баһадир" физкультура һауыҡтырыу комплексында Урал аръяғы почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре араһында спорт ярыштары үтте. Унда Баймаҡ, Сибай, Белорет ҡалалары почта бүлектәре вәкилдәре ҡатнашты.

09 апр, 21:33

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух. Республикала дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре араһында спартакиада дауам итә. Бөгөн ярыш волейбол буйынса үтте.

07 апр, 22:32

Эркка Вестерлунд “Салауат Юлаев” хоккей клубының баш тренеры вазифаһын бушата

Бындай ҡарар ике яҡ тарафынан да раҫланды. Ваҡытлыса баш тренер вазифаһын Николай Цулыгин башҡарасаҡ.

04 апр, 11:20

Өфө халҡы йөҙөүҙән ГТО нормаларын тапшыра ала

14 апрелдә йөҙөү буйынса ГТО нормативтары ҡабул ителә. 6 йәштән алып теләгән һәр кем үҙен һынап ҡарай ала.

04 апр, 10:54

Өфөлә Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте

Республиканың мөмкинлектәре сикләнгән йәш спортсылары һәм уларҙың тренерҙары бишенсегә тәбрикләнде. Быйыл бүләкләү тантанаһында билдәле олимпия чемпиондары Татьяна Лебедева менән Александр Карелин да ҡатнашты. Дәүләт думаһы депутаты грек-рим көрәше буйынса республика мәктәп уҡыусыларына оҫталыҡ дәресе лә ойошторҙо.

03 апр, 23:09

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының хоккей лигаһы уйындары тамамланды

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Башҡортостан Республикаһының Студент хоккей лигаһында еңеү яуланы.

03 апр, 17:04

Башҡортостан спортсылары Рәсәй Чемпионатында еңеү яуланы

Түбәнге Тагилда саңғы менән трамплиндан һикереү буйынса спорт форумы тамамланды.

03 апр, 15:38

Башҡортостандың йәш шахматсылары ике алтын яуланы

Ҡазанда сатраш уйыны буйынса Рәсәй Кубогы этабы үтте. Ярышта 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостан вәкилдәре Камилла Байбурина һәм Родион Гаймалеев 9 һәм 15 йәшлек уйынсылар категорияһында беренсе урындар алды.

02 апр, 14:14

Эрнест Яхин Рәсәй чемпионатында беренсе урын алды

Чайковскийҙа саңғы буйынса ике төр ярыш буйынса спорт форумы уҙҙы. Чемпионаттың һуңғы көнөндә 10 саҡрымға ярыш һәм К-125 трамплинынан һикереүҙәр булды. Иң яҡшы һөҙөмтәне Башҡортостан вәкиле Эрнест Яхин күрһәтте. Трамплиндан ул 140 метрға һикерҙе.

02 апр, 12:29

Семен Елистратов добавил в свою копилку еще одно чемпионство

В Санкт-Петербурге подошел к концу чемпионат России по шорт-треку. Семен Елистратов, защищающий честь Башкортостана, сумел завоевать золото на дистанции 1000 метров. На второй строчке Виктор Ан, а замкнул призовую тройку Владимир Григорьев.

01 апр, 20:25