Сәләмәтлек

“Сығыуыбыҙға машина юҡ”: Ауылдан дауаханаға килгән халыҡтың машинаһын ниңә эвакуаторҙар тейәп алып китә?

Табипҡа яҙылдың ти, ҡабул итеү көнө билдәләнде, әммә тынысланырға иртәрәк әле. Михнәттәр бының менән генә тамамланмай. Бигерәк тә баш ҡалала урынлашҡан республика дауаханаларына килеүсе райондар халҡы өсөн. Төпкөлдәрҙән Өфөгә табипҡа күренергә килеүселәр автомобилде ҡайҙа ҡалдырырға тигән һорауға барып терәлә.

16 ноя, 23:57

Өфөлә 1 миллиард һумға дауалау учреждениеһы төҙөлә

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы поликлинкаһы төҙөлөшө буйынса аукцион иғлан ителде.

15 ноя, 11:05

Республика балалар клиник дауаханаһы «Һаҡсыл поликлиника» системаһы менән эшләй башланы

Поликлиниканың беренсе ҡатында ремонт эшләнгән. Көтөп ултырыу урыны үҙгәртелгән, заманса йыһазландырылған. Килеүселәр талон ала һәм электрон сиратҡа баҫа.

14 ноя, 22:30

Шәкәр диабеты бар йәштәгеләр һәм бөтә илдәр өсөн көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала

Йоғошло түгел, әммә белгестәр уны 21-се быуат эпидемияһы тип атай. Һүҙ – шәкәр диабеты тураһында. Планетала диабет менән сирлеләр һаны 300 миллиондан ашыу. Һуңғы йылдарҙа балаларға ла ошо диагноз ҡуйыла. Эндокринолог, медицина фәндәре кандидаты Әмир Әхмәтйәнов.

14 ноя, 13:00

Башҡортостанда йыл башынан 15 мең самаһы кешегә инсульт диагнозы ҡуйылған

Табиптар әйтеүенсә, күптәр ауырыуҙың тәүге билдәләренә иғтибар итмәй һәм ваҡытында белгескә бармай. 2004 йылда Бөтә Донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инсультты глобаль эпидемия тип иғлан итте. Ауырыу йыш ҡына үлемгә килтерә. Эндокринолог Әмир Әхмәтйәнов белдереүенсә, шәкәр диабеты менән сирлеләрҙең байтағы миокарда инфарктынан һәм инсульттан вафат була.

13 ноя, 13:19

Башҡортостан 25 реанимобиль ала

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ашығыс ярҙам хеҙмәте автопаркын яңырта. Ошо маҡсатта 70 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Яңы машиналар 15 декабргә тиклем алынырға тейеш.

13 ноя, 12:26

Бөгөн пневмонияға ҡаршы көрәш көнө

Донъяла йыл һайын 5 йәше лә тулмаған балаларҙың үпкә ялҡынһыныуы менән ауырыуының 100 миллион осрағы теркәлә. Пневмония – ул йоғошло сир. Үпкә туҡымыларына инфекция инә һәм таралып китә.

12 ноя, 18:29

Владимир Путин гриппҡа ҡаршы вакцина яһатмаған министрҙарҙы тәнҡитләгән

Ил башлығы кәңәшмәлә президент хакимиәте һәм Хөкүмәт хеҙмәткәрҙәренән кем вакцина эшләтмәүе тураһында һорашҡан. Баҡтиһәң, президенттан башҡа, тағы ла өс етәксе генә прививка яһатҡан. Премьер-министр Дмитрий Медведевҡа ла вакцина эшләнмәүе асыҡланған. Путин Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцоваға чиновниктарҙы вакциналауҙы иғтибар үҙәгенә алырға ҡушҡан.

12 ноя, 13:18

Башҡортостандың бер нисә районында күсмә фельдшер акушер пункттары булдырылды

Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайырҙа ошондай медицина хеҙмәтләндереүе ҡулланыла башланы.

12 ноя, 10:05

Бәләкәй ауылдарға - мобиль ФАП-тар

"Тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса Белорет, Баймаҡ, Ейәнсура, Әбйәлил, Йылайыр һәм Бөрйән райондары аҙ кеше йәшәгән ауылдар өсөн күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары алды.

11 ноя, 15:04

Башҡортостанда грипп эпидемияһы 2020 йылдың ғинуар-март айҙарында көтөлә

Был турала Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе.

11 ноя, 12:05

Башҡортостанда медицина кадрҙарына ҡытлыҡ мәсьәләһе хәл ителә

Ошо маҡсатта "Ауыл табибы" һәм "Ауыл фельдшеры" программалары ғәмәлгә ашырыла.

11 ноя, 12:00

Башҡортостан халҡы сысҡан сире менән йышыраҡ ауырый башлаған

Быйыл ғына геморрагик биҙгәк йоҡтороуҙың 900-ҙән ашыу осрағы теркәлгән.

11 ноя, 11:15

Башҡортостанда табиптар төркөмө ауылдар һәм ҡалаларҙа халыҡты ҡабул итә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мобиль бригада ойошторҙо. Ул тар профилле табиптарҙан тора. Гастроэнтеролог, пульмонолог, кардиолог, нефролог, эндокринолог, нейрохирург һәм башҡа белгестәр бар. Бөгөн табиптар төркөмө Бәләбәй район дауаханаһында эшләй, артабан, Баймаҡҡа юллана.

08 ноя, 11:16

«Тиҙ ярҙам» машиналарындағы заманса планшеттар кеше ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә

Заман талабы берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә уңышлы индерелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ашығыс ярҙам бригадалары өсөн 345 планшет алыуға заказ биргән. Уның ярҙамында пациентҡа барып еткәнсе махсус программа аша ауырыуҙың медицина картаһын өйрәнеү мөмкинлеге бирәсәк. Йыл аҙағына тиклем республиканың барлыҡ ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре планшет менән йыһазландырыласаҡ. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

07 ноя, 22:20

Табиптар ауырыуҙарҙың төп сәбәптәрен атаны

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эксперттары әйтеүенсә, тәү сиратта кешеләрҙең сәләмәтлеге аҙ хәрәкәт итеү, дөрөҫ туҡланмау, тәмәке тартыу арҡаһында насарая. Эксперттар әле илдә барған диспансерлаштырыуҙы анализлап ошондай һығымта яһаған. Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Тәлғәт Зөлҡәрнәев бындай һығымта менән тулыһынса килешеп бөтмәүен әйтте.

06 ноя, 16:15

Республика онкология диспансерына яңы ҡорамалдар ҡайтарылды

Медицина йыһаздары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса урынлаштырылды. Яман шеш ауырыуҙарын асыҡлау өсөн рентген комплексы, компьютер томографы, маммограф, микроскоп һәм видеобронхоскоп тапшырылды.

05 ноя, 18:00

Һаулығыңды тикшертеп ҡал!

"Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, тар белгесле табиптар бригадаһы республика район-ҡалаларына сығып халыҡтың һаулығын тикшерә. Бригада составында нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, ололар һәм балалар өсөн кардиолог, невролог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр бар.

05 ноя, 16:00

Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһында «Һаҡсыл поликлиника» проекты ғәмәлгә ашырыла

Ошо маҡсатта бинала ремонт эштәре башҡарылған, теркәү бүлеге заманлаштырылған. Шулай уҡ пациенттарҙы дауалау процессын еңелләштереү өсөн шәхсән маршрут төҙөлә. Ыңғай үҙгәрештәр тураһында киләһе яҙмала.

01 ноя, 21:49

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының бала табыу йортонда ҡатмарлы әмәлиәт башҡарылды

Әсәлек бәхете бүләк итеүселәр. Пациенттың аналығына бала яҫтығы йәбешеп үҫкән була, патология ҙур күләмдә ҡан юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Был осраҡта берҙән-бер ысул - хирургик ярҙам. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

31 окт, 22:07