Все материалы

Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул итеү башланды

Ҡурай байрамы Октябрьский ҡалаһында 18-19 майҙа уҙғарыла. Конкурста яңғыҙ башҡарыусылар ҙа, ансамблдәр ҙә ҡатнаша ала.

02 апр, 17:50

Өфөлә йорт хайуандарына ҡотороу сиренә ҡаршы бушлай привика яһатырға мөмкин

Ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, бындай сара 10 һәм 11 апрель үткәреләсәк. Бесәйҙәрҙе лә, эттәрҙе лә килтерергә мөмкин.

03 апр, 08:27

Башҡортостан дауаханаларында туҡланыу сифатын яҡшыртасаҡтар

Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров, Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында туҡланыу сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне.

03 апр, 08:17

Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле Евгений Шевченко Башҡортостанда ил президентын һайлау компанияһы барышы мәсьәләләре буйынса Өфөлә кәңәшмә үткәрҙе

Дөйөм алғанда, Евгений Шевченко төрлө кимәлдәге һайлау комиссияларына юғары баһа бирҙе. Ул шулай уҡ компания барышында хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән Совет һәм Ленин райондары участкаларында ла булды. Уларға хоҡуҡи баһа бирелгәндән һуң, ғәйеплеләр язаға тарттырылған.

02 апр, 23:59

Өфөнө боҙбармаҡтар баҫа

Коммуналь хеҙмәткәрҙәр күп ҡатлы йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙ киҫәктәренән таҙартыу буйынса көсөргәнешле режимда эшләй башланы.

02 апр, 23:47

Исем-шәриф, тыуған көндәр тап килә икән, тимәк, бурыс та уртаҡ!

Өфөнән 60 йәшлек Владимир Тараканов икенсе йыл һалым инспекцияһы менән низағта. Пенсионерҙың бер ниндәй күсемһеҙ милеге юҡ, шуға ҡарамаҫтан уға Мәскәү өлкәһендә теркәлгән фатир һәм ер участкаһы өсөн һалым түләүҙәре буйынса белдереү ҡағыҙҙары килә. Суд приставтары икенсе төбәктә йәшәүсе аҙашының башҡа штрафтары өсөн яҡташыбыҙҙың автомобиленә арест та һалған.

02 апр, 23:40

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды

Был осорҙа илдең ҡораллы көстәренә 128 мең самаһы егет, шул иҫәптән Башҡортостандан 5 мең самаһы кеше алынасаҡ. Әлеге күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 10 процентҡа кәмерәк. Бының сәбәбен хәрбиҙәр контракт нигеҙендә хеҙмәт итергә теләүселәрҙең артыуы менән аңлата. Закон буйынса, әрме сафына 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге граждандар саҡырыла. Шулай уҡ быйылдан һаулығы буйынса хеҙмәт итеүҙән ситләштерелгән, әммә физик хәлен яҡшыртыуға өлгәшкән ир-егеттәрҙең дә армияға барыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, бөгөн республиканың барлыҡ-ҡала райондарында ла хәрби комиссиялар эшләй башланы. Унда буласаҡ ил һаҡсылары һаулыҡтары буйынса тикшереү үтә.

02 апр, 23:05

Республиканың төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә

Ул 30 апрелгә тиклем ғәмәлдә була. Сикләүҙәр бөтә ауыр транспортҡа ла ҡағылмай. Тейешле рөхсәт ҡағыҙы булғандар юлын артабан дауам итә ала. Юғиһә, штраф һалыныуы ихтимал.

02 апр, 22:48

Донъя яңылыҡтары - 02.04.2018

Рәсәйҙә ракетаға ҡаршы оборона системаһында яңы ҡорал уңышлы һынау үтте. Был турала Оборона министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ракета Ҡаҙағстандағы Һары-Шаған полигонынан һауаға күтәрелгән һәм шартлы сәпте билдәләнгән ваҡытта юҡ иткән. Ракетаға ҡаршы оборона системаһы Хәрби йыһан көстәренә ҡарай һәм илде һауа-йыһан һөжүменән һаҡлай.

02 апр, 21:47

НТВ каналының «Һин-супер!» проекты ойоштороусылары башҡорт ҡыҙы өсөн тәүге тапҡыр ҡағиҙәне үҙгәртте

Проектың беренсе турында Әбйәлил районынан 15 йәшлек Зарема Шәйхетдинова «Titanium» йыры менән сығыш яһаны. Әммә яҡташыбыҙҙың моңло тауышы баһалама ағзаларының барыһының да күңелен әсир итә алманы. Шулай ҙа мәктәп уҡыусыһы телевизион проектың киләһе турына сыҡты.

02 апр, 21:05

«Урман янғындарына ышаныслы кәртә»

Иглин районында ошо девиз аҫтында янғын һүндереү оҫталығы буйынса төбәк-ара күнекмә үтте. Сарала республиканың биш районы ҡатнашты. Тәүҙә комиссия ағзалары автотранспорт, уларҙың торошон, һәр район бүлексәләренең янғын ҡоролмалары тәртиптә булыуын ҡарап сыҡты.

02 апр, 20:47

Өфөлә Владимир Спиваков фонды академияһы проекты старт алды

Аҙна дауамында Рәсәй ҡалаларынан һәм Франция, Израилдән килгән билдәле музыканттар уҡыусыларға дәрестәр бирә. Проектта Башҡортостан район-ҡалаларынан 103 уҡыусы ҡатнаша.

02 апр, 20:42

Өфөлә оло йәштәгеләргә ярҙам телефоны эшләй башланы

Проектты ғәмәлгә ашырыуға Рәсәй Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бүленгән грант аҡсалары файҙаланылған. Маҡсат хаҡлы ялдағыларҙың мәсьәләләрен хәл итеү, яңғыҙҙарға аралашыу даирәһе булдырыу.

02 апр, 20:39

Бөгөн халыҡ-ара аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө

Бөтә донъяла уҙғарылған флешмобҡа Башҡортостан да ҡушылды. Баш ҡалала ирекмәндәр листовкалар, шарҙар һәм күк төҫкә буялған печеньелар таратты. Был төҫ Бөтә донъя аутизм ойошмаһы билдәһе. Тап ошо көндә төрлө илдәрҙең архитектур ҡоролмалары күк төҫтәр менән яҡтыртыла. Теләктәшлек йөҙөнән баш ҡаланың «Родина» кинотеатры ла күккә мансылды.

02 апр, 20:33

Көндәлектәге биш өсөн - юл йөрөү бушлай, дүртле билдәһенә - 50 процент ташлама

«Телеүҙәк-Сипайлово» йүнәлешендә хәрәкәт иткән 266-сы һанлы автобус маршрутында шундай ҡағиҙә. Водитель балаларҙы уҡыуға дәртләндереү маҡсатында ике йыл элек махсус акция башлап ебәрә. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләп мәктәп эргәһенән үткән автобус водителе уҡыусыларҙың әүҙемлеген, тырышлығын күрә.

02 апр, 19:59

Иглин районында «Яҙ һылыуы-2018» йәштәр конкурсына йомғаҡ яһалды

Матурлыҡ бәйгеһенең финалы район мәҙәниәт йортонда үтте. Ике ай дауамында барған һайлап алыу этаптары һөҙөмтәһендә конкурс финалына 9 ауыл биләмәһе һылыуы сыҡты.

02 апр, 19:59

Өфөнөң Комаров исемендәге балалар ижад йортонда «Сыңлы үксә» балалар хореография конурсына йомғаҡ яһалды

Унда республиканың төрлө төбәктәренән 53 коллектив, меңдән ашыу бала ҡатнашты. Конкурс шарттары буйынса ансамблдәр яңы бейеү башҡарырға тейеш ине. Өфөнән «Веселинка» өлгөлө балалар хореография ансамбле ике яңы бейеү менән сығыш яһаны. Башҡорт егеттәренең һынмаҫ рухын сағылдырған «Урал улдары» композицияһы үҙенсәлекле костюмдар, юғары башҡарыу оҫталығына еткерелгән бейеү хәрәкәттәре менән ябай тамашасыны ла, талапсан жюри ағзаларын да әсир итте.

02 апр, 18:59

Өфөнөң дүрт биҫтәһендә һыу һүндереләсәк

Был аҙнала “Өфө һыу каналы” баш ҡалабыҙҙың дүрт районында ремонт эштәрен башҡара.

02 апр, 17:40

“Мәргән уҡсы”ға теркәлеү башланды

6-8 июлдә Иглин районында III халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” уҡтан атыу фестивале үтәсәк. Уға бөгөндән үк әҙерләнә башларға кәрәк.

02 апр, 17:35

Өфөнөң элекке полиция хеҙмәткәре һәм адвокатҡа ришүәт өсөн хөкөм сығарҙылар

Төбәк прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 39 йәшлек Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлегенең хеҙмәткәре менән 41 йәшлек адвокат Башҡортостандың Юғары суды тарафынан ришүәт алыуҙа ғәйепле тип танылды.

02 апр, 16:48