Все материалы

Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһының реабилитация бүлеге илдә иң яҡшыһы тип билдәләнде

Медицина учреждениеһы инсультҡа ҡаршы көрәш өлкәһендә "Йәшәргә ваҡыт" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Аяҡтан йығылыусыларҙы яңынан атларға өйрәткән Өфө белгестәре хаҡында беҙҙең сайтта.

21 мар, 23:41

"Инцидент менеджмент" һөҙөмтәле эшләй

Республикала инде бер нисә ай эшләп килгән система төрлө проблемаларҙы тиҙ арала асыҡлап хәл итеү мөмкинлеген бирә.

22 мар, 11:24

Ҡурған башҡорттары ҡор йыя

Бөгөн өлкәнең Сафакүл районында ҡоролтай үтә. Унда 100-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Ҡурған башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ильяс Бәҙретдинов әйтеүенсә, быйыл өлкә ауылдарында башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәктәр асыла, Ҡурған башҡорттары мәҙәниәте көндәре ойошторола.

22 мар, 11:21

Республикала табибтар етешмәй

3 мең ярымдан ашыу кешегә юғары технологиялы медицина ярҙамы талап ителә. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.

22 мар, 10:47

Хаж ҡылырға ниәтләүселәр прививка алырға тейеш

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығынан белдереүҙәренсә, вакцинация Сәғүд Ғәрәбстанына барғанға тиклем, кәмендә ун көн алдан эшләнә.

22 мар, 09:05

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек дауам итә

Был көндәрҙә хужалыҡтар техника ремонтлай, ашлама, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләй, механизаторҙар өсөн курстар уҙғара.

22 мар, 09:02

Урман янғындарына әҙерлек башланды

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ут менән көрәш буйынса документҡа ҡул ҡуйҙы. Унда һәр урмансылыҡ буйынса айырым план ҡабул ителгән.

22 мар, 09:00

“Урал легендалары” ҡышты йомғаҡлай

Өфөнән Абҙаҡҡа тиҙ йөрөшлө электричкалар 1 апрелдән туҡтатыла. Сөнки тау саңғыһы базаларында миҙгел ябыла.

22 мар, 08:03

Башҡортостанда сәләмәтлек акцияһы уҙғарыла

Бөгөн һәм иртәгә республикала теләгән һәр кем бушлай флюрография үтә ала. Сара туберкулезға ҡаршы көрәш көнөнә арнала.

22 мар, 07:01

Өфөлә белем алған меңгә яҡын студент Наурыҙ байрамын ҡаршыланы

Өфө дәүләт нефть техник университетында ойошторолған мәҙәни сара милләт-ара дуҫлыҡты нығытты. Азия, Африка илдәре вәкилдәре сәхнәгә сығып, тамашасыларҙы сағыу милли кейемдәре, дәртле йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Фарсы теленән тәржемә иткәндә, "Наурыҙ" "яңы көн" тигәнде аңлата. Байрам көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә.

21 мар, 23:42

Радий Хәбиров өс ай буйы Сибай халҡының һаулығын тикшергән медицина белгестәрен бүләкләргә ҡушты

Был турала Башҡортостан етәксеһе "Сәләмәтлек сәғәте"ндә белдерҙе. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең кәмей барыуын иҫәпкә алып таусылар ҡалаһында эшләгән табиптар һаны әле ике тапҡырҙан ашыуға ҡыҫҡартылған. Иң башта күберәк Өфөнән килгән профиль йүнәлештәге белгестәр иҫәбе сменаһына 20-30 кешегә еткән.

21 мар, 23:41

Салауат катализатор заводы сәнәғәт объекттары хеҙмәткәрҙәренә аҡыллы эш кейеме етештерергә ниәтләй

Яңыраҡ Өфөлә үткән "Агросәнәғәт- 2019" күргәҙмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров ауыл хужалығы техникаларын етештереү берләшмәһе директорын "Инвестиция сәғәте"нә саҡырҙы. Предприятие директоры Раян Хәсәнов әйтеүенсә, комбайндың двигателе Ярославлдә, ашлыҡ һуҡҡысы Дондағы Ростовта, кабина, бункерҙары Стәрлетамаҡта йыйыла.

21 мар, 23:40

Радий Хәбиров: «Иҡтисади һалыуҙар күләмен 2024 йылға кәмендә ике тапҡыр арттырырға»

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырышында шулай тип белдерҙе. Башҡортостан Хөкүмәтендә 2018 йылда социаль-иҡтисади үҫешкә йомғаҡ яһалды. Хөкүмәт эше һөҙөмтәләре менән премьер-министр урынбаҫарҙары таныштырҙы. Ә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында отчет 28 март яһаласаҡ.

21 мар, 23:39

Өфөлә «25 пәйғәмбәр» исемле күргәҙмә эшләй

Башҡортостан милли музейында республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналған экспозиция асылды. Залдағы сағыу картиналарҙың темаһы уртаҡ - бар һүрәттәрҙә лә мәсеттәр һәм сиркәүҙәр төшөрөлгән. "25 пәйғәмбәр" тип исемләнгән күргәҙмә төрлө диндәргә табынған кешеләрҙе берләштерә.

21 мар, 22:21

«Салауат Юлаев» хоккей клубына Көнсығыш конференцияһы финалына сығырға бер аҙым ҡалды

"Салауат Юлаев" клубына Көнсығыш конференцияһы финалына сығыу өсөн тағы ла бер еңеү яуларға ҡалды. Кисә Башҡортостан хоккейсылары Екатеринбургтың "Автомобилист" командаһы менән дүртенсегә осрашты. Уйын башында уҡ Алексей Семенов менән Эдуард Ғиматов дәғүәселәр ҡапҡаһына бер-бер артлы ике шайба индерҙе.

21 мар, 22:19

Сибайҙың «Росток» клубы баҡса үҫтереү серҙәре менән бүлешә

Яҡшы баҡсасы тәжрибәһе менән уртаҡлашырға бурыслы. Сибай ҡалаһының “Росток“ клубында шөғөлләнеүселәр шундай девиз менән йәшәй. Аҙна һайын һәүәҫкәр баҡсасылар осрашыуҙар үткәрә. Яңы агротехник алымдар тураһында фекер алыша, үҙҙәренең күҙәтеүҙәре менән бүлешә. Белгәндәрен йәш быуынға ла еткерә.

21 мар, 22:18

Халыҡ-ара шиғриәт көнөнә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты махсус премия булдырҙы

Уҡыу йылы башында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты етәкселеге студенттарға Дмитрий Масленников исемендәге әҙәби премия булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһай.

21 мар, 22:17

Өфө художество галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Ике залда урынлашҡан экспозицияларҙа пейзаждар һәм графика оҫтаһының төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре урын алған. Авторҙың 70 йәшлек юбилейы уңайынан ойошторолған күргәҙмәне беҙҙең ижади төркөм дә барып ҡараны.

21 мар, 22:17

Өфө ҡала хакимиәтендә Мостай Кәримдең «Батя Йәләлетдин» китабының исем туйы үтте

Етем бала тормошон һүрәтләгән китап шағирҙың дуҫы - ваҡытында оҙаҡ йылдар баш ҡалаға етәкселек иткән Михаил Зайцевҡа арналған. Дәүләт эшмәкәре драматургҡа үҙенең балалар йортондағы тормошо һәм тәрбиәсеһе батя Йәләлетдиндең тормош һабаҡтарын ғүмерлеккә үҙләштереүе тураһында һөйләп ҡалдырған.

21 мар, 22:16

Республика юбилейына Шаран районында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Республиканың 100 йыллығы уңайынан сафҡа индереләсәк комплекста иркен спорт залы һәм 25 метр оҙонлоҡтағы дүрт һыҙатлы бассейн буласаҡ. Өҙлөкһөҙ эшмәкәрлек алып барылһын өсөн урында дизель-генератор ҡулайламаһы һәм блоклы ҡаҙанлыҡ урынлаштырыу ҡаралған.

21 мар, 22:15