Все материалы

Радий Хәбиров Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына килгән ҡунаҡтар менән осрашты

Халыҡ-ара сараларҙың үтеүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына килгән абруйлы ҡунаҡтар менән осрашыуҙа Башҡортостан етәксеһе шулай тип белдерҙе.

11 июл, 21:29

Республикала “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акцияһы дауам итә

Унда барлыҡ район-ҡалалар ҙа ҡатнаша. Төп ойоштороусы – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Ведомство белгесе Ирина Шәйбәкова һөйләй.

12 июл, 10:10

Башҡортостанда донорлыҡ һәм трансплантология хеҙмәте ойошторола

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һәм Рәсәйҙең баш трансплантологы Сергей Готье ошо турала килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республикала кеше органдарын күсереп ултыртыу хеҙмәте барлыҡҡа килә. Башҡортостанда был өлкәлә яҡшы тәжрибә тупланған. Быйыл табиптар 4 йөрәк, 2 бауыр һәм 22 бөйөр күсереп ултыртҡан. Трансплантологияны камиллаштырыу медицина хеҙмәте сифатын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, ти белгестәр.

12 июл, 10:04

Башҡортостан Европа һәм Азия менән дә хеҙмәттәшлек итергә әҙер

Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәйҙең сит илдәрҙәге сауҙа вәкилдәре менән осрашыуында белдерҙе. Унда Бөйөк Британия, Пакистан, Ҡырғыҙстан, Никарагуа, Австрия, Абхазиянан вәкилдәр ҡатнашты. Радий Хәбиров тышҡы сауҙа әйләнешен арттырыу төп бурыстарҙың береһе тип билдәләне. Бының өсөн сит илдәрҙә Башҡортостан вәкиллектәре асыла.

12 июл, 10:00

Башҡортостанда сифатһыҙ тауар һатып алыусыларға 4 миллион ярым һумлыҡ аҡсалары кире ҡайтарылған

Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ярты йылда халыҡтан 500-гә яҡын мөрәжәғәт алынған. Уларҙың күбеһе сифатһыҙ техника һәм мебель алыуға ҡағылышлы.

12 июл, 08:00

Республика башлығы грантын алырға теләүселәрҙән документтар ҡабул итеү тамамлана

Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурста коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Өс номинация ҡаралған.

12 июл, 07:00

Ҡырмыҫҡалы районында «Иң күркәм йорт» конкурсы еңеүсеһе билдәләнде

Ҡырмыҫҡалы районы советы ауылдарҙы комплеслы социаль-иҡтисади үҫтереү, мәҙәни ялын ойоштороу, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу маҡсатында социаль конкурсты рәсмиләштерҙе. Районда 18 йорт хужалары араһында Светлана һәм Олег Кирилловтар йорто төҙөклөгө һәм күркәмлеге өсөн беренсе урын яуланы. Ҡырмыҫҡалы ерендә социаль йүнәлештәге ярыш һөҙәмтәләрен хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова барланы.

11 июл, 23:57

26 июлдә Башҡортостан диндарҙарының тәүге төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанына юлланасаҡ

Йәмғеһе быйыл Рәсәйҙән 20 мең 500 кеше хаж ҡыласаҡ. Шуларҙың йөҙҙән ашыуы беҙҙең республиканан. Әйткәндәй, быйыл Мәккә һәм Мәҙинәгә барып ҡайтыуҙың үҙенсәлектәре лә бар. Изге ғәмәл яңылыҡтары тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

11 июл, 23:54

Ауырғазы районы Талбазы ауылында республиканың өс яҡлы комиссияһының күсмә ултырышы үтте

Төбәктә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләүгә йүнәлтелгән комиссия хөкүмәт ағзаларын, эш биреүселәрҙе һәм профсоюз вәкилдәрен берләштереп төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә. Ултырыш сиктәрендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән предприятие хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Улар барыһы ла «Юғары социаль әүҙемлек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн» конкурсы еңеүселәре. Теманы Флорида Ким дауам итә.

11 июл, 23:53

Косметологта булғандан һуң, Өфө ҡыҙының бите шешеп киткән

Өфөлә йәшәүсе Гөлнара Марчина өй шарттарында косметология хеҙмәте күрһәткән оҫтанан зыян күрә. Ҡашын буятҡандан һуң, аллергия ҡуҙғый. Күңелһеҙ хәлдә ҡалған ҡатын табиптар рөхсәт итмәһә лә, бөгөн поезда юлда. Шулай ҙа Рәсәйҙең көньяғында ял итеп ҡайтҡас та, ул сәләмәтлегенә зыян килтергән белгескә ҡарата тәфтиш комитетына ғариза яҙырға йыйына. БСТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

11 июл, 23:52

Радий Хәбиров Бөйөк Британия, Австрия, Паҡстан, Ҡырғыҙстан, Никарагуа һәм Абхазиялағы сауҙа вәкилдәре менән осрашты

Сит илдәр менән бәйләнештәр арта. Ҡунаҡтар республиканың экспорт йүнәлешендә эшләүсе предприятиелар вәкилдәре, һуңынан республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашты.

11 июл, 23:44

Яҡташтарыбыҙ Ҡаҙағстанда «Шатлыҡ» халыҡ-ара йыр һәм бейеү фестивалендә еңеү яуланы

Ҡаҙағстанда балалар ҡатнашлығында «Шатлыҡ» халыҡ-ара йыр һәм бейеү фестивале үтте. Быйыл уға тәүге тапҡыр Мәскәүҙең «Илһам» театры ла саҡырылды.

11 июл, 21:44

«Йәйге каникул»ды килеп күрегеҙ!

Сәнғәт һөйөүселәрҙе берләштереүсе майҙан. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмә залында «Йәйге каникул» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Халыҡ иғтибарына республика, ил кимәлендә билдәле рәссамдарҙың ижади эштәре ҡуйылған.

11 июл, 21:43

Шүлгәнташта яңы һүрәттәр тапҡандар

Шүлгәнташта йәнә көтөлмәгән табыш. Тәбиғәт ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәрҙәре мамонтҡа оҡшатып төшөрөлгән яңы һүрәткә юллыҡты. Был юлы табыш мәмерйәнең төпкө залдарында түгел, ә ҡапҡаһы янында урынлашҡан. Әле Шүлгәнташта Мәскәү ғалимдары тикшереү уҙғара. Улар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин осрашты.

11 июл, 21:42

2021 йылға тиклем Р-240 трассаһы Стәрлетамаҡҡа тиклем яҡтыртыласаҡ

Был турала "Приуралье" юл идаралығы етәксеһе Азамат Илембәтов юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара кәңәшмәлә белдергән. Әлеге ваҡытта Ырымбур трассаһын яҡтыртыу 31 километр арауыҡта атҡарылып, Булгаков ауылына тиклем еткерелгән.

11 июл, 21:41

Өфө ҡотҡарыусылары йөҙә белмәгән 30 йәшлек ҡатындың ғүмерен аяп ҡалған

ЙӨҘӘ БЕЛМӘҺӘҢ, ҺЫУҒА ТӨШМӘ! Осраҡ Өфө йылғаһы ярындағы рөхсәт ителмәгән пляжда, элекке «Водопад» ял зонаһы районында теркәлә. Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йылға ситендә бәләкәй бала менән һыу ингән ике ҡатындың береһе ҡапыл тайып китеп бата башлай.

11 июл, 21:38

Радий Хәбиров Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Алешин менән осрашты

Һүҙ төбәк баҙарындағы хәл, спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш хаҡында барҙы. Ведомство етәкселеге билдәләүенсә, Башҡортостанда һуңғы осорҙа контроль көсәйтелгән. Республииканың алкоголле продукция һатҡан барлыҡ сауҙа нөктәләре лә Берҙәм дәүләт автоматлаштырлған мәғлүмәт системаһында теркәлгән, даими рәүештә тикшереүҙәр алып барыла.

11 июл, 21:37

Луиза Хәйруллина кәмендә 2 сентябргә тиклем һаҡ аҫтында ҡала

Башҡортостан Юғары Суды, ғәйепләнеүсенең адвокаттарының апелляция ялыуын ҡарағандан һуң, элекке ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырған. Адвокаттар ҡатынды йорт аресына ултыртыу йә иһә унан ситкә сыҡмау тураһында ҡултамға алыуҙы тәҡдим иткән булған.

11 июл, 21:37

Өфө дәүләт циркында ремонт үткәреләсәк

Был турала бөгөн Радий Хәбировтың Рәсәй дәүләт цирк компанияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Владимир Шемякин менән осрашыуында белдерелде. Унда билдәләнеүенсә, әле Өфө циркын ремонтлау буйынса план билдәләнгән.

11 июл, 21:33

Халыҡ-ара балалар уйындарында Өфө командаһы тәүге алтын миҙал яуланы

Әлиә Мөхәмәтйәнова дзюдо төрөндә үҙ ауырлыҡ үлсәмендә чемпион булды.

11 июл, 18:05