Все материалы

Башҡортостанда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тишереүҙәр үткәрәсәк

Киләһе ике көндә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан юлдарында күләмле тикшереүҙәр үткәрә. Профилактика сараһының төп маҡсаты - водителдәрҙе юл хәүефлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырыу һәм иҫерек килеш руль артына ултырыусыларға ҡаршы көрәш алып барыу.

02 мар, 15:54

Талантлы йәштәр һүҙ тота

Өфөлә йәштәр араһында «Тере һүҙ» республика конкурсы асылды. Конкурста Башҡортостан төбәктәренән 50 нән ашыу кеше ҡатнаша. Улар өс номинация буйынса һынау тота. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тасури һөйләү, музыкаль һәләттәрен күрһәтеү һәм авторлыҡ әҫәрен уҡып ишеттереү. Конкурс һөҙөмтәләре иртәгә Гала-концертта иғлан ителә. Сараны Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡ ижады үҙәге ойошторған. Сығыштарҙы яҙыусылар, шағирҙар, актерҙар баһалай.

03 мар, 19:47

Баймак районы Икенсе Этҡол ауылында 60 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы сафка инде

Ул бынан ике йыл элек файҙаланыуға тапшырылған социаль мәғариф комплексының икенсе сираты.

03 мар, 12:47

Башҡортостанда урман янғындарын күҙәтеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Был турала бөгөн Республика башлығы Өфөлә, Волга буйы федераль округының урман ресурстарын файҙаланыу, һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Урман хужалығы буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Иван Валентик ҡатнашты.

02 мар, 23:47

Бөгөн Леонид Рошаль һаулыҡ һаҡлау проблемалары буйынса Өфөлә кәңәшмә үткәрҙе

Милли медицина палатаһы президенты Башҡорт дәүләт медицина университетында Волга буйы федераль округы Координация советы ултырышында ҡатнашты. Милли медицина палатаһы 2010 йылда халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау системаһын камиллаштырыу маҡсатында ойошторолған.

02 мар, 22:59

18 мартта республикала өс меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк

Тауыш биреү урындары башлыса, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында урынлашасаҡ. Бөгөн уларҙың бер нисәүһе менән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко танышты. Әле һайлау участкалары тимер рамкалары һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыла.

02 мар, 21:59

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич эш сәфәре барышында республикала һайлауға әҙерлекте юғары баһаланы

Михаил Бабич әйтеүенсә, Башҡортостан һайлаусылар иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округының иң ҙур төбәктәренең береһе. Төбәктә тауыш биреүселәр иҫәбе 3 миллион тирәһе. Шуға күрә лә компанияның асыҡ, ғәҙел шарттарҙа үтеүен, хәүефһеҙлекте, уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы тәьмин итеү төп бурыс булып тора.

02 мар, 21:47

«Тамыр» телеканалы асыҡ ишектәр көнөн ойошторҙо

Бөгөн иллегә яҡын бала теле һәм радио тапшырыу эшләү, текст яҙыу, камера алдында сығыш яһау серҙәренә төшөндө.

02 мар, 21:00

Донъя яңылыҡтары - 02.03.2018

Урмандарҙы һатыу килешеүҙәре Рәсәй бюджетына 1 миллиард 300 миллион һум өҫтәлмә табыш алырға мөмкинлек биргән. Был турала илдең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары, Рәсәй урман хужалығы етәксеһе Иван Валентик белдерҙе. Уның фекеренсә, әлегә тиклем был механизм яҡшылап эшләмәгән. Әммә былтырҙан алып урман һатыу-һатып алыу килешеүҙәре әүҙемләшә төшкән һәм уларҙың байтаҡ өлөшө төбәк ҡаҙналарын тулыландырыуға йүнәлтелгән тип билдәләгән ведомство етәксеһе.

02 мар, 20:47

Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында тәүге балалар баҡсаһы асылды

Унда әлегә тиклем мәктәпкәсә учреждение бер ваҡытта ла булмаған. Ауыл халҡы төбәктә йәштәрҙең күпләп төпләнеүенән сығып, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына балалар баҡсаһын булдырыу тәҡдиме менән сыға. Һөҙөмтәлә ауыл мәктәбенең бер өлөшөндә мәктәпкәсә учреждение асыла. Ремонт эштәре өсөн республика бюджетынан бер миллион һум аҡса бүленә, ҡалғанын ауыл халҡы, эшҡыуарҙар йыя.

02 мар, 20:02

Башҡортостан илдең «Электрон тыуым сертификаты» пилот проектында ҡатнашасаҡ

Был турала бөгөн Рәсәй социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе ойошторған төбәктең төрлө ведомстволары ҡатнашлығындағы Координация советы ултырышында билдәләнде.

02 мар, 19:47

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы республика гүзәл заттарын данланы

Бөгөн Өфөнөң Конгресс-Холл бинаһында баҫманың ярты быуатлыҡ юбилейы уңайынан ҙур тамаша үтте. Сараға килеүсе халыҡты фойела ойошторолған бай һәм үҙенсәлекле күргәҙмә ҡаршы алды. Экспозицияла халҡыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн сағылдырған милли аш-һыу, аҫалы балаҫ, милли биҙәүестәр урын алғайны. 1968 йылдан нәшер ителгән "Башҡортостан ҡыҙы" журналы бөгөн гүзәл заттарҙың ғына түгел, тотош ғаилә баҫмаһы булараҡ ҡабул ителә. Баҫма биттәре аша ижад емештәре, ҡул эше серҙәре, төрлө өлкә белгестәре кәңәше менән танышырға мөмкин.

02 мар, 18:59

Йылайырҙа альпинистар әҙерләнә

Район үҙәгендә ҡаяға үрмәләү күнекмәләре үткәреү өсөн махсус тренажер урынлаштырылды. Ул ике һыҙаттан тора. Бейеклеге 8 метр. Урындағы мәҙәниәт һарайынын спорт залында асылған түңәрәктә әле 30-лап үҫмер шөғөлләнә. Йылайыр Башҡортостандың иң ҙур райондарының береһе. Хозу...

02 мар, 18:27

Иглин районындағы юл фажиғәһе сәбәптәрен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эше асылған

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, шишәмбе Иглин районындағы аварияла туғыҙ кеше һәләк булды, иҫән ҡалғандары дауаханала.

02 мар, 18:06

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйылғы мөрәжәғәтнамәһе башҡа йылдарҙағыһынан үҙенең төҙөлөшө, ҡуйылған бурыстарҙың мөһимлеге һәм күләмлеге менән айырылып тора

Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова беҙҙең телеканалға биргән интервьюһында белдерҙе.

02 мар, 18:02

Әлеге минуттарҙа Өфөлә Волга буйы федераль округында урман ресурстарын файҙаланыуға арналған кәңәшмә бара

Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Урман хужалығы буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Иван Валентик ҡатнаша.

02 мар, 18:00

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәтенә ҡабул итеү талаптары йомшарҙы

Дәүләт хеҙмәтенә дәғүә итеүселәрҙең стаж талаптарын йомшартҡан ике закон 10 көндән үҙ көсөнә инәсәк.

02 мар, 16:45

Башҡортостанда былтыр юғалған ҡатын табылды

Бижбүләк районының Ҡушйылға ауылынан Светлана Мөлдрәкованы эҙләү уңышлы тамамлана.

02 мар, 14:51

Ял көнөндәрендә һауа торошо менән хәлдәр нисек була?

Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

02 мар, 14:45

ХЕҘМӘТ КЕШЕЛӘРЕ ҠУЛ ҠАУШЫРЫП УЛТЫРЫРҒА КҮНЕКМӘГӘН

Дүртөйлө районында мәҫәлән Яҙғы-сәсеү кампанияһына әҙерлек октябрҙә үк старт ала. Төбәктә урып-йыйыу эштәре тамамланыу менән техниканы төҙөкләндереү башлана. Дүртөйлө ҡалаһында урынлашҡан ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау оҫтаханаһында ҡышҡы миҙгелдә 20-ләп комбайн төҙөкләндерелә. Улар араһында тармаҡтың башҡа техникаһы ла бар.

02 мар, 14:00