Все материалы

24 мартта Башҡортостан “Ер сәғәте” акцияһына ҡушыла

Донъялағы иң ҙур акцияларының береһе быйыл 24 март урындағы ваҡыт буйынса киске туғыҙынсы яртынан унынсы яртыға тиклем дауам итә.

28 фев, 15:50

Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Иглин районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһенә бәйле оператив кәңәшмә үткәрҙе

М-5 трассаһындағы аварияла 9 кешенең ғүмере өҙөлдө. Осрашыуҙа Республика Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм профилле министрлыҡ- ведомство етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмә авария ҡорбандары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ менән башланды.

28 фев, 21:47

Бөгөн Өфөнөң 93-сө гимназияһында «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең яңы ағзаларын ҡабул итеү тантанаһы үтте

Белем усағында был хәрәкәтте булдырыу теләге менән өлкән синыф уҡыусылары сығыш яһай. Был тәҡдимде ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа хуплап сыға. «Йәш армия» хәрәкәтенә тәүгеләрҙән булып ғаризаны бишенсе, алтынсы, етенсе синыф уҡыусылары бирә. Шунлыҡтан бөгөн улар значоктар тағып, беренселәрҙән «Йәш армия» хәрәкәте сафына баҫты. Әлеге ваҡытта гимназияла 1625 уҡыусы иҫәпләнә. Бөгөн уларҙың 167-һе хәрби-патриотик хәрәкәткә ҡушылһа, киләһе аҙнала тағы ла 200 илһөйәрҙе тантаналы шарттарҙа хәрәкәткә ҡабул итеү сараһы уҙарыла. «Йәш армия» ағзалары әйтеүенсә, улар был хәрәкәткә ҙур теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән ҡушылған.

28 фев, 21:47

Ауыл өсөн иң мөһиме - белем усағы

Дыуан районының Мәтәле ауылы халҡы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса мәктәпкә тейешле ҡорамалдар, йыһаздар һатып алып капиталь ремонт эштәре башҡарған. Бөгөн мәктәп уҡыусылары йылы ашханала ҡайнар сәй, аш менән һыйлана. Урында йәшәүселәр быйыл да программала ҡатнашып, мәҙәниәт йортон ремонтларға ниәтләй.

28 фев, 21:05

Донъя яңылыҡтары - 28.02.2018

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡышҡы олимпия уйындары еңеүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Көньяҡ Кореяла уҙған ярыштарҙа ватандаштарыбыҙ 17 миҙал, шул иҫәптән, ике алтын награда яуланы. Улар араһында Башҡортостандан Андрей Зубарев менән Семен Елистратов та бар. Яҡташтарыбыҙ II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» һәм Дуҫлыҡ ордендары менән бүләкләнде. Еңеүселәр шулай уҡ БМВ автомобилдәре асҡысы алып ҡыуанды.

28 фев, 21:02

Юлһыҙлыҡҡа нөктә ҡуйылды

Былтыр йәй Борай районында Яңы Мостафа, Силасау һәм Ҡаратамаҡ ауылдарына илткән юлдарға асфальт түшәлә башлай. «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бында төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Әйткәндәй, 2011 йылдан алып тап ошо программаға ярашлы, республикала йәмғеһе 62 юл участкаһын капиталь ремонтлауға бер миллиард ярым һум аҡса бүленгән. Был финанстар ярҙамында төпкөлдәргә юлдар һалынған.

28 фев, 20:59

«Уралсиб» банкы бөгөндән «Уралкапиталбанк»тың зыян күргән аҡса һалыусыларына түләүҙәр ҡайтара башланы

Исемлектә 10 меңләп кеше иҫәпләнә. Страховкалау агентлығы белдереүенсә, һаҡлыҡтар буйынса 5 миллиард 900 миллион һумлыҡ аҡса ҡайтарыу ҡаралған. Аҡсаларын ҡайтарырға теләүсе граждандар иртә менән «Уралсиб» банкы офистарына килеп сират алды. Финансистар хафаланырға урын юҡ, һәр клиентҡа аҡса ҡайтарыласаҡ, тип тынысландыра.

28 фев, 20:47

Башҡортостанда һайлауға әҙерлек финиш һыҙығына сыҡты

Әле республиканың ике типографияһында тауыш биреү бюллетендәрен баҫыу бара. Комплекслы эшкәртеү ҡоролмаларына иҫәпләнгәндәре Өфөнөң «Белая река» нәшриәтендә, һайлау йәшниктәре өсөн бланктар Благовар районында әҙерләнә. Барлығы 3 миллион 68 мең 66 бюллетень сығарыла, уларҙың 348 мең 900-е КОИБ-тар өсөн.

28 фев, 20:45

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында эшләп килгән Тирә-яҡ мөхиттең физик-химик бысраныуына экологик мониторинг уҙғарыу лабораторияһында дарыу етешетереүҙә ҡуллана торған химик матдәләр эшләп сығарыла

Ғалимдарҙың һуңғы асышы - ашҡаҙандың сей яраһын дауалауға тәғәйенләнгән препарат өсөн катализатор. Уның ярҙамында етештерелгән дарыу арзанға төшәсәк, тип ышана ғилми хеҙмәткәрҙәр.

28 фев, 20:04

Яман шеш менән сирле һәр өсөнсө кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сире барлыҡҡа килә

Был хаҡта бөгөн Өфөлә кардиоонкология буйынса уҙғарылған ғилми-ғәмәли кәңәшмәлә билдәләнде. Химия һәм нур терапиялары менән дауалау һөҙөмтәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына зыян килә. Ҡатмарлы сирҙән интегеүсе кардиологта даими күҙәтеүҙә булырға тейеш. Сит илдә ул яйға һалынған, рак менән ауырыусыны табиптар командаһы ҡарай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә Рәсәйҙә тап йөрәк эшмәкәрлегенә зыян килеү сәбәпле, үлем осраҡтары күп, тип билдәләй Мәскәү белгестәре. Кардиоонкология буйынса кәңәшмә Өфөлә генә түгел, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ойошторолдо. Сарала шулай уҡ йөрәк яман шеше һәм уны дауалау алымдары тураһындағы һорауҙар ҡаралды.

28 фев, 19:45

Өфө ҡалаһы йәшәүсеһенән интернет-талаусы 30 мең һум урлаған

Орджоникидзе районының 29 йәшлек йәшәүсе билдәһеҙ банктың кредит рефинанслау хеҙмәте менән файҙаланған.

28 фев, 18:20

Гүзәл Яхина “Зөләйхә күҙҙәрен аса” спектакленән ҡәнәғәт ҡалды

Билдәле яҙыусы, “Зөләйхә күҙҙәрен аса” бесселерының авторы Гүзәл Яхина кисә М. Ғафури ис. Башҡорт драма театрында әҫәренең сәхнәләштереүен ҡараны.

28 фев, 18:19

Башҡортостан тураһында поэмалар конкурсы иғлан ителде

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы Мәҙәниәт министрлығы һәм “Ағиҙел” журналы менән берлектә “Минең данлы Башҡортостаным” тип аталған поэмалар конкурсын иғлан итә.

28 фев, 17:37

Башҡортостанда бурыслыны урлауҙа ғәйепләнгән егет тотолған

22 йәшлек Нефтекама ҡалаһы йәшәүсеһе уға аҡса бурыслы дуҫын үҙ фатирында ике аҙна бик аҫтында тотҡан.

28 фев, 16:54

Шифалы үләндәр заводын кире төҙөүгә миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды

3 ғинуарҙан 4 ғинуарға ҡарата төнөн “Гардеев фитоүҙәге” ойошмаһының шифалы үләндәре һаҡланған бинала янғын сыҡҡайны.

28 фев, 16:04

Апрелдә Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләүҙәре буласаҡ

1 апрельдән 30 апрельға тиклем Башҡортостандың төбәк һәм муниципаль-ара кимәлендәге юлдарҙа ваҡытлыса билдәләнгән ауырлыҡтан артҡан ҙур йөклө машиналарҙың хәрәкәте сикләнә.

28 фев, 15:07

Башҡортостанда иномарка тракторға төкөгән, бала яфаланған

Иномарка менән трактор ҡатнашлығындағы авария бөгөн, 28 февраль, М7 трассаһында булған.

28 фев, 14:34

Рөстәм Хәмитов М-5 трассаһында теркәлгән юл-транспорт фажиғаһенә бәйле оператив кәңәшмә үткәрҙе

Кәңәшмә “тынлыҡ минуты”нан башланды. Республика Башлығы аварияла һәләк булған һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтергә ҡушты, вафат булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары ебәрелде.

28 фев, 12:42

Яҙҙың беренсе көнөндә -30 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, атмосфера баҫымының үҫеүе менән яуым-төшөмдең кәмеүе һәм һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.

28 фев, 12:34

Башҡортостанда Айҙар Байыҡ Сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе үтә

Бәйге 1 мартта старт ала һәм 1 июнгә тиклем дауам итә. 12 июндә Торатау итәгендә сәсәндәр әйтеше ойошторола, еңеүсе шунда билдәләнә.

28 фев, 12:22