Все материалы

Өфөгә өр-яңы 20 автобус һатып алдылар

Урал аръяғы райондарында автобус бәйләнеше тергеҙелә. «Башавтототранс» йәмғиәте ҡала-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндереүгә өр яңы-20 автобус һатып алды. Быға тиклем автомобилдәр паркы иҫкереүе, пассажирҙарҙың кәмеүе сәбәпле, көньяҡ райондарға дәүләт предприятиеһы автобустары менән өҙөклөктәр бар ине. Хәҙер бындай етешһеҙлектәр булмаясаҡ. Яңы автобустар тәүге рейсҡа сыҡты ла инде. Транспорт асҡыстарын водителдәргә Радий Хәбиров тапшырҙы.

15 июл, 23:38

Ишембай районында «Ҡош юлы» бард фестивале үтте

Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған сара быйыл да сәнғәткә, шиғриәткә ғашиҡ йәштәрҙе бер майҙанға тупланы. Аҙнай ауылы янындағы яланда өс көн дауамында гитара моңдары ағылды. Башҡорт музыка донъяһына яңы исемдәр асыусы фестиваль хаҡында киләһе репортаж.

15 июл, 23:32

Радий Хәбиров демография һәм төҙөлөш өлкәһендәге күрһәткестәрҙе яҡшыртыу бурысын ҡуйҙы

Бөгөн Хөкүмәт йортонда Радий Хәбиров милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Проект комитетының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе һәм ошо ике өлкә буйынса күрһәткестәрҙе яҡшыртыу бурысы ҡуйҙы.

15 июл, 23:29

Кандидаттарҙың өгөтләү осоро 13 августан башлана

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа һайлауҙа ҡатнашыусы кандидаттарҙың өгөтләү осоро Ҡорбан байрамы сәбәпле 13 августан башлана. Бөгөн республика киң мәғлүмәт сараларында түләүһеҙ баҫма майҙандары һәм бушлай эфир ваҡытын бүлеү өсөн йәрәбә һалыу уҙҙы.

15 июл, 23:28

Радий Хәбиров Таиланд короллеге вәкилдәре менән осрашты

Радий Хәбиров Таиланд короллегенән Мом Луанг Раджадарасри Джаянкура ғәли йәнәптәре етәкселегендәге эшлекле даирәләре делегацияһы менән осрашты.

15 июл, 23:27

Өфө – 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары еңеүсеһе

Алты алтын, һигеҙ көмөш, 11 бронза миҙал менән Өфө беренсе урынға сыҡты. Спорт уйындарында 30 ил һәм 84 ҡаланан бер мең 200 бала ҡатнашты. Улар еңел атлетика, йөҙөү, фехтование, пляж волейболы, баскетбол, дзюдо, ҡаяға үрмәләү һәм быйыл беренсе тапҡыр грек-рим көрәше буйынса ярышты. Республикала бындай күләмдәге спорт уйындары ойоштороу яғынан юғары кимәлдә булыуы менән иҫтәлекле булды.

15 июл, 22:03

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды

Һәйкәл булып ҡайтты. Ырымбур өлкәһе Переволоцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылында шағирҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары үткән. Сарала шәхестең туғандары, яҡындары, Башҡортостандан мәртәбәле делегация ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

15 июл, 22:02

Йылайырҙа «Архитектура зҙҙәре» республика фестивале уҙҙы

Йылайырҙа үҙенсәлекле архитектура проекттары. Стела, күпер, ғибәҙәтхана, амфитеатр һәм портал «Архитектура зҙҙәре» республика фестивале сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Улар бөтәһе лә йәш архитекторҙар фантазияһы һәм көсө менән бер аҙна эсендә ҡоролған. 18-се быуат ҡомартҡыһы булған Преображенский баҡыр иретеү заводы эргәһендәге яңы архитектура ансамбле хаҡында БСТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

15 июл, 22:01

Ауырғазы районындағы кооператив 300 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамына эйә булды

Кооператив өсөн 300 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы. Был сумма былтыр республика Хөкүмәте грантына дәғүә иткән крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтарға бүлеп бирелгән. Грант тураһындағы документҡа ярашлы, тәүҙә кооперативҡа берләшкән хужалыҡтар бизнес проектын тәҡдим иткән. Уларҙың йөкмәткеһенә ҡарап 3 миллион һумға тиклем күләмдә дәүләт ярҙамы бүленгән. Проект сығымдарының 10 процентҡа яҡынын хужалыҡтар үҙҙәре ҡаплай. Ошо көндәрҙә Ауырғазы районында конкурста ҡатнашҡан 6 хужалыҡ ауыл хужалығы кооперативына берләште. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

15 июл, 22:00

Көн боҙола!

Йәшенле ямғыр һәм көслө ел. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төбәктә һауа шарттарының насарайыуы хаҡында иҫкәртә. Ел тиҙлегенең секундына 20 метрға етеүе ихтимал.

15 июл, 21:57

Өфөләге мал хужалығында аҫралған боландар ниңә ябыҡ?

Өфөләге ат аҙбарында тотолған төньяҡ боландары хаҡындағы видеояҙма социаль селтәрҙә йәшен тиҙлегендә таралып ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. Януарҙар өсөн борсолған ҡала халҡы ферма хужалығына ҡарата үҙ дәғүәләрен белдерә.

15 июл, 21:56

Балалар майҙансыҡтарында тәртип урынлаштырырға ваҡыт

Был талапты республика етәксеһе оператив кәңәшмә барышында барлыҡ район етәкселәренә ҡуйҙы. Миҫал өсөн ул Ауырғазы районын килтерҙе. Урындағы етәкселәрҙең отчеты буйынса төбәктә уйын майҙансыҡтары барлыҡ талаптарға яуап бирә, ысынында иһә бындай урындарҙа кескәйҙәрҙе уйнатыу аяныслы тамамланыуы ихтимал. Балалар ғүмеренә хәүеф янамаһын өсөн уйын майҙандарын да етдигә алыр кәрәк, тине Радий Хәбиров. Оператив кәңәшмәнән БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

15 июл, 21:55

Аварияға эләккән автобус водителе 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә алты кеше һәләк була, пассажирҙар араһында ауыр тән йәрәхәттәре алыусылар ҙа бар. Барыһы ла Яр Саллынан. Әлегә Өфө медицина учреждениеларында дауаланған сирлеләрҙе Татарстанға күсереү мәсьәләһе ҡарала.

15 июл, 21:54

Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйған буласаҡ студенттарға 100 мең һум түләнә

Өфө дәүләт нефть-техник университеты ошондай программа әҙерләгән. Өс имтихан һөҙөмтәләре буйынса 250 балл йыйған уҡыусылар аҡсалата премияға өмөт итә ала.

15 июл, 18:09

Яңы уҡыу йылы алдынан мәктәптәр именлек талаптарына тикшерелә

Белем көнөнә бер ай ярым ваҡыт булһа ла, янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары мәктәптәр буйлап йөрөп етешһеҙлектәрҙе алдан асыҡлай. Белоретта ла балалар именлегенә ҙур иғтибар бирелә. Район хакимиәте белгесе Эльза Мөхәмәҙиева ошо хаҡта һөйләй.

15 июл, 18:04

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Таиланд вәкилдәре менән осрашты

Делегацияны батшалыҡ принцессаһы Мом Лаунг Раджадарасри Джанянкура етәкләй. Осрашыу башында Радий Хәбиров Таиланд спортсыларын Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотланы. Бангкок командаһы миҙалдар һаны буйынса беренсе урынға сыҡты. Принцесса Башҡортостанға сәфәре барышында күргәндәре менән һоҡланыуын белдерҙе.

15 июл, 18:00

Өфө менән райондарҙы Нефаз автобустары тоташтыра

Бөгөн 1-се пассажир автотранспорты предприятиеһына 20 яңы автобус тапшырылды. Машиналар баш ҡаланан төрлө райондарға йөрөй. Предприятие етәксеһе Нәзир Сәмиев һөйләй.

15 июл, 16:04

Республикала күп фатирлы йорттарҙа 662 подъезд төҙөкләндерелгән

Әле меңдән ашыуында ремонт бара. Был һандарҙы Хөкүмәттә үткән оператив ултырышта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев ишеттерҙе.

15 июл, 16:00

Яҙғы саҡырылышта 250-нән ашыу егет хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылған

Армияға барыуҙан 4 мең самаһы егет азат ителгән. Был турала Башҡортостан хәрби комиссариатынан хәбәр итәләр.

15 июл, 15:09