Все материалы

"Инцидент". Фельдшер -акушер пунктары төҙөкләндерелергә тейеш

Архангел районы Яңы Шишмә ауылында халыҡ иҫке бинала урынлашҡан фельдшер-акушер пунктында дауаланырға мәжбүр. Ҡыйыҡтан һыу аға, диуарҙар серегән, йылытыу системаһы сафтан сыҡҡан. Бындай шарттарҙа дауалау эшен алып барып булмай. Урындағы табиптар ауырыуҙарҙың өйөнә йөрөргә тырыша.

20 авг, 15:00

Ял көндәрендә республикала байтаҡ мәҙәни һәм спорт саралары үтә

25 августа баш ҡалабыҙҙың “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат сабышы уҙа. Унда Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Миәкә һәм Стәрлебаш районынан һәүәҫкәр спортсылар ҡатнаша. Ярыш Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арнала. Майҙанға башҡорт тоҡомло аттар ғына сыға. Ярыштың финал өлөшө 11 октябрҙә була.

20 авг, 13:43

Республика Халыҡ ижады үҙәге ил байрағы көнөнә ҡушылырға саҡыра

Рәсәй дәүләт флагы көнө уңайынан флешмоб иғлан ителгән. Акцияла ҡатнашыу өсөн дәүләт флагы эргәһендә фотоға төшөргә һәм һүрәтте социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға кәрәк.

20 авг, 13:32

Ишле ғаиләләргә аҡсалата ярҙам

Саҡмағош районы Базы хужалығында күп балалы ғаиләләргә 500 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Бер йыл эсендә сертификаттың 100 мең һумын ғына ҡулланырға була. Матди дәртләндереү йәштәргә ауылда төпләнергә ярҙам итер, тыуымды арттырыр, ти “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы белгесе Айгөл Ғарифуллина.

20 авг, 13:29

Өфөлә “Авто-шылтыратыу” системаһы эшләй башланы

Ул рөхсәтһеҙ йәбештерелгән иғландарға ҡаршы көрәш ысулы. Рекламала күрһәтелгән телефон номерҙары базаға индерелә. Унан һуң программа өҙлөкһөҙ шылтырата башлай. Реклама биреүсегә иртәнге сәғәт 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем тауышлы хәбәр ебәрелә. Рөхсәтһеҙ ҡуйылған реклама алып ташланғандан һуң ғына бәйләнеш туҡтатыла.

20 авг, 13:23

Фельдшер-акушер пунктарының төҙөк булыуы мөһим

Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәү сиратта авария хәлендәге фельдшер-акушер пункттары булған ауылдарҙы хәстәрләргә ҡушты. Был турала ул Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе Архангел районына эш сәфәре барышында ҡараған медицина пунктын миҫал булараҡ килтерҙе.

20 авг, 13:00

Өфөлә волейбол менән шөғөлләнеү өсөн уңайлыҡтар арта

Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, йорт яндарында 86 майҙансыҡ булдырыу планлаштырыла. Улар 1 сентябргә тулыһынса әҙер булырға тейеш.

20 авг, 12:22

Өфө мәктәптәрендә балаларҙы ашатыу бер системаға һалына

Был эш менән берҙәм оператор шөғөлләнә. Бөгөн мэрияла үткән кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова.

20 авг, 12:14

Башҡортостан юлдарында бер тәүлектә өс үлемесле авария булған

Бәләбәй районы Приют ауылында 56 йәшлек ирҙе машина бәрҙергән. Көйөргәҙе районында төндә еңел автомобиль һәм мотоблок бәрелешкән. Мототранспорт хужаһы һәләк булған.

20 авг, 12:06

"Башавтотранс" автопаркы яңыртыла

Быйыл 136 яңы автобус алынғайны. Бөгөн тағы 102 автомобиль килтерелде. Автопаркты яңыртыу эше киләсәктә лә дауам итә. Республика транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов.

20 авг, 12:00

Башҡортостан мәктәптәре сентябрҙән биш көнлөк уҡытыуға күсә

Шәмбе көндәре кластан тыш эш өсөн тәғәйенләнә, балалар өсөн төрлө саралар ойошторола, улар ата-әсәләре менән дә күберәк буласаҡ. Республика мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.

20 авг, 11:23

Өфөлә "Алға" транспорт картаһын ҡулланыусылар һаны арта

Ҡала халҡы 63 меңгә яҡын карта һатып алған. Был турала бөгөн мэрияла оператив кәңәшмәлә белдерелде. Ҡала хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә бүлеге етәксеһе урынбаҫары Владимир Петров.

20 авг, 11:18

Өфөлә бөгөн һәм 22 августа халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелә

Ваҡыты менән сиреналар тауышы ишетәләсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һынау барышында сирена тауышы бер нисә секунд ҡына була. Ысын хәүеф булғанда ул туҡтамай яңғырай.

20 авг, 11:11

Башҡортостанда йылға уртаһындағы утрауҙа ҡалған ир һәм балаға ҡотҡарыусылар ярҙам иткән

Ваҡиға Ләмәҙ йылғаһында булған. Ике ир һәм 16 йәшлек үҫмер кәмәлә йылға буйлап сәфәр ҡылған. Утрауҙа төн үткәргәс, береһе кәмәлә балыҡҡа киткән, утрауҙа ҡалғандары ул ҡайтамағас ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан.

20 авг, 11:09

Башҡортостанда ике кеше янып үлгән

Бөгөн төндә Өфө районы Черновка ауылында ағас йорт янған. Утты һүндергәндән һуң ике ирҙең кәүҙәһе табылған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан.

20 авг, 11:00

Башҡортостанда пенсия алды йәшендәгеләр World Skills стандарттары буйынса белемен камиллаштыра

Йәнә парта артына. Башҡортостанда пенсия алды йәшендәгеләр World Skills Халыҡ-ара стандарттары буйынса белемен камиллаштыра. Уҡытыу программаһы «Өлкән быуын» федераль проекты сиктәрендә әҙерләнгән. Әйтәйек, Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжында компьютер менән эш итеү буйынса курс ойошторолған. Ул 256 cәғәткә иҫәпләнгән. Белем биргәндә практикаға баҫым яһала.

19 авг, 23:44

Саҡмағош районында күп балалы ғаиләләргә 500 мең һум күләмендә әсәлек капиталы бүленә

Саҡмағош районында ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән күп балалы ғаиләләргә 500 мең һум күләмендә әсәлек капиталы бүленә. Базы хужалығында матди ярҙам өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәргә бирелә. Ғаиләләр бер йыл эсендә сертификаттың 100 мең һумын ғына тотона ала. Матди дәртләндереү демографик хәлде яҡшырта, ауылға йәштәрҙе ылыҡтырырға ярҙам итә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

19 авг, 23:43

Травматик ҡоралдан бесәйгә атҡан егеткә биш йыл төрмә янай

Ваҡиға шаһиттарының береһе һалҡын ҡанлылыҡ менән башҡарылған енәйәтте кеҫә телефонына төшөргән.

19 авг, 23:40

Әбйәлил районында ат спорты буйынса республика фестивале үтте

Башҡорт атлылары йәнә бер майҙанда. Таһир Кусимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында ат спорты буйынса республика фестивале үтте. Килгән халыҡ тоҡомло аттар араһында ойошторолған турнирҙан тыш, оҫталыҡ дәрестәрен дә ҡараны. Сарала алты йәштән өлкән биш тиҫтәләп ҡатнашыусы тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Илеш районы жокейы Рөстәм Сәйетгәрәев еңеү яуланы. Әйткәндәй, был аҙна аҙағында «Терра Башҡортостан» республика ат спорты турнирының 10-сы этабы үтә.

19 авг, 23:16

Баш ҡалала 2011 йылғы балалар араһында тәүге хоккей турниры үтте

Ярыш спорт төрө ныҡлы үҫешкән республиканың 5 район-ҡалаһы араһында СССР-ҙың спорт мастеры Александр Семак башланғысында ойошторолдо. 8-9 йәшлек малай-ҡыҙҙар араһында беренсе тапҡыр үткән турнирҙа Сибай командаһы ла ситтә ҡалманы.

19 авг, 23:15