Сәләмәтлек

Сәләмәтлек дәресе

Республика стоматология поликлиникаһы белгестәре бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта уҡыусы малай-ҡыҙҙарҙы ҡабул итте. Тик дауаханала түгел, ә белем усағы биләмәһендә. Күсмә стоматология махсус йыһазландырылған ПАЗ автобусында урында юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлегенә эйә.

13 дек, 21:39

Төбәк халҡы сәләмәтлеген хәстәрләп

Өфөлә Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашты. Унда билдәләнеүенсә, бөгөн ҡала дауаханаһында 212 табип һәм 700 медицина персоналы эшләй. Тағы ла 35 белгес талап ителә. Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы төбәккә ҡайтасаҡ йәштәргә шарттар тыуҙырыласаҡ һәм улар лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин ителәсәк тип ышандырҙы.

12 дек, 21:48

Балтас районы Тутағас ауылында модулле фельдшер-акушер пукты асылды

Был модулле ФАП районда икенсеһе. Уны төҙөүгә республика бюджетынан 3 миллион һум самаһы, район ҡаҙнаһынан-450 мең һум аҡса бүленгән. Модуль тибындағы фелдьшер-акушер пункты тиҙ арала тормош-көнкүрештә ҡулланылған контейнерҙан ҡоролған бина.

08 дек, 21:19

Миллион һум алып, ауылда төпләнеү

"Ауыл табибы" программаһы буйынса эшкә ҡайтып, һуңынан биш йылды тултырып та ситкә китмәгән белгестәр республикала етерлек. Учалы районында мәҫәлән, улар ике тиҫтәнән ашыу. 2012 йылдан тормошҡа ашырыла килгән программала ҡатнашҡан өс табип ҡына төрлө сәбәптәр менән күсеп китергә мәжбүр булған.

06 дек, 21:55

Аҡ халатлылар йыш ҡына юҡҡа ғәйепләнә

Был турала Һаулыҡ һаҡлау сәғәтендә Радий Хәбиров белдерҙе. Дөрөҫ, Мортаза Ғөбәйҙулла улының көтөүҙәге бер һыйыр тураһында бик яҡшы әйтеме була торғайны. Күпселек табиптар Гиппократ антына тоғро.

01 дек, 23:43

Медициналағы иң киҫкен мәсьәлә табиптар етешмәүе

Ноябрь айындағы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йүнәлтелгән 300 ашыу мөрәжәғәттең яртыһы тиерлек тап ошо проблемаға ҡағыла. Һуңынан ғына халыҡты медицина учреждениеларының аҙ булыуы, ҡорамалдарҙың етешмәүе һәм дарыуҙар менән тәьмин ителеш насарлығы борсой. Был турала Радий Хәбиров үткәргән сәләмәтлек сәғәтендә белдерҙеләр. Кәңәшмәлә ошо мөрәжәғәттәрҙән сығып медицина өлкәһен белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе өйрәнелде.

29 ноя, 22:50

Илдә трансплантология ҡануниәтендә үҙгәрештәр көтөлә

Йәмәғәтселек ҡарамағына донор ағзалары алыу һәм күсереп ултыртыу менән шөғөлләнәсәк медицина учреждениелары исемлеге сығарылды. Реестрҙа баш ҡаланың ете дауаханаһы бар. Закон проекты кешенең иҫән сағында уҡ донор булыу теләген билдәләүҙе күҙ уңында тота. Риза булыусыларҙың регистры төҙөләсәк һәм документтарында ла махсус билдә ҡуйыу ҡаралған. Ошо рәүешле илдә донор ағзаһына мохтажлыҡты күпкә кәметеү күҙаллана. Үлемдән һуң яңы тормош хаҡы нисек? Яҡты донъя менән хушлашҡандан һуң кеше ғүмерен ҡотҡарырға әҙербеҙме?

24 ноя, 23:58

Өфөлә онкологтар яман шеш ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү буйынса фекер алышты

Осрашыуҙа илдең, республиканың билдәле табиптары ҡатнашты. Сарала билдәләнеүенсә, Башҡортостанда яман шеш ауырыуҙарынан ғүмере өҙөлөүселәр һаны артҡан. Күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә иң арттағылар исемлегендәбеҙ.

23 ноя, 21:41

Башҡортостанда медицина реабилитацияһы системаһын камиллаштырыу алымдары ҡарала

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк өҫтәлдә лә һүҙ дауалау-профилактика учреждениеларында пациенттарҙы реабилитациялау хаҡында барҙы. Медицина реабилитацияһы өс этаптан тора. Тәүге икәүһе медицина учреждениеһында үтә, ә һуңғыһы шифахана-курорттарҙа ойошторола.

23 ноя, 21:34

Трансплантология киләсәге

Йәмәғәтселек ҡарамағына донор ағзалары алыу һәм күсереп ултыртыу менән шөғөлләнәсәк медицина учреждениелары исемлеге сығарылды. Реестрҙа баш ҡаланың ете дауаханаһы бар. Закон проекты кешенең иҫән сағында уҡ донор булыу теләген билдәләүҙе күҙ уңында тота. Риза булыусыларҙың регистры төҙөләсәк һәм документтарында ла махсус билдә ҡуйыу ҡаралған. Ошо рәүешле илдә донор ағзаһына мохтажлыҡты күпкә кәметеү күҙаллана.

21 ноя, 23:06

Тураһын әйткән Гүзәл Ситдиҡова медицина өлкәһен тикшерҙе

Республикала ике меңгә яҡын табип талап ителә. Ни өсөн йәш белгестәр үҙләштергән һөнәренән баш тарта? Был хаҡта беҙҙең сайтта.

17 ноя, 23:42

500 грамлыҡ нур йомғағы

Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы табиптар йыш ҡына шулай тип атай. Әлбиттә, улар тәүге көндәрендә ата-әсәһенә өҫтәмә мәшәҡәт тә алып килә. Әммә аяҡҡа баҫыу менән сәләмәт балаларҙан бөтөнләй айырылмайҙар. 17 ноябрҙә йәмәғәтселек етлекмәй донъяға килгән сабыйҙар көнөн билдәләй.

16 ноя, 23:09

Һаулыҡ һаҡлауға бер сәғәт

Республика етәксеһе аҙна һайын кесе йомала бер сәғәт ваҡытын медицина өлкәһендәге көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә бүләсәк. Башҡа кәңәшмәләрҙән айырмалы, бында мәсьәләләр тикшерелеп кенә ҡалмай, уны хәл итеү юлдары ла билдәләнә. Ошо рәүешле республикалағы иң киҫкен проблема даими контролгә алына.

15 ноя, 23:18

Ҡарышлауыҡтарҙан стоматологияла ҡулланыу өсөн дарыу

Өфөлә ҙур балауыҙ көйәһе ҡарышлауығы төнәтмәһе нигеҙендә дарыу етештерелә. Тәбиғи компоненттарҙы ҡулланып етештерелгән капсула һәм ҡәләмдәр гигиена йәһәтенән дә ҡулланыуҙа уңайлы. Өфө фармацевтарының асыштары менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

14 ноя, 23:16

Ауыл дауаханаһы Мәскәүҙекенән ҡалышмай

Салауат үҙәк район дауаханаһы "Һаҡсыл поликлиника" проектын тормошҡа ашырғандан һуң, пациенттарға табипҡа күренеү эшен яйға һалды. Яңы система сиратты ла бермә-бер кәметте. Оло йәштәгеләр һәм балалар айырым биналарҙа хеҙмәтләндерелә.

14 ноя, 23:11

Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы вакцинация дауам итә

Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы вакцина яһатыусылар һаны кәмей. Ағымдағы йылдың 9 ноябренә ҡарата ҡиҫеүгә ҡаршы 925 мең кеше, шул иҫәптән 273 мең бала прививка эшләтә. Был хаҡта Башҡортостандың Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте хәбәр итә.

14 ноя, 09:39

Практик-табиптар йыйылды

Өфөлә амбулатор шарттарҙа эшләгән практик-табиптарҙың "Клиник практикала остеоартрит һәм ревматоидлы артрит сирҙәрен дауалауҙа белем университеты" тигән темаға түңәрәк өҫтәл үтте.Табип-ревматологтарға, терапевтарға, участка табиптарына, ординаторҙарға остеоартрит һәм ревматоидлы-артрит менән интегеүсе ауырыуҙарҙы дауалау ысулдары, реабилетация алымдары өйрәтелде.

10 ноя, 21:53

Ҡытай пациенттары Өфөгә килеп дауалана

Быйыл ғына Өфө күҙ ауырыуҙарын дауалау ғилми-тикшеренеү институтында 25 кешегә операция яһалған. Барыһының да диагнозы бер: кератоконус. Йәғни, күҙ мөгөҙсәһенең формаһы үҙгәреүе. Республиканың баш ҡалаһында бындай мәсьәлә 10 минутта хәл ителә.

07 ноя, 21:14

Рәсәйҙә прививканан баш тартырға кәңәш иткән табиптарҙы яза көтә

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, пациенттарға вакцинациянан баш тартырға кәңәш итеүсе медицина хеҙмәткәрҙәрен яза көтә, тип белдерә. Был хаҡта ведомство һылтанмаһы менән «Известия» гәзите хәбәр итә.

07 ноя, 11:30

Ауыл фельдшеры

Саҡмағош районының Рапат ауылында ОРВИ, йәғни, киҫкен респиратор вирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация тамамланды. Урындағы фельдшер-акушерлыҡ пукнты белгестәренең тырышлығы һөҙөмтәһендә прививка эшләү быйыл да ойошҡанлы алып барылған. Бигерәк тә балалар айырым иғтибар үҙәгенә алынған.

31 окт, 22:02