Спорт

Республика етәксеһе «Салауат Юлаев» клубының тренерҙар штабы һәм уйынсылары менән осрашты

Радий Хәбиров республиканың төп хоккей командаһына яңы миҙгелдә уңыштар теләне. Әле хоккейсыларҙың күнекмәләре бара. Төбәк етәксеһе команда тренеры Николай Цулыгиндан спортсыларҙың миҙгелгә әҙерлеге, йәрәхәтләнеүселәр тураһында һорашты.

27 авг, 22:56

Яңы уҡыу йылына - яңы спорт залы

1 сентябргә Баймаҡ районындағы 1-се Этҡол һәм Ярат ауылдары мәктәптәрендә спорт залдары яңыртылды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проекты буйынса башҡарылды. Баймаҡ районы хакимиәте мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин һөйләй.

27 авг, 19:44

Өфө киләһе айҙа волейбол буйынса Рәсәй кубогының бер этабын ҡабул итә

Унда "Урал" командаһынан тыш, Яңы Уренгойҙан "Факел", Ырымбурҙан "Нефтяник", Нижневартовскиҙан "Югра-Самотлор", Стәрлетамаҡтан "Тархан" һәм Силәбенән "Торпедо" ҡатнаша.

27 авг, 12:35

Октябрьскиҙа Ринат Мәрҙәншин иҫтәлегенә спидвей буйынса турнир уҙҙы

Ярыш даими уҙғарылып килә. Турнирҙа ике команда ҡатнашты. Был турала Сәлиә Ғарифуллина хәбәр итте.

26 авг, 18:10

Башҡортостан шашкасылары һынатмай

Ҡытайҙа халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогының сираттағы этабы уҙҙы. Интеллектуаль ярыштарҙа 9 илдән йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Милли команда составында Башҡортостандан 5 кеше сығыш яһаны.

23 авг, 18:05

Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турниры башланды

Ул Советтар Союзының атҡаҙанған тренеры Владимир Борман иҫтәлегенә арнала. Баш ҡалабыҙға ил төбәктәренән, шулай уҡ башҡа дәүләттәрҙән спортсылар килгән.

23 авг, 16:29

Бөгөн Өфөлә Республика спорт көрәше үҙәгенә нигеҙ һалынды

“Был һарай көрәшселәр өсөн тыуған йорт кеүек буласаҡ. Спорт көрәше федерацияһы менән уртаҡ фекергә килеп, уға бөйөк спортсы Владимир Бормандың исемен бирергә булдыҡ. Был шәхес Башҡортостан өсөн күп эшләне, илдә көрәште үҫтереүгә тос өлөш индерҙе, лайыҡлы уҡыусылар тәрбиәләне”, тине тантананы асып, Радий Хәбиров.

23 авг, 16:16

Бөгөн Өфөлә компьютер хоккейы буйынса Рәсәй чемпионаты башлана

Унда 14 йәштән өлкәнерәктәр ҡатнаша. Кибер-хоккей ярышының финал серияһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә. Турнирҙың комментаторы Азамат Моратов.

23 авг, 11:19

“Өфө-Арена” боҙ һарайы алдында Салауат Юлаев хоккей командаһы көйәрмәне көнө үтә

Байрам 18 сәғәттә башлана. Унда ҡатнашыусылар команданың яңы ағзалары менән таныша, конкурстарҙа ҡатнаша ала.

22 авг, 17:16

Бөгөн - Көйәрмәндәр көнө билдәләнә

Баш ҡалабыҙҙа юлдар ябыла. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡыҙыл Дон урамының Ленин урамынан Цюрупа урамына тиклемге өлөшө, Цюрупа урамының Ҡыҙыл Дон урамынан алып Иван Яҡутов урамына тиклемге участкаһы ябыла. Сикләү 16 сәғәттән 22 сәғәт 30 минутҡа тиклем ғәмәлдә була. Ҡала властары ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә һәм маршрутты алдан билдәләргә саҡыра.

22 авг, 15:27

Саҡмағош районында инвалид балаларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр яҡшыра

Урындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе федераль грант отҡан. Ошо аҡсаға тейешле ремонт эшләнә. Мәктәптең өлкән методисы Гөлнара Сәлихова.

22 авг, 12:21

Өфөлә хаҡлы ялдағылар ярыша

24 августа Республика баш ҡалаһында Пенсионерҙар спартакаидаһы асыла. Унда 700-ҙән ашыу өлкән йәштәге һәүәҫкәр спортсы ҡатнашырға теләк белдергән. Рәсәй пенсионерҙар берлеге рәйесе Владимир Рязанский.

22 авг, 11:19

Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙа

Ул Советтар Союзының атҡаҙанған тренеры Владимир Борман иҫтәлегенә арнала. Баш ҡалабыҙға ил төбәктәренән, шулай уҡ башҡа дәүләттәрҙән спортсылар килеүе көтөлә, ти Спорт көрәше федерацияһы Президенты Борис Беляев.

21 авг, 16:50

Ял көндәрендә республикала байтаҡ мәҙәни һәм спорт саралары үтә

25 августа баш ҡалабыҙҙың “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат сабышы уҙа. Унда Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Миәкә һәм Стәрлебаш районынан һәүәҫкәр спортсылар ҡатнаша. Ярыш Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арнала. Майҙанға башҡорт тоҡомло аттар ғына сыға. Ярыштың финал өлөшө 11 октябрҙә була.

20 авг, 13:43

Өфөлә волейбол менән шөғөлләнеү өсөн уңайлыҡтар арта

Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, йорт яндарында 86 майҙансыҡ булдырыу планлаштырыла. Улар 1 сентябргә тулыһынса әҙер булырға тейеш.

20 авг, 12:22

Әбйәлил районында ат спорты буйынса республика фестивале үтте

Башҡорт атлылары йәнә бер майҙанда. Таһир Кусимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында ат спорты буйынса республика фестивале үтте. Килгән халыҡ тоҡомло аттар араһында ойошторолған турнирҙан тыш, оҫталыҡ дәрестәрен дә ҡараны. Сарала алты йәштән өлкән биш тиҫтәләп ҡатнашыусы тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Илеш районы жокейы Рөстәм Сәйетгәрәев еңеү яуланы. Әйткәндәй, был аҙна аҙағында «Терра Башҡортостан» республика ат спорты турнирының 10-сы этабы үтә.

19 авг, 23:16

Баш ҡалала 2011 йылғы балалар араһында тәүге хоккей турниры үтте

Ярыш спорт төрө ныҡлы үҫешкән республиканың 5 район-ҡалаһы араһында СССР-ҙың спорт мастеры Александр Семак башланғысында ойошторолдо. 8-9 йәшлек малай-ҡыҙҙар араһында беренсе тапҡыр үткән турнирҙа Сибай командаһы ла ситтә ҡалманы.

19 авг, 23:15

«Өфө» футболсылары Дондағы Ростовтың «Ростов» клубын еңде

«Өфө» футболсылары үҙ стадионында Дондағы Ростовтың «Ростов» клубын ҡабул итте. Дәғүәселәр командаһы Башҡортостанға Рәсәй чемпионаты лидерҙарының береһе сифатында килде. Сөнки улар быйылғы миҙгелдә бер тапҡыр ҙа еңелгәне булманы. Шуға ҡарамаҫтан, Вадим Евсеев тәрбиәләнеүселәре һынатманы.

19 авг, 23:10

Хаҡлы ялдағылар ярыша

Өфөлә пенсионерҙар спартакиадаһы үтә. Ярышта Рәсәйҙең 70-тән ашыу төбәгенән һәм байтаҡ сит илдәрҙән һәүәҫкәр спортсылар ҡатнаша. Спартакиада йылдан-йыл танылыу яулай бара. Ауылдарҙан килгән атлеттар арта, ти ойоштороусылар.

19 авг, 15:32

Өфөлә оло йәштәгеләр ярыша

Баш ҡалала киләһе аҙнала пенсионерҙар спартакиадаһы үтә. Унда Рәсәйҙең 76 төбәгенән һәм ете илдән 700-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә.

16 авг, 12:10