Все материалы

Болғарҙан - Мәккәгә атҡа атланып

Иглин районынан фермер Хәсән Иҙиәтуллин менән Кушнаренко районынан Марсель Әхиәретдинов маршрутты 22 августҡа тиклем үтергә ниәтләй. Оло юлға һыбайлап 30 март сыҡҡандар. Әле улар Сызрань ҡалаһын уҙған.

07 апр, 21:08

Энәле үҫемлектәр

Өфөнөң Ботаника баҡсаһында үҙенсәлекле күргәҙмә." Евразия йөрәге" фестивале сиктәрендә баш ҡалала тематик экскурсиялар үткәрелә. 7-8 апрель тропик һәм субтропик үҫемлектәр оранжереяһында кактустар менән дә таныша ала.

07 апр, 21:49

Бағры бағыу серҙәре

Бағры бағыр ир икән. Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылы халҡы төбәктә берҙәр-бер балыҡ хужалығы ойошторп ебәргән фермер Ғаяз Фәтҡуллин хаҡында шундай фекерҙә. Былтыр көҙҙән ғәмәлгә ашырыла башлаған проект әле яңы кимәлгә сыға. Йәй етеү менән фермерҙар туристарға бағры ҡармаҡлау бәхетен бүләк итмәксе.

07 апр, 21:37

Заман техникаһы

Шишмә районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тәрбиәләнеүселәре тимер сылбырлы скутер уйлап тапҡан. Ҡар епшек булыуға ҡарамаҫтан, техника һынауҙы уңышлы үткән. Ул уңайлы һәм аҙ сығымлы булыуы менән алдыра

07 апр, 21:23

Яҙғы боҙға ышанма!

Боҙҙоң көндән-көн йоҡарыуына ҡарамаҫтан, республика йылға-күлдәрендә балыҡ тотоусылар кәмемәй.

07 апр, 21:13

Интернет аша ғына юлдарҙы ремотлау

Бер йыл элек Өфөлә емерек юлдар картаһы барлыҡҡа килде. Интернеттағы был ресурста һәр кем урамдарҙа хасил булған соҡорҙар тураһында хәбәр итә, уларҙы фотоһүрәткә төшөрөп ебәрә ала.

07 апр, 21:01

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда йәшәүсе православ христиандарҙы Пасха байрамы менән ҡотланы

Дини байрам уңайынан, Республика Башлығы христиандарға мөрәжәғәт итте.

07 апр, 20:52

Донъя яңылыҡтары – 06.04.2018

Рәсәй һәм донъя ваҡиғаларына көндәлек байҡау.

06 апр, 22:59

Яҙғы ташҡындар

Беҙҙең вацап һандарына Архангел районында урындағы йылғаларҙың береһе ярҙарынан сығыуы тураһында хәбәр алынды. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта Ольховое йылғаһының ташыуы хаҡында ла билдәле булды.

06 апр, 22:55

Һыу ҡамауында

Ишембай районының Байғужа ауылында Тәйрүк йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан.

06 апр, 22:52

Ҡарасҡылар зоопаркы

Бер оҫтаханала йөҙәрләгән йәнлек-хайуан. Айыу, бүре, төлкө, мышы һәм башҡаларға Өфө районында йәшәүсе Александр Крыгин икенсе ғүмер бирә. Уҙаман 80-се йылдарҙан алып таксидермия менән шөғөлләнә. Тәү ҡарашҡа ҡул оҫтаһының ижад емештәре урманда йөрөгән йәнлек-хайуандарҙан һис тә айырылмай.

06 апр, 21:22

Башҡортостанда Ғабдулла Туҡай һәйкәле проектына конкурс иғлан ителде

Шағирға һәйкәл "Нур" Өфө дәүләт татар театры алдындағы майҙанға ҡуйыласаҡ.

06 апр, 21:12

Истамбулда тарихи композиция

Мәскәү ҡалаһының "Аҡ тирмә" башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең фольклор төркөмө Истамбул ҡалаһында республикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе - күренекле ғалим-шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туған иҫтәлегенә клип төшөрҙө.

06 апр, 21:05

Яу юлдарын иҫләп

18 йәшендә генә ул һуғышҡа инә. Фронтта бер тапҡыр ҙа яраланмай. Ауырғазы районында йәшәүсе 92 йәшлек Шәриф Мөсәғитов Берлинғаса барып етеп, тыуған яғына 1949 йылда әйләнеп ҡайтҡан. Ғүмер буйы водитель булып эшләгән. Ветеран әле лә сафта, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, уҡыусылар менән осрашыуҙарға ла йөрөй.

06 апр, 20:59

71 йәштән һуң яңы ғүмер

Өфөлә 8-се тиҫтәһен ваҡлаған пациентҡа йөрәк күсереп ултыртылды. Операция Республика кардиология үҙәгендә яһалды.Башҡортостан табиптары ҡатмарлы әмәлиәтте 2013 йылдан алып эшләй, ошо осорҙа 16 кешегә донор йөрәге ултыртылған . Ә был һуңғы операция пациенттың өлкән йәштә булыуы менән үҙенсәлекле, әммә кардиологтар яуаплы эште уңышлы атҡарып сыҡҡан.

06 апр, 20:48

Сифатһыҙ юлдар

Юлдарҙа ҡар менән бергә асфальт та ирей. Бигерәк тә һуңғы көндәрҙә баш ҡала урамдарында соҡорҙарҙың күпләп хасил булыуы күҙәтелә. Был зыян күргән автомобилдәрҙең артыуына килтерҙе. Ирекһеҙҙән водителдәр тәгәрмәстәрен алмаштырырға йәки эргә-тирәләге автосервистарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр.

06 апр, 20:36

Беларусь менән Башҡортостан араһында тауар әйләнеше ярты миллиард долларҙан ашҡан

Быйыл күрһәткес тағы ла ике тапҡырға үҫергә тейеш. Был турала Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге илселегененең Өфө бүлексәһе етәксеһе Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән осрашыу барышында белдерҙе.

06 апр, 20:19

Сирҙе ваҡытында ауыҙлыҡлау

Иглин районында теркәлгән себер түләмәһенә бәйле карантин иғлан ителде. Ҡурҡыныс сир йоҡторған бер баш һыйыр быҙауы менән юҡ ителде. Төбәктә ветеринарҙар ауырыуҙы кисектереү өсөн бар көсөн һала.

06 апр, 20:13

Федераль пассажирҙар компанияһы Башҡортостанға үткән йыл өсөн 104 миллион һум һалым күсергән

Баш ҡалала тимер юлы компанияһының вагон предприятиеһы эшләй. Уны үҫтереү һәм пассажирҙар хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре компанияның генераль директоры Петр Иванов менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың осрашыуында өйрәнелде.

06 апр, 19:50

Республика башлығы Мәскәүҙә Рәсәйҙең Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Унда төбәктәрҙең конкурентлыҡты күтәреү буйынса эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ барҙы.

05 апр, 23:57