Сәләмәтлек

Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла

Әле “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә сәләмәтлек үҙәгенә функциональ карауат, кресло һәм тренажерҙар алыу һәм урынлаштырыу эштәре бара. Дауахананың нейрореабилитация бүлеге етәксеһе Альберт Хәсбиев.

31 окт, 16:00

Башҡортостанда 900 меңгә яҡын кеше гриптан прививка эшләткән

Уларҙың 180 меңе - балалар тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығынан. Халыҡтың прививка эшләтеүгә ҡарашы төрлөсә.

31 окт, 13:10

Өфөлә 1 миллиард һумға поликлиника төҙөлә

Эштәр киләһе айҙа башлана һәм ике йылда тамамланырға тейеш.

31 окт, 12:15

Башҡортостанда 900 меңгә яҡын кеше гриптан прививка эшләткән

Әлегә киҙеү йоҡтороу осраҡтары теркәлмәгән, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығынан.

31 окт, 11:15

Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла

Милли проект ғәмәлдә. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы бында функциональ карауат, кресло һәм тренажерҙар һатып алыу һәм уларҙы урынлаштырыу эштәре бара. Реабилитация үтеү өсөн дауаханала уңайлыҡтар булдырыла. Яңы тренажерҙар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

31 окт, 07:05

Быйыл Башҡортостанда ВИЧ вирусы менән зарарланыуҙың 2 мең самаһы осрағы теркәлгән

Инфекция йоҡторғандар араһында балалар ҙа бар. Был турала Республиканың СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгенән хәбәр итәләр. Табип Нурфиға Хафизова һөйләй.

30 окт, 13:30

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининградта һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша

Ул Рәсәй Дәүләт советы Президиумының киңәйтелгән ултырышы барышында үтә. Өс көн дауамында семинарҙа ҡатнашыусылар төркөмдәрҙә эшләп тәҡдимдәр әҙерләй. Улар иртәгәсә уҙасаҡ Дәүләт советы ултырышында ҡарала. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин алып бара.

30 окт, 10:09

Бөгөн бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө

Рәсәйҙә был сирҙән үлем осраҡтары юғары кимәлдә ҡала. Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһының неврология бүлегенә инсульт диагнозы менән йыл һайын меңдән ашыу пациент эләгә. Бары тик ваҡытында күрһәтелгән юғары медицина ярҙамы ғына ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡала. Ә дауаханала бының өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

29 окт, 22:23

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, республикала ете төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла

Уларға 5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был турала бөгөн Хөкүмәт ултырышында Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Бөгөнгә 4 миллиард самаһы һумға 486 килешеү төҙөлгән.

29 окт, 19:00

Бөгөн инсультҡа ҡаршы көрәш көнө

2004 йылда Бөтә Донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инсультты глобаль эпидемия тип иғлан итте. Был ауырыу йыш ҡына үлемгә килтерә. Эндокринолог Әмир Әхмәтйәнов әйтеүенсә, шәкәр диабеты менән сирлеләрҙең байтағы миокарда инфарктынан һәм инсульттан вафат була.

29 окт, 15:08

Өфөнөң «Стоп варикоз» лазер флебологияһы клиникаһында асыҡ ишектәр көнө үтте

Варикоздың төрлө формалары менән Рәсәйҙә 30 миллиондан ашыу кеше яфалана. Был ауырыуҙың аяуһыҙ статистикаһы. Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡара ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау менән «Стоп варикоз» лазер флебологияһы клиникаһы шөғөлләнә.

28 окт, 23:48

Башҡортостан табибы Рәсәй рекорды ҡуйҙы

Офтальмолог Гөлнара Исрафилова бер эш көнөндә 43 микрохирургия операцияһы яһаған. Ул Өфө күҙ ауырыуҙары институты белгесе.

28 окт, 16:12

Республика онкологтары бөгөн тел һәм муйындағы яман шеште алып ташлау буйынса ҡатмарлы операция яһаны

Ҡатмарлы сир йыл һайын 60- тан ашыу кешелә асыҡлана. 62 йәшлек пациент табиптарға һуң мөрәжәғәт иткән. Уның телендәге яман шеш лимфа биҙҙәренә метастазалар биргән. Республика онкология диспансеры хирургтары ирҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн көрәшә.

25 окт, 22:55

Йәрмәкәй районында ике фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Биналар “Сәләмәтлек” Милли проектына ярашлы һалына. Район хакимиәте белгесе Ынйы Шафиҡова.

25 окт, 19:19

Киләһе йылдың ғинуар айынан дөйөм практика стоматологтары барлыҡҡа киләсәк

Был турала бөгөн Өфөлә асылған Волга буйы стоматологтары форумында билдәләнде. Кәңәшмәлә Башҡортостан төбәктәренән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙан белгестәр ҡатнаша. Тармаҡтағы ошо һәм башҡа яңылыҡтар тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева һөйләй.

24 окт, 23:21

Сәләмәтлек- иғтибар үҙәгендә

Киләһе йыл Башҡортостанға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы 58 миллиард һум күләмендә билдәләнгән.

24 окт, 13:12

Башҡортостанда яман шеште аҙып киткәнсе үк асыҡлап өлгөргән табиптарҙы премиялау дауам итәсәк

Был турала "Сәләмәтлек сәғәте"ндә Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Уның әйтеүенсә, был проект менән башҡа төбәктәрҙә лә ҡыҙыҡһына башлағандар.

24 окт, 11:02

Кушнаренко районында “Сәләмәтлек поезы” туҡтаған

Октябрь аҙағына тиклем халыҡ күсмә диагностика үҙәгендә тикшереү үтә ала. Табиптарға күренергә килгән кешеләр менән Айгөл Фәхриева аралашты.

24 окт, 10:59

Башҡортостанда 25 меңдән ашыу кеше медицина реабилитацияһы үткән

Бөгөн “Йоматау” шифаханаһында “Сәләмәтлек сәғәте” ултырышы уҙҙы. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ултырышта медицина реабилитацияһын ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды.

23 окт, 18:00

Дауаханаға тиклем - бушлай

Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр һаулығын тикшертеү өсөн медицина учреждениеларына бушлай йөрөйәсәсәк. Ауыл ерҙәрендә йәшәүсе 65 йәштән үткән кешеләрҙе дауаханаларға һәм кире өйҙәренә тиклем махсус транспорт алып барырға тейеш.

23 окт, 10:10