Все материалы

Башҡортостанда ҡытай инвесторҙары тракторҙар етештереүсе завод төҙөйәсәк

Был килешеүгә Сочиҙа барған Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә ҡул ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ республика делегацияһы Владимир өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһында договор ҙа төҙөйәсәк. Төбәктәр сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни-социаль бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барасаҡ.

15 фев, 17:47

Бөгөн Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 29 йыл тулды

Бик күп ғаиләләргә ҡағылған был ҡораллы бәрелештә илебеҙ 15 меңгә яҡын һалдат һәм офицерын юғалтты. Йола буйынса был көндә һәләк булыусыларҙы хәтергә алыу менән бер рәттән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға тәрән ихтирам күрһәтелә. Шуға ла бөгөн республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә хәтер саралары үтте.

15 фев, 23:47

Башҡортостан вәкилдәре бөгөн Сочиҙа асылған Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә инвесторҙар менән ете килешеүгә ҡул ҡуясаҡ

Форумда республика делегацияһын Башҡортостан башлығы етәкләй. Ҡул ҡуйыласаҡ әһәмиәтле документтарҙың береһе - Владимир өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү. Уға ярашлы, төбәктәр сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытасаҡ.

15 фев, 22:47

«Халыҡ контроле» активистары сираттағы рейдҡа сыҡты

Был юлы Затон биҫтәһендә урынлашҡан кафе һәм сауҙа нөктәләре эшмәкәрлеге тикшерелде.

15 фев, 21:47

Башҡортостанда «Тыуған төйәктең мәҙәниәте» тигән федераль проект тормошҡа ашырыла башлай

Был турала бөгөн мәҙәниәт министрлығының йыл йомғаҡтарына арналған коллегия ултырышында белдерелде.

15 фев, 21:47

Туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләре бөгөн Башҡорт дәүләт университетында уҙған кәңәшмәлә тикшерелде

3-сө Бөтә Рәсәй фәнни-методик конференцияла ҡатнашыусылар милли телдәрҙе уҡытыу сифатын күтәреү буйынса фекер алышты. Этник йолаларҙың, халыҡ педагогикаһының роле билдәләнде. Мәктәп уҡыусыларын әҙәбиәт, мәҙәниәт аша тәрбиәләү мәсьәләләре лә ҡаралды. Конференцияла Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Татарстан, Ҡырым республикаһы, Ырымбур, Һамар өлкәләренән һәм Белоруссиянан килгән ғалимдар, методистар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты.

15 фев, 21:35

Башҡортостанда уҡыусыларҙың 87 проценттан ашыуы туған телен өйрәнә

Күрһәткес 2016-2017 йылғы уҡыу йылы менән сағыштырғанда, 28 процентҡа күберәк. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан мәғариф министрлығының коллегия ултырышында билдәләнде. Кәңәшмәлә йәш быуындың һәләтен үҫтереүгә иғтибар бүлеү һәм ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барыу юлдары ла барланды. Был йәһәттән республика моно ҡалаларҙа асылған «Кванториум» технопарктарын миҫалға килтерергә мөмкин. Проект Благовещен, Күмертау, Нефтекама, Учалыла уңышлы эшләй. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән берлектә талантлы балаларҙың белемен камиллаштырыу, уларҙы төрлө конкурстарға әҙерләүҙе ойоштороу тәжрибәһе ҡарала. Һөнәри белем биреүгә килгәндә, былтыр Өфө дәүләт нефть техник университеты республиканың инновацион, технологик һәм социаль үҫеш үҙәге булараҡ конкурста еңеү яулаған. Вуз шулай уҡ донъяның иң яҡшы университеттары исемлегенә ингән, исемлектә Өфө дәүләт авиация техник университеты ла бар.

15 фев, 21:30

Өфөлә хаҡлы ялдағылар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо

Тиҫтәләрсә йылдар стажы булған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренә эш эҙләне. Ни өсөн өлкән быуын эшкә ашыға, көтөп алған пенсияһын тотоноп ҡына өйҙә ятмай.

15 фев, 21:20

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Былтыр көҙ Благовещен ҡалаһында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә Петровтар ғаиләһе инвалид бала менән урамда тороп ҡала. Күҙ асып йомған арала улар йәшәгән фатир көл-күмергә әйләнә. Был турала беҙҙең каналда сюжет эфирға сыҡҡандан һуң мәрхәмәтле кешеләр ҡаза күреүселәргә бар яҡлап та ярҙам күрһәтә. Йыйылған аҡса иҫәбенә Петровтар зыян күргән фатирҙы тулыһынса ремонтлай. Хәҙер был өйҙә ҡасандыр янғын булыуын бер аҙ һөрөм еҫе генә хәтерләтә.

15 фев, 21:01

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» проектының сираттағы этабы старт алды

Сара буллез ауырыуынан яфаланыусы балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Улар республикала тиҫтәгә етә. Лиза Багрова Туймазы районының Ҡандра ауылында йәшәй.

15 фев, 21:00

Киләһе уңыш нигеҙе

Республикала тупланған орлоҡтоң 93 проценты кондицияға еткерелгән.

15 фев, 20:52

Донъя яңылыҡтары - 15.02.2018

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин рәсми эше булмаған граждандарға килемдәренән 6 процент күләмендә һалым индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Бер үк ваҡытта система ябай һәм уңайлы булырға тейеш, тип билдәләне ведомство башлығы. Һалым индерелгән осраҡта улар ҙа финанс тотороҡлоҡҡа эйә булып, социаль пакет менән файҙала аласаҡ.

15 фев, 20:25

Бөрө районында мобиль стоматология эш башланы

Күсмә станция тәүге туҡталышты Иҫке Петров ауылында яһаны.

15 фев, 19:55

Хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеге берәүгә кәмене

Эҙәрмәндәр 76 йыл үткәндән һуң яу яланында хәбәрһеҙ юғалған яҡташыбыҙ Иҙрис Кәримовтың һуңғы төйәген тапҡан. Бөгөн яугирҙың ейәнсәре Әнисә Мәжитова олатаһының ҡәберенә юлланды.

15 фев, 19:19

Бөгөн Өфөлә «Халҡым тарихында минең шәжәрәм» тип аталған республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостандың архив эштәре буйынса идаралығы ойошторған сараның маҡсаты йәштәрҙә тыуған ил тарихына , үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Конкурсҡа республика төбәктәрендә йәшәүселәрҙән 130 шәжәрә ҡабул ителгән. Улар бөтәһе лә үҙенсәлекле, ижади ҡараш буйынса төҙөлгән. Дүртөйлөнән Резеда Шәрәфетдинованың ике метр оҙонлоғондағы ҡағыҙға эшләнгән нәҫел ағасы тураһындағы эше иң яҡшыһы тип табылды.

15 фев, 18:47

Дәүләкән районында тәүге күп функциялы мәҙәниәт усағы Мәкәш ауылында асылды

Клубта бильярд, велотренажер, шахмат бүлмәләре һәм дискотека залы булдырылған. Әммә был башланғыс ҡына. Киләсәктә бында өҫтәл теннисы һәм дартс уйыны өсөн дә майҙан йыһазландырыу күҙаллана. Музей асыу ҙа ҡарала. Мәкәш клубында тиҫтәгә яҡын фольклор,театр һәм вокал төркөмдәре эшләп килә.

15 фев, 18:47

Ғашиҡтар көнөндә башҡорт эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшин Силәбе тамашасылары алдында сығыш яһаны

Йырсы үҙе әйтеүенсә, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Көньяҡ Урал төбәгенә ул һәр ваҡыт тулҡынланып килә. Сөнки бынан бер нисә йыл элек артист тәүге сығыштарын тап Силәбе ерендә башлай. Йондоҙҙоң концерты ғәҙәттәгесә, аншлаг менән үткән. Элвин Грей ижадын һөйөүселәр сәхнәне йөрәк формаһындағы шарҙар менән биҙәгән. Яҡташыбыҙ туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

15 фев, 18:47

12 апрель - Космонавтика көнөндә Мәләүез ҡалаһында яңы парк асыла

Тәүге йыһангир Юрий Гагариндың исемен йөрөткән паркты яңыртыу «Ҡала мөхите» программаһы буйынса башҡарылған. Былтыр йәй айҙарында бында ҡарт ағастар ҡырҡылған, заманса балалар майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр булдырылған. Ял зонаһын шулай уҡ тәүге космонавтың һөйкәле лә биҙәй. Бынан тыш, ошо уҡ программа сиктәрендә Мәләүездә 20-нән ашыу йорт ихатаһы төҙөкләндерелгән. Быйыл уларҙың һанын 30-ға тиклем еткерергә ниәтләйҙәр. Иң мөһиме, ҡаланы тәртипкә килтереү эшендә ҡала халҡы ла әүҙем ҡатнаша, экологик өмәләргә сыға. Паркты рәсми асыу тантанаһы апрелгә билдәләнһә лә, төҙөк һәм бөхтә майҙан әленән үк ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнгән.

15 фев, 18:14

Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма хоккей командаһы Пхенчханда рәттән өсөнсө мәртәбә еңелә

Алексей Чистяков етәкселегендәге хоккей буйынса Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһы 1:5 иҫәбе менән фин командаһына биреште. Рәсәй йыйылмаһынан берҙән-бер шайбаны Анна Шохина индерҙе.

15 фев, 17:02

16 февралгә Башҡортостан өсөн һауа торошо

Иртәгә, 16 февралдә, республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.

15 фев, 16:22