Все материалы

Шишмә шәкәр заводы сит илдәргә гранулалы һығынды оҙатасаҡ

Әле предприятиела был эште яйға һалыу бара. Эштәр барышы менән Радий Хәбиров та танышты. Завод 500 мең тамыраҙыҡ эшкәртә. Уның ни бары 15 проценты шәкәргә эшкәртелһә, ҡалған өлөшө крахмал шәрбәте һәм һығынды рәүешендә ҡала. Һөҙөмтәлә йөҙҙәрсә мең тонна һығынды ҡалдыҡтарға оҙатыла. Уның ни бары 25 проценты ғына гранулаларға әйләндерелеп мал аҙығы итеп ҡулланыла. Проект заводты модернизациялап сөгөлдөр һығындыһын тулыһынса эшкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ул сағында мал аҙығын сит илдәргә лә экспортлау мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Республика етәксеһенең Шишмә районына эш сәфәре тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

13 июл, 22:08

Республикала ашығыс медицина ярҙамы бригадаларында табиптар етешмәй

Шулай уҡ урта медицина хеҙмәткәрҙәре аҙ. “Кире күренеште үҙгәртеп булмай. Беҙ дәртләндереү программаһы булдырырға тырышабыҙ. Ҡайһы бер райондарҙа бер бригадаға ике смена эшләргә тура килә, тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

15 июл, 15:04

Кисә Архангел районы Ирныҡшы ауылы янында ҙур авария булды

Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында Татарстандың пассажир автобусы юл ситенә сығып оса һәм түңкәрелә. 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, үлгәндәрҙең кәүҙәһе Өфөгә – суд медицинаһы экспертизаһы бюроһына килтерелгән.

15 июл, 15:00

Архангел районында шишмә сығанағы тәртипкә килтерелде

Биләмә Рус география йәмғиәте башланғысы менән төҙөкләндерелде. Шишмә Асҡын боҙ мәмерйәһенә илткән юлда урынлашҡан. Әлеге ваҡытта был тәбиғәт ҡомартҡыһының да үҙенсәлектәрен һаҡлау буйынса эштәр башҡарыла. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

13 июл, 22:17

Бүздәк районында десантсыларға һәйкәл асылды

Стелала һауа-десант ғәскәрҙәре үҫешенә тос өлөш индергән шәхес Василий Маргеловтың исеме мәңгелләштерелде. Тантаналы сара сиктәрендә «Йәш армия» сафына уҡыусылар ҡабул ителде, махсус йүнәлештәге хәрби подразделениеның күрһәтмә сығыштары үтте. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

13 июл, 22:16

Ейәнсура районында «Аманат дуҫтарын йыя» фестивале уҙа

Башҡорт сәнғәтен һөйөүселәр йәнә Ейәнсура районында осрашты. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған күркәм сараны урындағы эшҡыуарҙар - «Аманат» йәмғиәте ойоштора. Быйылғы байрам йондоҙҙар сығышынан һәм бейеү-уйындарҙан ғына тормай.

13 июл, 22:15

Бөгөн «Мораҙымфест - 2019» фестивале асылды

Күгәрсен районынынң Мораҙым тарлауығындағы байрамға республика төбәктәренән йәштәр йыйылды. Форумда төп майҙан - башҡорт телендә дебаттар буйынса республика турниры. Унда һәр кем үҙен борсоған көнүҙәк проблемаларға фекерен еткерә ала. Шулай уҡ йәш быуынға туған телендә сығыш яһарға өйрәтеү, үҙен күрһәтеү кеүек оҫталыҡ дәрестәре уҙа.

13 июл, 22:14

Учалы районының Һәйтәк ауылында яңы ФАП эшләй башланы

Уны рәсми асыу тантанаһында Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева ҡатнашты.

13 июл, 22:13

Өфөлә хоҡуҡ һаҡсыларына һөжүм иткәндәр

Уҙған төндә Өфөләге күңел асыу үҙәктәренең береһендә ыҙғыш ҡупҡан. Ҡыҙып алыусыларҙы тынысландырыу өсөн полиция саҡыртылған. Йәштәрҙе айырған ваҡытта хоҡуҡ һаҡсыһы тән йәрәхәттәре алған. Ғәйепләнеүселәр шулай уҡ уның табель ҡоралын ҡулға төшөргән.

13 июл, 22:12

Дим биҫтәһендә яңы мәктәп асыласаҡ

Белем биреү комплексы «Республиканың 100 йыллығына - 100 объект» программаһы сиктәрендә төҙөлә. Мәғариф усағы мең балаға иҫәпләнгән. Проектҡа ярашлы, яңы мәктәптә белем алыу өсөн уңайлы шарттар ҡаралған.Ҡыҙыу эш мәлен БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

13 июл, 22:12

Өфө - Ырымбур трассаһында үлемесле авария теркәлгән

Стәрлетамаҡ районында «Вольво» маркалы йөк автоцистернаһы менән «Уаз» микроавтобусы бәрелеште. Һөҙөмтәлә 4 кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы ла өс кеше йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды.

13 июл, 22:10

Башҡортостан Башлығы вазифаһына тағы өс кандидат теркәлде

Бөгөн республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко уларға кандидат танытмаһы тапшырҙы. Тағы ла өс кешенең документтарында ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланған. Уларҙы Башҡортостан етәксеһе вазифаһына дәғүә итеүселәр 17-се июлгә тиклем төҙәтә ала. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов дауам итә.

13 июл, 22:09

Халыҡ-ара балалар уйындарында Башҡортостан балалары юғары уңыштарға өлгәште

Халыҡ-ара балалар уйындарында бер нисә спорт төрө буйынса ярыштар тамамланды. Пляж волейболсылары, баскетболсылар финал осрашыуҙарын үткәрҙе. Шулай уҡ дзюдосылар, ҡаяға үрмәләүселәр, көрәшселәр өсөн дә турнир тамамланды. Уңыш кемгә йылмайҙы һәм иртәгә көйәрмәндәрҙе нимә көтә был турала беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала.

12 июл, 23:49

Борай районында алтынсы быуат ҡурғандары табылды

Тарих эҙҙәре буйлап. Археологтар ҙур булмаған ҡәберлектә боронғо кеше һөйәктәренә һәм көнкүреш әйберҙәренә юлыҡҡан. Борай районында ойошторолған экспедицияла илленән ашыу кеше ҡатнаша.Уларҙың эҙләнеү эштәре 23 июлгә тиклем дауам итәсәк. Тулыраҡ Флорида Ким яҙмаһында.

12 июл, 23:47

Рәсәйҙә Омск фажиғәһен иҫкә алдылар

Бынан дүрт йыл элек Светлый ҡасабаһында казарма емерелеү һөҙөмтәһендә хәрби хеҙмәткә алынған 24 егеттең ғүмере өҙөлгәйне, араларында яңы ғына әрме хеҙмәтенә саҡырылған биш яҡташыбыҙ ҙа була - Белорет, Салауат, Саҡмағош райондары һәм Сибай ҡалаһы вәкилдәре. Был көн бар ил халҡын тетрәндерә, ҡайғыға һала.

12 июл, 23:46

Туймазы районында Бишенде йылғаһы аша күпер һалынды

Объектты пландан дүрт ай алда сафҡа индереүгә заманса технологиялар булышлыҡ иткән. Водителдәр хәҙер күпер аша бер ниндәй хәүефһеҙ үтә ала.

12 июл, 23:45

Башҡортостанда башҡорт бал ҡортоноң тотошлай юҡҡа сығыуы ихтимал

Ғәҙеллек эҙләп. Республикала химик эшкәртеү арҡаһында зыян күргән умарта хужалыҡтарында тикшереү эштәре үткәрелә. Стәрлетамаҡ районы «Дуҫлыҡ» хужалығы баҫыуҙарын химик эшкәртеү эҙемтәләрен Республика тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы һәм ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы белгестәре тикшерҙе. Умартасыларға килгән зыян күләменә БСТ каналы хәбәрсеһе Азамат Бирғәлин шаһит булды.

12 июл, 23:43

Луиза Хәйруллина кассанан миллиондарҙы йыл дауамында алып сыҡҡан

Луиза кредит учреждениеһы бүлексәһе етәксеһенең ышанысынан файҙаланған. Был турала Медиакорсеть хәбәр итә. Россельхозбанкта эске тикшереү һөҙөмтәләре билдәле булды.

12 июл, 23:43

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта һатыуға ҡуйылған һөттә химик матдәләр табылған

Антибиотиклы һөт. Был хаҡта ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығының референт үҙәге белгестәре хәбәр итте. 3600 литр пастеризацияланған һөт Мордовияла етештерелгән. Уның составында пенициллин норманан ике тапҡырға юғары булыуы асыҡланған. «Хорошее дело» маркалы һөт Өфө һәм Стәрлетамаҡ сауҙа ойошмаларында һатыуға ҡуйылған. Магазин кәштәһендәге һөт сифатын белгестәр менән бергә БСТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова тикшерҙе.

12 июл, 23:42

Бөрйән районында йомшаҡ япраҡлы ағас эшкәртеү предприятиеһы барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан урман сәнәғәте ассоциацияһы бөгөн Хөкүмәт йортонда үткән «Инвестиция сәғәте»ндә юғары ҡеүәтле производство проекты тәҡдим итте. 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән программа өсөн 110 миллион һум күләмендә инвестиция йәлеп итеү ҡарала. Төбәктә йәшәүсе йөҙҙән ашыу кешегә эш урыны буласаҡ.

12 июл, 23:41