Все материалы

15 февралдә Өфөлә мебель склады янды

Кисә Өфөнөң Орджоникидзе районында мебель складында янғын сығыу осрағы теркәлде.

16 фев, 10:13

Асыҡ республика

31-се урындан 7-гә. Башҡортостан мәғлүмәтләштереү буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәре исемлегенә инде. Ә электрон формалағы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре менән ҡулланыусылар һаны 67 процентҡа еткән. Был турала бөгөн Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһы мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетының коллегия ултырышында белдерелде. Сарала үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде.

16 фев, 22:59

Дүрт тапҡыр олимпия чемпионы, билдәле Рәсәй йөҙөүсеһе Александр Попов 2018 йылда Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара балалар уйындарының йөҙө тип һайланды

Был турала спортсы Сочи ҡалаһында дауам иткән инвестиция форумында, беҙҙең телеканалға интервьюһында белдерҙе. Спортсы әйтеүенсә, был килешеүгә Башҡортостан башлығы менән осрашыу барышында килешелгән.

16 фев, 22:47

2017 йыл йомғаҡтары буйынса дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте ҡулланыуҙан алынған йыйымдар 15 миллиард ярым һум тәшкил иткән

Уларҙың яртыһы дәүләт һәм икенсе өлөшө муниципаль йыйымдарға тура килә. План 105 процентҡа үтәлгән. Әммә ер участкаларынан йыйымдар буйынса үҫеш үткән йылдар менән сағыштырмаса һүлпән.Республика Хөкүмәте вице-премьеры, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев белдереүенсә, был юҫыҡта мөмкинлектәр тулыһынса ҡулланылмай. Ер участкаларының һәм капиталь төҙөлөш объекттарының кадастр хаҡын билдәләү буйынса етди эш алып барыла, тип белдерҙе ведомство етәксеһе.

16 фев, 22:21

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаеваның юбилей кисәһе үтте

Тамашасы иғтибарына төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәр, моңло йыр-бейеүҙәр тәҡдим ителде. Юбиляр адресына ҡотлау һүҙҙәре лә күп яңғыраны.

16 фев, 22:00

Өйҙөң аҫты өҫкә әйләнгән

Бөгөн Өфөлә баш түбән йорт асылды. Проект авторҙары уны һалыу өсөн 20 миллион һум аҡса тотонған. Ғәҙәти йорттан ул нимәһе менән айырыла?

16 фев, 21:00

Өфөлә тауыш биреү барышын күҙәтәсәк йәмәғәт палатаһы ағзалары өсөн уҡыуҙар ойошторолдо

Рәсәй Президенты һайлауына әҙерлекте барлыҡ йәмәғәт күҙәтеүселәре лә үтергә тейеш. Әле бындай семинарҙар республиканың һигеҙ төбәгендә уҙған.

16 фев, 20:45

Донъя яңылыҡтары - 16.02.2018

Дәүләт Думаһы минималь эш хаҡы күләмен арттырыу тураһындағы закон проектын ҡабул итте. Уға ярашлы минималь эш хаҡы быйыл 1-се майҙан уҡ күтәреләсәк. Сумма мең ярым һумдан ашыуға артып 11 мең 163 һум тәшкил итәсәк. Минималь эш хаҡы күрһәткесе байтаҡ социаль түләүҙәрҙе иҫәпләүгә йоғонто яһай.

16 фев, 20:15

Белорет районы Әзекәй ауылында билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ауыл советы депутаты Мәрғүбә Хәлилованы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Балалары,туғандары һәм ауыл халҡы ҡатнашлығында хәтер һәм иҫкә алыу саралары Мәрғүбә мәсетендә үтте.

16 фев, 19:59

Йәш урмансылар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы менән осрашты

Урман хужалығы техникумында ойошторолған сара халыҡ-ара урман көнөнә арналды. Әҙәби осрашыуға Ноғоман Мусиндың саҡырылыуы осраҡлы түгел. Халыҡ яҙыусыһы ижадының ҙур өлөшө тап урманға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһенә бағышланған.

16 фев, 19:48

Аҡ халатлы кикбоксерҙар

Башҡорт дәүләт медицина университетында буласаҡ табиптар араһында кикбоксинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтте. Ярышта илдең төрлө төбәктәренән 10 команда ҡатнашты. Республика данын 20 спортсы яҡланы. Медицина тармағында белем алыусы студенттар араһында ойошторолған турнирҙың тап Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Кикбоксинг спорты тап ошо юғары уҡыу йортонда 90-сы йылдарҙан уңышлы эшләп килә.

16 фев, 17:47

Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәренең береһендә яраланған уҡыусы дүшәмбе көн үк уҡыуын дауам итә аласаҡ

Табибтар әйтеүенсә, уның хәле ҡәнәғәтләнерлек. Беҙҙең телеканалға хәбәр итеүҙәренсә, 15 йәштәре тулған ике үҫмер ҙә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә тора. Икеһе лә ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән. Уларҙың ата-әсәһе менән аңлатыу эше уҙғарылған. Низағ сәбәпсеһенә аҡса таптырыу статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Ғәҙәттән тыш хәл ҡаланың беренсе мәктәбендә була. 15 йәшлек үҫмер үҙенең йәштәшенә ташланып, унан 100 һум аҡса талап итә. Әммә икенсе үҫмер уға осло әйбер менән сәнсә.

16 фев, 16:37

Сочиҙа үткән Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан вәкилдәре яҡын арала республикала яңы предприятиелар төҙөүгә бәйле килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы

Килешеүҙәрҙең береһе Благовещен ҡалаһында тракторҙар етештереү буйынса завод төҙөүҙе күҙаллай. Яңы предприятиены Ҡытай инвесторҙары төҙөйәсәк. Проект хаҡы 6 миллиард һум.

16 фев, 16:32

Рәсәй тимер юлдары Башҡортостанға 2,5 млрд һум бүләсәк

Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының сираттағы ултырышында Куйбышев тимер юлының Башҡортостан идаралығының баш инженер урынбаҫары Ринат Фазлыев хәбәр итте.

16 фев, 16:21

Башҡортостанда кинематография фестивале үтәсәк

1-3 мартта Өфөлә “Башҡортостандың йәш киноһы” фестивале уҙғарыласаҡ. Фестиваль сиктәрендә “Родина” кинотеатрында йәш режиссерҙарҙың ҡыҫҡа метражлы фильмдарын күрһәтеү, «SKEY-FILM» кинокомпанияһы президенты, Рәсәй Кинопродюсерҙар гильдияһы ағзаһы Саркис Шакаряндың продюсерлыҡ буйынса оҫталыҡ дәресе ҡаралған.

16 фев, 16:07

Мәрхәмәтле мөхит

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары менән берлектә ойошторолған марафоны дауам итә. Сюжетыбыҙҙың бөгөнгө геройы Өфөлә йәшәүсе Софья Старикова. Ул йөрәк сиренән яфалана. Балаға Республика кардиология үҙәгендә операция бушлай, әммә йөрәккә ҡуйыласаҡ махсус ҡоролма - окклюдер өсөн түләргә кәрәк буласаҡ. Уның хаҡы 239 мең 200 һум. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөтләнә.

16 фев, 12:21

«Геройҙан - геройға»

Өфөнөң телеүҙәк бинаһынан ҡуҙғалыусы автомобиль экспедицияһы Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе һәм Дәүләт йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары тәҡдиме менән үткәрелә.

16 фев, 11:47

«Өфө» футбол клубы Румыния йәштәр йыйылмаһының һаҡсыһы менән контракт төҙөнө

Көн элгәре «Өфө» һәм Бухарест ҡалаһының «Динамо» футбол клубтары Ионуц Неделчару трансферы хаҡында килештеләр. 21 йәшлек һаҡсы менән контракт 3,5 йылға төҙөлдө.

16 фев, 09:51

Өфө дәүләт циркы тамашасылар өсөн үҙ ишектәрен ҡасан асыр?

Башҡортостан баш ҡалаһындағы билдәле урындарҙың береһе – Өфө циркының асылыу ваҡыты иғлан ителде. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы менән бинала ремонт буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.

16 фев, 09:30

«Һылыуҡай–2018» республика гүзәллек бәйгеһендә еңеүсегә автомобиль бүләк итәсәктәр

Өфөлә сираттағы тапҡыр «Һылыуҡай–2018» республика гүзәллек бәйгеһе ойошторола. Башҡорт гүзәлдәре конкурстың кастингына саҡырыла.

16 фев, 09:20