Сәләмәтлек

Өфөгә донъя табибы килде

Бөгөн баш ҡалала билдәле Рәсәй һәм Америка пластик хирургы Хәсән Баиев республика табибтары менән осрашты. Хәсән Баиев Чечен республикаһында тыуған. Локаль бәрелештәр ваҡытында хәрби хирург булып эшләгән. Табип пластик хирургияла уңышлы операциялар яһауы менән данлыҡлы. Хәйриәлек менән шөғөлләнә һәм мохтаждарға, бигерәк тә тыумыштан йөҙ-яңағында кәмселеге булған балаларға бушлай әмәлиәт үткәрә. Самбо һәм дзюдо буйынса Америка чемпионы, яҙыусы 2005 йылда «Донъя табибы» халыҡ-ара премияһына лайыҡ була. Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә унан башҡа бындай премия алыусы юҡ. Ул Лариса Гузеева һәм башҡа билдәле шәхестәргә операция эшләгән. Пластик хирург Өфөлә консультациялар бирә һәм иртәгә бер-нисә операция яһап оҫталыҡ дәрестәре ойошторасаҡ.

19 фев, 18:24

2018 йылда 2 мең ҡатын-ҡыҙ бушлай ЭКО яһата ала

Үткән йылды алты мең ҡатын экстракорпораль аталандырыу процедураһы эшләткән, уларҙың 1500 самаһы бушлай. Быйыл медицина страховкаһы иҫәбенә ике меңдәй ҡатын-ҡыҙ был процедураны үтә аласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров.

19 фев, 14:28

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда башланған «Айыҡ ауыл» хәрәкәте федераль кимәлгә сыға

Илдең һаулыҡ һаҡлау министрлығы был акцияны сәләмәт йәшәү рәүешен ойоштороу стратегияһына индерәсәк. Әле Рәсәйҙә сараға меңдән ашыу ауыл ҡушылған. Ул арала Башҡортостан эскелек менән көрәштең икенсе баҫҡысына күтәрелде.

18 фев, 19:47

Махсус репортаж. ВИЧ

Был сир тураһында шымып ҡалыуҙы хуп күрәбеҙ. Енси сирҙәр тураһында һөйләү беҙгә килешмәгән әйбер. Бигерәк тә башҡорттарға. Оят бит. Нисек инде ул интим әйберҙәр тураһында асыҡтан асыҡ һөйләшәһең? Нисек инде ул үҙ балаңды өлкәнәйгәс ниндәй хәүеф барлығы тураһында иҫкәртеү?

18 фев, 17:59

Мәрхәмәтле мөхит

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары менән берлектә ойошторолған марафоны дауам итә. Сюжетыбыҙҙың бөгөнгө геройы Өфөлә йәшәүсе Софья Старикова. Ул йөрәк сиренән яфалана. Балаға Республика кардиология үҙәгендә операция бушлай, әммә йөрәккә ҡуйыласаҡ махсус ҡоролма - окклюдер өсөн түләргә кәрәк буласаҡ. Уның хаҡы 239 мең 200 һум. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөтләнә.

16 фев, 12:21

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» проектының сираттағы этабы старт алды

Сара буллез ауырыуынан яфаланыусы балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Улар республикала тиҫтәгә етә. Лиза Багрова Туймазы районының Ҡандра ауылында йәшәй.

15 фев, 21:00

Бөрө районында мобиль стоматология эш башланы

Күсмә станция тәүге туҡталышты Иҫке Петров ауылында яһаны.

15 фев, 19:55

Башҡортостанда табиптарға 1 млн һәм 500 мең һум күләмендә түләүҙәр тапшырылды

Республика ауылдарына эшкә килгән 120 табипҡа “Ауыл табибы” программаһы сиктәрендә түләүҙәр тапшырылған. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров хәбәр итте.

15 фев, 09:15

Билдәле табиб-онколог Өфөлә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

Сараның маҡсаты, ауырыуҙы башланғыс стадияла асыҡлауҙың мөһимлеген аңлатыу һәм халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу. Паллиатив ярҙам белгесе, тәжрибәле хирург Гөлнур Ниғмәнова остеопороз сирен дауалауҙағы заманса алымдарға һәм диспансер тикшереү темаларына туҡталды.

14 фев, 17:39

2017 йылда Башҡортостанда тыуым һәм үлем кимәле түбәнәйеүе күҙәтелгән

Дөйөм алғанда, үлем 4 процентҡа аҙайған. Былтыр уртаса ғүмер оҙонлоғо 71 йәшкә еткән. Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығының коллегия ултырышында билдәләнде. Йыл дауамында мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса 1500 ЭКО процедураһы эшләнгән. Һуңғы биш йылда аборттар һаны 26 процентҡа түбәнәйгән. Фельдшер-акушер пункттары төҙөлөшөнә 80 миллион һум аҡса бүленгән.

14 фев, 17:26

2017 йылда Башҡортостанда тыуым һәм үлем кимәле түбәнәйеүе күҙәтелгән

Дөйөм алғанда, үлем 4%-ҡа түбәнәйгән. Уҙған йылда уртаса ғүмер оҙонлоғо 71 йәшкә еткән. Ошо хаҡта бөгөн Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы ултырышында билдәләнде.

14 фев, 15:54

Башҡортостанда робот хирургияһы үҙәге асыласаҡ

Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында республика хиургтары Новосибирск ҡалаһынан килгән белгестәр менән бергә робот ярҙамында ике пациентҡа операция яһаны. Әмәлиәттең үҙенсәлеге шунда, ул лапроскопия ысулы менән һәм Da Vinci (Да Винчи) системаһын ҡулланып башҡарыла. Робот медицинала нисек ҡулланыла һәм нимә ул 3 Д операция?

13 фев, 20:58

Балаларҙы мәктәп ашханаһында нисек ашаталар?

Ундағы ризыҡ тәмлеме? Һорауға уҡыусылар үҙҙәре яуап бирҙе. Бөгөн Өфө мәктәптәренең береһендә сәләмәт туҡланыуға арналған сара үтте. Башланғыс синыфтар ҡатнашлығында ойошторолған оҫталыҡ дәресендә балалар мәктәп ашханаһында нисек туҡланырға, нимә ашарға теләүҙәрен һөйләне. Бутерброд әҙерләү серҙәренә төшөндө.

13 фев, 19:46

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр артыуы күҙәтелә

Төбәктә ауырыу кимәле эпидемия сигендә. Һуңғы аҙнала ғына Башҡортостанда йәшәүсе вирусты 26 мең кеше йоҡторған, уларҙың 70 проценты балалар. Шулай уҡ лаборатор ысул тикшеренеүҙәре А1 тибындағы грипп менән ауырыусыларҙың дүрт осрағын теркәне. Хәл Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы күҙәтеүенә алынған.

13 фев, 19:40

Башҡортостанда эпидемия иғлан итергә иртәрәк

Республикала бөгөнгө көнгә 26 меңдән ашыу кешегә ОРВИ сире диагнозы ҡуйылған.

13 фев, 09:24