Все материалы

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә теркәлгән ауыр енәйәттә ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды

Уларҙың эҙенә төшөү өсөн хоҡуҡ һағында тороусыларға ай ярым самаһы ваҡыт талап ителде.

05 апр, 19:42

Эшҡыуарҙарға финанс ярҙам

Республика предприятиелары федераль программаларҙа һүлпән ҡатнаша. Был турала бөгөн Рәсәй сәнәғәт үҫеше фондының эксперт советы рәйесе Антон Данилов-Данильян Өфөлә, эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа белдерҙе.

05 апр, 19:35

Хөкүмәт йортонда социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса комиссия ултырышы үтте

Ул Башҡортостан Хөкүмәте, эш биреүселәр һәм профсоюздарҙы үҙ эсенә ала.

05 апр, 19:30

Силәбе башҡорттарына биш меңгә яҡын китап ебәрелде

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы 1 март башланған китап йыйыу акцияһына йомғаҡ яһаны. Сараның маҡсаты – Силәбе өлкәһендәге китапхана, мәктәптәргә туған телдә китаптар тапшырыу.

04 апр, 17:55

Балаҡатай районы етәксеһе тип йәнә Мәсхүт Миңлеғалин һайланды

Был ҡарарҙы Муниципалитет Советы депутаттары бер тауыштан ҡабул итте.

04 апр, 17:51

Башҡортостан юлдарында боҙлауыҡ көтөлә

Иртәгә, 5 апрелдә республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, төндә -яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Юлдарҙа - боҙлауыҡ.

04 апр, 17:50

Башҡортостанда 5 йәшлек ҡыҙыҡайҙы эҙләйҙәр

Өфөлә атай кеше 5 йәшлек ҡыҙын урлаған. Баланың әсәһе менән улар айырылышҡандар.

04 апр, 16:29

Өфөлә пенсионер башына боҙбармаҡ төшкән

Боҙбармаҡ күп ҡатлы йорттоң диуарында урынлаштырылған кондиционерҙан осоп төшә. Үтеп барған ир тере, әммә яраланған.

04 апр, 15:53

Инвалидлыҡ өсөн 4 миллион

Өфөлә бала тапҡандан һуң инвалид булып ҡалған 29 йәшлек ҡатын БДМУ клиникаһынан компенсация аласаҡ. Бындай ҡарарҙы Башҡортостандың Юғары суды сығарҙы.

04 апр, 15:48

Башҡортостанда кирбес заводы эшселәренә 1,1 млн һум эш хаҡы түләмәгән

Ағиҙел ҡалаһында хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләмәү буйынса енәйәт эше асылған. 36 кеше майҙан ноябргә тиклем аҡса алмаған.

04 апр, 15:19

Иҫерек водителдәр ҡан анализын бирәсәк

2018 йылдың йәйенән алып, шоферҙарҙың күпме эскәнлеген ҡан аша билдәләйәсәктәр. Ҡанында 0,3 мг/л спирт табылған водителдәр яуаплылыҡҡа тарттырыла. Бындай законға 3 апрелдә Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

04 апр, 14:39

Судҡа бысаҡ менән йөрөмәйҙәр

Судҡа ҡунаҡ булып килгән егет ғәйепләнеүсе тип танылды. Ишек алдында тикшергән ваҡытта суд приставтары унда бысаҡ тапҡандар.

04 апр, 12:18

Башҡортостанда ашығыс ярҙам машинаһы түңкәрелгән

Авария бөгөн, 4 апрелдә, Сибай ҡалаһында була. Ашығыс ярҙам машинаһы менән “Нива” төкөшкән. Хәл-ваҡиға урынынан фотолар социаль селтәрҙәргә эләкте.

04 апр, 12:14

Өфөлә юғалған 12 йәшлек малай табылды

Бөгөн 12 йәшлек интернат уҡыусыһы Данила Кравчук табылды. Малай һау-сәләмәт, зыян күрмәгән.

04 апр, 12:05

Башҡортостанда күмәк машина ҡатнашлығында авария булған

Авария бөгөн, 4 апрелдә, Нефтекама ҡалаһында теркәлгән. Фажиғә урынынан фотолар социаль селтәрҙәргә эләгә.

04 апр, 11:41

Эркка Вестерлунд “Салауат Юлаев” хоккей клубының баш тренеры вазифаһын бушата

Бындай ҡарар ике яҡ тарафынан да раҫланды. Ваҡытлыса баш тренер вазифаһын Николай Цулыгин башҡарасаҡ.

04 апр, 11:20

Башҡортостанда ышылдаҡ аҡҡоштарҙы күҙәткәндәр

Ышылдаҡ аҡҡоштар, 2 апрелдә, Өфөлә күренгән. “Өфө ҡоштарының атласы” пректы ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, улар Сипайлово биҫтәһендә, Ҡариҙел буйында булғандар.

04 апр, 11:07

Башҡортостанда һуғыш припасы табылған

Росгвардияның шартлатҡыс техниктары Шишмә ауылында, 35 йәшлек ирҙең һарайында табылған артилерия һуғыш припасын тикшергәндәр.

04 апр, 11:07

Өфөлә ялған социаль тәьминәт хеҙмәткәре пенсионерҙан 160 мең һум урлаған

Полиция пенсионер фатирынан аҡса урлаған мутлашыусыны эҙләй. Ул социаль тәьминәт хеҙмәткәре булып үҙен танытҡан.

04 апр, 11:01

Өфө халҡы йөҙөүҙән ГТО нормаларын тапшыра ала

14 апрелдә йөҙөү буйынса ГТО нормативтары ҡабул ителә. 6 йәштән алып теләгән һәр кем үҙен һынап ҡарай ала.

04 апр, 10:54