Сәләмәтлек

Өфө халҡы шәхси медицина приборҙарын тикшертә ала

Акция Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арнала. Был көндө тонометр, глюкометр, күҙлек, үлсәү һ.б. медицина приборҙарын белгестәрҙән дөрөҫлөккә тикшертергә мөмкин буласаҡ.

03 апр, 15:04

Сикләнгән мөмкинлектәр

Өфөлә йәшәүсе өс бала әсәһе Эльмира Хәсәнова 11 йәшлек ҡыҙына инвалидлыҡ юллағанда ҡаршылыҡтарға осрай. Уның ҡыҙында ауыр диагноз, ул туҡтауһыҙ йүтәлләй. Билдәһеҙ этиологиялы контролгә алынмай торған бронхиаль астма ҡиммәтле дауалау алымдары һәм түҙемлек талап итә.

10 апр, 21:19

Сәләмәтлек аҙналығы

"Сәләмәт быуын - сәләмәт төбәк" тап ошо исем аҫтында Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау аҙналығы өсөнсө медицина форум-күргәҙмәһе асылды.

07 апр, 23:54

71 йәштән һуң яңы ғүмер

Өфөлә 8-се тиҫтәһен ваҡлаған пациентҡа йөрәк күсереп ултыртылды. Операция Республика кардиология үҙәгендә яһалды.Башҡортостан табиптары ҡатмарлы әмәлиәтте 2013 йылдан алып эшләй, ошо осорҙа 16 кешегә донор йөрәге ултыртылған . Ә был һуңғы операция пациенттың өлкән йәштә булыуы менән үҙенсәлекле, әммә кардиологтар яуаплы эште уңышлы атҡарып сыҡҡан.

06 апр, 20:48

Бөгөн халыҡ-ара аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө

Бөтә донъяла уҙғарылған флешмобҡа Башҡортостан да ҡушылды. Баш ҡалала ирекмәндәр листовкалар, шарҙар һәм күк төҫкә буялған печеньелар таратты. Был төҫ Бөтә донъя аутизм ойошмаһы билдәһе. Тап ошо көндә төрлө илдәрҙең архитектур ҡоролмалары күк төҫтәр менән яҡтыртыла. Теләктәшлек йөҙөнән баш ҡаланың «Родина» кинотеатры ла күккә мансылды.

02 апр, 20:33

Яҡын киләсәктә республикала медицина өлкәһе объекттарын төҙөүгә 15 миллиард һум йүнәлтеләсәк

Был турала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов илдең һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһында ултырышында белдерҙе.

31 мар, 23:58

Өфөнөң өсөнсө бала табыу йорто икенсе йәшлеген кисерәсәк

Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ярты быуаттан ашыу элек төҙөлгән медицина учреждениеһы менән яҡындан танышты. Әлеге ваҡытта иҫкергән бинаны реконструкциялау проекты әҙерләнгән. Шулай уҡ киләсәктә бында майҙаны ун мең квадрат метрға яҡын яңы корпус төҙөү ҙә ҡаралған. Эштәрҙе 2020 йылға тиклем атҡарып сығыу өсөн республика етәксеһе Хөкүмәткә етерлек финанстар менән тәьмин итеү бурысы ҡуйҙы.

29 мар, 23:58

Рәсәй халҡын интернет аша торт һатып алыуҙың хәүефлеге тураһында иҫкәртәләр

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы интернет аша тәм-том ашамлыҡтарын һатып алмаҫҡа кәңәш итә. Бындай продукция инфекция ауырыуҙарын таратыуы ихтимал.

29 мар, 12:37

Уҡытыусылар балаларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә тейеш

Дәүләт Думаһына ошо туралағы закон проекты тәҡдим ителде. Әле тәүге ярҙам күрһәтеү полиция хеҙмәткәрҙәре, хәрбиҙәр, ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр яуаплылығында. Хәҙер был бурысты педагогтарға ла йөкмәтергә иҫәп тоталар. Закон проекты авторҙары фекеренсә, балаларҙың сәләмәтлеге насарая һәм йыш ҡына дәрес барышында ла медицина ярҙамы талап ителеүе ихтимал. Шуға күрә ашығыс ярҙам хеҙмәте килеп еткәнсе уҡытыусыларға тәүге ярҙамды күрһәтә белеүе мотлаҡ.

28 мар, 23:00

Башҡортостанда сәләмәтлек аҙнаһы үткәрелә

3 апрелдән 6 апрелгә тиклем Өфөлә “Башҡортостан Респубдикаһында сәләмәтлек аҙнаһы” медицина форумы ойоштороласаҡ.

27 мар, 18:24

Аҙна яңылыҡтары. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәшелсә-емеш менән генә туҡланыусыларҙы ауырыуҙар рәтенә индерҙе

Был туралағы мәғлүмәт «һә» тигәнсе тотош Ер шарын урап сыҡты. Был аңлашыла, донъяла вегетариан туҡланыуҙы үҙ итеүселәр бик күп. Тимәк, Ер йөҙөндә йәшәгән халыҡтың яртыһы психик тотороҡһоҙлоҡ менән яфалана булып сыға түгелме? Баҡтиһәң, был кемдеңдер яуыз шаяртыуы. Етмәһә, вегандарҙың байрамы алдынан ғына. 20 мартта бит бөтә донъя иттән баш тартыу көнө. Һәм әйтергә кәрәк, ундайҙар арта ғына. Хатта быуын-быуын ит менән туҡланған башҡорттар араһында ла хәҙер вегетарианецтар байтаҡ. былай барһа һөт кенә түгел , фермерҙарға ит һатыу ҙа ауырлашмаҫ тимә. Гөлназ Хәйбуллина итле һәм итһеҙ ризыҡтың ыңғай һәм кире яҡтарын барланы.

25 мар, 22:41

24 март - Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө

Вакцина күптән уйлап табылған булыуына ҡарамаҫтан, туберкулездан донъяла йыл һайын 2 миллион тирәһе кешенең, шул иҫәптән 200 мең баланың ғүмере өҙөлә. Өфөнөң 2-се шифахана мәктәп-интернатында ҡатмарлы сирҙән һаҡланыу саралары, уны тәүге стадияһында асыҡлау тураһында сара ойошторолдо. Мәктәп- интернатта хәүеф төркөмөндәге балалар белем ала.

23 мар, 21:05

Мәләүездән 6 йәшлек Әҙилә Ҡәйүмоваға ярҙам кәрәк

Ҡыҙ һирәк осрай торған нәҫел ауырыуынан яфалана. Унда -метахроматик лейкодистрофия.

22 мар, 20:55

Бөтә донъя социаль хеҙмәт көнө уңайынан баш ҡалала ышаныс телефоны эшләй башланы

Быға тиклемгеләренән айырмалы, психологик ярҙам хеҙмәте ата-әсәләргә тәғәйенләнгән. 8 800 347 5000 һандарына шылтыратып ғаиләлә килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтар буйынса психологик ярҙам алырға мөмкин.

20 мар, 19:47

Ҡариҙел районы Ҡортлокүл ауылында йәшәүсе ике йәшлек Луиза Ғәйетоваға ярҙам кәрәк!

Бәләкәй Луиза башын насар тота, ишетмәй, фалиждан интегә. Уны Ҡазан һәм Өфө реабилитация үҙәктәрендә дауалау өсөн 120 мең һум аҡса талап ителә.

19 мар, 20:37

Рәсәйҙә һәр бишенсе ҡатын кесарев киҫеме менән бала таба

Бөгөн был хаҡта Өфөлә уҙған Акушерлыҡ һәм гинекологияла анестезия теорияһы һәм практикаһы Бөтә Рәсәй форумында билдәләнде. Форумда Башҡортостан һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Тверь ҡалаларынан алдынғы акушер-гинекологтар, анестезиологтар, фармакологтар ҡатнаша. Сарала яңы технологияларҙы ғәмәлдә ҡулланыу мәсьәләләре ҡарала. Йылдан-йыл операция менән бала табыу арта. Медицинаның был өлкәһе анестезиологтары эше икеләтә ҡатмарлы, сөнки улар бер юлы ике кешенең - әсә менән баланың ғүмере, сәләмәтлеге өсөн яуаплы.

16 мар, 19:20

Рәсәйҙә һәр бишенсе ҡатын Кесарев киҫеме менән бала таба

Бөгөн ошо хаҡта Өфөлә уҙған Акушерлыҡ һәм гинекологияла анестезия теорияһы һәм практикаһы Бөтә Рәсәй форумында билдәләнде.

16 мар, 14:09

«Русфонд», «Мәрхәмәт» фондтары һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берлектәге хәйриә акцияһы ярҙамында меңәрләгән балаларға ярҙам күрһәтелә

Бөгөнгә сюжетыбыҙ геройы Дәүләкән ҡалаһынан, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәүсе 3 йәшлек Ралина Ситдиҡова. Тыумыштан микроцефалия, симптоматик эпилепсия менән интегеүсе балаға кресло -коляска һатып алыу өсөн матди ярҙам талап ителә.

15 мар, 21:44

Ювелир табиптар

Республикала етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың күҙҙәренә операция яһау көйләнә. Рәсәй медицинаһы халыҡ-ара стандарттарға күскәндән алып 22 аҙналыҡ, йәғни 500 граммдан ауырыраҡ булып тыуған сабыйҙарҙың ғүмерен һаҡлау бурысы тора.

15 мар, 20:22

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары ашҡаҙандағы сирҙе асыҡлаусы прибор уйлап тапҡан

Ҡоролма ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән яһалған. Кеше уға тынын өрә, датчиктар газ составындағы аммиак, температура дымлылығын һәм башҡа күрһәткестәрҙе билдәләй.

13 мар, 20:13