Спорт

Әбйәлилдә Урал аръяғы райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы үтте

Тиҫтәгә яҡын команда спорттың 6 төрөндә көс һынашты.

26 мар, 20:15

Башҡортостанда грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк

6-8 апрелдә Октябрь ҡалаһы 21 йәшкә тиклемге көрәшселәрҙе ҡабул итә.

30 мар, 13:21

Өфөнөң йәш футболсылары халыҡ-ара ярыштың ¼ финал уйындарына сыҡты

Бразилиала уҙғарылған “GO CUP 2018” турнирында “Өфө” футбол клубының 2006 йылғы уйынсылары ҡатнаша.

30 мар, 11:33

Өфөлә «Уғатар» 2-се республика уҡ атыусылар турниры үтте

Илленән ашыу үҫмер Айҙар Байыҡ Кубогына көс һынашты, ҡатнашыусылар араһында Сибайҙар һәм Учалылар күп булды.

29 мар, 20:15

Башҡорт ҡыҙы Гөлназ Ғөбәйҙуллина заманса бишалыш буйынса Донъя кубогының икенсе этабында алтын миҙал яуланы

Лос-Анджелеста уҙған ярыштарҙа яҡташыбыҙ алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. КонкУр, фехтование, пистолеттан атыу, йүгереү һәм йөҙөүҙе үҙ эсенә алған спорт бәйгеһендә икенсе, өсөнсө урындарҙы Италиянан Алиса Сотеро менән Венгриянан Тамара Алексеева бүлеште. Әйтергә кәрәк, иң көслө тәүге ун спортсы араһында Гөлназдан башҡа бер генә Рәсәй вәкиле лә булманы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бишалыш буйынса Донъя кубогының беренсе этабын быйыл февраль аҙағында Мысыр ҡабул иткәйне. Унда милләттәшебеҙгә туғыҙынсы урын менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килде.

29 мар, 20:05

Гөлназ Ғөбәйҙуллина Донъя Кубогы еңеүсеһе

Америка ҡушма штаттарының Лос-Анджелес ҡалаһында биш төр ярыш буйынса икенсе Донъя Кубогы этабы үтте. Башҡортостан спортсыһы, донъя чемпионы Гөлназ Ғөбәйҙуллина Италиянан Алиса Сотеро һәм Венгриянан Тамара Алекшеевты уҙып беренсе урын яуланы.

29 мар, 12:31

“Толпар” уйынсылары Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһына саҡырыу алды

20 йәшкә тиклемге уйынсыларҙан торған милли командаға бер ыңғайы өс уйынсы саҡыртылды.

28 мар, 16:51

Башҡортостан уҡсылары көмөш яуланы

Тула өлкәһендә хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар араһында уҡтан атыу чемпионаты уҙғарылды. Ярышҡа Рәсәйҙең 17 төбәгенән 78 уҡсы йыйылды.

28 мар, 16:50

Өфө ҡыҙы Кристина Спиридонова Рәсәй Кубогы финалында еңеү яуланы

Ярыш Кемеров өлкәһендә уҙҙы. Саңғы акробатикаһында Пхенчхандағы Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы Кристина Спиридонова беренсе урын алды.

28 мар, 14:46

“Салауат Юлаев” уйынсылары ниндәй хәлдә?

Был турала һеҙ беҙҙең сайттағы интервьюла ҡарай алаһығыҙ.

26 мар, 13:22

Башҡортостан спортсыһы Илвир Хузин бобслей буйынса Рәсәй чемпионы

Үткән ял көндәрендә Сочи ҡалаһында бобслей буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Дүртешәрләп шыуыу ярышында Илвир Хузин сығыш яһаған Александр Касьянов командаһы беренсе урын яуланы.

26 мар, 12:32

Йөҙөүҙә лә шәпбеҙ

Пенза ҡалаһында Волга буйы федераль округының йөҙөү чемпионаты үтте. Ярышҡа Рәсәйҙең 14 төбәгенән спортсылар йыйылды.

23 мар, 16:11

Башҡортостан триатлонсылары еңеүҙәр яулай

Кирово-Чепецк ҡалаһында триатлон буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Алексей Ямбаев, Арыҫлан Ғөбәйҙуллин һәм Родион Михайловтан торған Башҡортостан йыйылма командаһы өсөнсө урын яуланы.

23 мар, 15:22

Башҡортостан боксеры көмөш яуланы

Варшавала Феликс Штамм исемендәге XXXV халыҡ-ара бокс турниры уҙҙы. Унда Башҡортостан һуғышсыһы Артур Собханғолов көмөш яуланы.

23 мар, 13:17

Архангел районы Абҙан ауылында саңғы ярышы үтте

Ул урындағы мәктәптә 1973-1992 йылдарҙа физик культура уҡытыусыһы булып эшләгән Рәис Фәйзуллин иҫтәлегенә ойошторолдо.

22 мар, 18:03

Өфө шахматсыһы көмөш миҙал яулаған

Воронеж ҡалаһында сатраш уйыны буйынса Рәсәй Кубогы уйнатылған. Өфөнән 8 йәшлек Даниил Имамов икенсе урын яулаған.

22 мар, 14:56

«Трактор» һәм «Салауат Юлаев» командалары араһындағы серияла иҫәп тигеҙләнде

Бөгөн Силәбелә үткән дүртенсе осрашыуҙа хужалар 4-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Юлаевсыларҙан берҙән-бер шайбаны Теему Хартикайнен индерҙе. Киләһе уйын 23-сө мартта Өфөлә үтә. Көнсығыш конференцияның финалына сығыу өсөн яҡтарҙың береһенә тағы ла ике тапҡыр еңергә кәрәк. Икенсе ярымфиналға килгәндә, бөгөн Магнитогрскиҙың «Металлург» клубы йәнә «Аҡ барс» хоккейсыларынан отолдо. Иҫәп - 2:3.

21 мар, 21:01

Башҡортостан кикбоксерҙары 14 миҙал яулап ҡайтты

11-16 мартта Мәскәү өлкәһенең Покровск ауылында кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионаты уҙғарылды. Ярышҡа илебеҙҙең 32 төбәгенән 900-ҙән ашыу спортсы йыйылды.

21 мар, 17:29

Даниэеле Баньоли «Урал»да ҡала

Волейбол командаһының баш тренеры Башҡортостанда эшләүен дауам итәсәк. Был турала Рөстәм Хәмитовтың клуб етәкселеге менән осрашыуында иғлан ителде.

20 мар, 20:15

Хәйбулла районында дүртенсе күп функциялы үҙәк асылды

Бынан ары Мәмбәт ауыл мәҙәниәт усағы эшен «Күп функциялы ауыл клубы» статусында дауам итә.

20 мар, 19:48