Спорт

Йәштәр хоккей лигаһында даими беренселек дауам итә

Сираттағы уйындарын “Толпар” клубы Өфөлә Магнитогорскиҙың “Ҡорос төлкөләре” менән уҙғарҙы. Тәүге осрашыуҙа майҙан хужалары 3-кә 1 иҫәбенә еңеү яулаһа, икенсеһендә ҡунаҡтар буллиттар серияһында 4-кә 3 иҫәбенә көслөрәк булды.

10 сен, 13:11

Иглин районында «Йондоҙ менән күнекмә» акцияһы үтте

Сыуаш-Ҡобау ауылында дүрт тапҡыр донъя чемпионы, Олимпия уйындарының көмөш призеры Сергей Корнилаев ҡатнашлығында спорт байрамы үтте. Көн дауамында урындағы мәктәптең спорт майҙанында төрлө ярыштар уҙғарылды.

09 сен, 21:03

Саҡмағошта “Йондоҙ менән күнекмә” үткән

Акция халыҡ араһында сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында ойошторолған. Был турала беҙгә райондың спорт мәктәбе белгесе Гөлнара Сәлихова хәбәр итте.

09 сен, 18:23

Италияла халыҡ-ара шашка буйынса Европа беренселеге уҙҙы

Рәсәй данын “Башҡортостан” шашка клубы үҙәге спортсылары яҡланы. Милли команда составында Тамара Танһыҡҡужина, Александр Георгиев, Айнур Шәйбәков, Елена Мильшина, Анатолий Татаренко һәм Айгөл Иҙрисова сығыш яһаны. Башҡортостан вәкилдәре 4 алтын, 2 бронза миҙал яулап, дөйөм командалар беренселеге еңеүсеһе булды, ти Тамара Танһыҡҡужина.

09 сен, 15:21

Милли хоккей лигаһы матчтарын бушлай ҡарарға мөмкин

Октябрь айынан алып өс йыл дауамында Милли хоккей лигаһы матчтарын бушлай ҡарарға мөмкин. Яндекс платформаһы булған смартфондар, гаджеттар һәм Смарт ТВ аша яратҡан командалар уйынын күҙәтеп барырға була.

08 сен, 08:30

Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары яңы миҙгелдәге өсөнсө уйынын Новосибирскиҙа үткәрҙе

Юлаевсылар урындағы «Себер» клубы менән көс һынашты. Иҫтәпте беренсе осорҙа Никита Сошников асты. Тәнәфестән һуң яҡташыбыҙ йәнә уңышҡа өлгәште.

07 сен, 23:55

Көрәште – Башҡортостан мәктәптәренә

Ошондай программаға ярашлы, Өфө мәктәптәрендә көрәш менән шөғөлләнеү өсөн айырым бүлмәләр асылды. Белем усаҡтарына келәм, махсус йыһаздар һатып алынды. Бында дзюдо, билбаулы көрәш, грек-рим алышы, шулай уҡ акробатика, аэробика менән шөғөлләнергә мөмкин. 11-16 йәшлек үҫмер егет һәм ҡыҙҙар өсөн көрәш дәрестәре үткәрелә.

04 сен, 12:16

Башҡортостанда регби спортын үҫтереү мөмкинлеге ҡарала

Рәсәй регби федерацияһы идаралығы етәксеһе Сергей Дружинин әйтеүенсә, әле "Өфө" клубы төрлө турнирҙарҙа сығыш яһай. Башҡортостанда 250 кеше регби менән шөғөлләнә. Спорт мәктәптәрендә регби түңәрәктәре лә булдырырға мөмкин, тине ул. Өфөләге "Динамо" стадионында Европа кимәлендәге турнир уҙғарырға мөмкин.

04 сен, 10:26

«Салауат Юлаев» клубы миҙгелде еңелеү менән башланы

Ҡытайҙың «Куньлунь» командаһы менән осрашыуға Николай Цулыгин етәкселегендә тренерҙар штабы 27 хоккейсы: 3 ҡапҡасы, 10 һаҡсы һәм 14 һөжүмсе менән юлланды.

03 сен, 23:19

Башҡортостанда регби спорты үҫтереләсәк

Был турала бөгөн Республика етәксеһенең Рәсәй регби федерацияһы идараһы рәйесе Станислав Дружинин менән осрашыуында һүҙ барҙы. Башҡортостанда регби киң таралған тип әйтеп булмай, был спорт төрө менән 200-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Әммә төбәктең үҙ командаһы бар, яҡташтарыбыҙ Премьер-лигаға сығыу өсөн көрәш алып бара.

03 сен, 23:19

“Салауат Юлаев” хоккейсылары яңы миҙгелде Ҡытайҙа башлай

Бөгөн юлаевсылар даими беренселектә “Куньлунь Ред Старз” менән тәүге уйынын уҙғара. Өфө клубын иртәгә ошо уҡ команда менән осрашыу көтә, 7 сентябрҙә Новосибирскиҙа “Себер” ҡабул итә. “Салауат Юлаев”тың үҙ майҙанындағы тәүге уйыны 12 сентябргә планлаштырылған.

03 сен, 13:36

Белем көнөндә Өфөлә биш мәктәптә көрәш менән шөғөлләнеү өсөн айырым бүлмәләр асылды

“Спорт көрәше – Башҡортостан мәктәптәренә” тигән программаға ярашлы, белем усаҡтарына келәм, махсус йыһаздар һатып алынды. Бында дзюдо, билбаулы көрәш, грек-рим алышы, шулай уҡ акробатика, аэробика менән шөғөлләнергә мөмкин.

02 сен, 19:27

Салауатта "Төҙөүсе" стадионы төҙөкләндерелә

Был турала ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов Республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашҙа белдерҙе. Проект дәүләт экспертизаһы үткән, ремонт эштәре 200 миллион һумға баһалана. Стадионда спидвей юлын яңыртыу, футбол яланының газонын алмаштырыу, яҡтыртыу бағаналары урынлаштырыу ҡарала.

30 авг, 17:00

Был аҙнала Континенталь хоккей лигаһында сираттағы миҙгел старт ала

Даими беренселектә 24 команда ҡатнаша. “Салауат Юлаев” Көнсығыш конференцияһының Чернышев дивизионында сығыш яһай. Михаил Пашнин, Никита Сошников, Сакари Маннинен кеүек уйынсылар юлаевсылар сафын тулыландырҙы. Спорт белгесе Усман Ямғуров белдереүенсә, миҙгел алды турниры менән команданың әҙерлеген билдәләү ауыр. Ныҡлы уйын күрһәтеү өсөн ваҡыт талап ителә.

30 авг, 15:18

Өфө йүгерә

1 сентябрҙә баш ҡалала Халыҡ-ара марафон үтә. Унда ҡатнашыусылар 2, 5, 10, 21 һәм 42 километрлыҡ маршрутты йүгереп үтә. 5 йыллыҡ юбилейын билдәләгән марафонда быйыл 20 ил, 250 ҡаланан 5 мең кеше ҡатнаша. Өфө Халыҡ-ара марафоны директоры Владислав Литвинчук.

30 авг, 11:08

1 сентябрҙә Төркиәнең Хатай ҡалаһында милли көрәш буйынса донъя чемпионаты үтә

Унда Башҡортостан спортсылары ла ҡатнаша. Республика командаһы етәксеһе Руслан Бикембәтов.

29 авг, 15:27

Өфө халыҡ-ара марафонға әҙерләнә

Был йәкшәмбе һәүәҫкәр спортсылар 3, 10 ,21 һәм 42 километр арауыҡҡа йүгерә. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн айырым категория ҡаралған.

29 авг, 07:23

Иглин районында «Спорт – һәр ғаиләгә» байрамы ойошторолдо

Байрам майҙансыҡтарында спорт буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Айырыуса мини-футбол һәм волейбол ярыштары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

28 авг, 23:03

Башҡортостан Рәсәй пенсионерҙар спартакиадаһында еңде

Алтынсы тапҡыр ойошторолған спорт сараһы пенсия йәшендәге йөҙҙәрсә кешене йыйҙы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан командаһы алдынғылыҡты биләне. Көмөш миҙалға Һамар өлкәһе, Омскиҙар бронзаға лайыҡ булды.

28 авг, 00:17