Сәләмәтлек

Донъя табибы Хәсән Баиев бөгөн Башҡортостан хирургтары менән берлектә Өфөлә өс операция яһаны

Хәсән Баиев Чечен республикаһында тыуған. Локаль бәрелештәр ваҡытында хәрби хирург булып эшләгән. Пластик хирургияла ул уңышлы операциялар эшләүе менән данлыҡлы.

20 фев, 22:19

Аҙна яңылыҡтары. «Ҡиммәтле» әсә һөтө

Һөт инәһе. Был кешене хәҙерге йәштәрҙең күптәре белмәйҙер ҙә. Элегерәк был һүҙҙәр йыш яңғырай торғайны. Тәбиғи туҡландырыу мөмкинлеге булмаған әсәләр үҙ сабыйын башҡа ҡатындарға йөрөтә ине. Һатыуҙа төрлө ҡатнашмалар, күкрәк һөтөн алмаштырыусы ризыҡтар барлыҡҡа килә башлағас һөт инәһенә йөрөтөү күренеше юғалып ҡалды. Хәйер, гигиена талаптары ла ҡатындар араһындағы был бәйләнеште өҙҙө. Нисек инде ул үҙ балаңды башҡа әсә ашатһын? Ләкин тәбиғәт тә үҙенекен талап итә. Яһалма туҡландырыуҙың файҙаһыҙ ғына түгел, ҡайһы саҡта зарарлы булыуын да төшөнә башлағандар йәнә һөт инәһенә мөрәжәғәт итә башланы. Дәүәләт тарафынан әсә һөтө банкы ойошторолоуға ҡарамаҫтан, интернет киңлектәрендә күкрәк һөтө һатыусылар күбәйҙе. Тотош бер бизнес барлыҡҡа килгән. Хуп күренешме был, әллә һағыраҡ ҡыланырғамы башҡа инә һөтө менән?

11 мар, 22:55

Яман шеш ауырыуҙарына дусар булыусы балаларҙың 80 проценты тулыһынса аяҡҡа баҫа

Юғары күрһәткестәр диагностикалау йүнәлешенең камиллашыуы, яңы дауалау алымдары индерелеүе менән бәйле. Табиптарҙы был сирҙең йылдан-йыл йышыраҡ осрауы ғына борсоуға һала. Республикала онкологияның ниндәй төрҙәре йышыраҡ теркәлә, дауалау һөҙөмтә бирәме?

07 мар, 20:41

Башҡортостанда ВИЧ сирле кешеләр иҫәбе асыҡланды

Был йылдың ике айында 476 кешелә ВИЧ-инфекцияһы асыҡланған.

05 мар, 17:29

Махсус репортаж. Нимә ул хилинг?

Кем ышана һәм кем ышандыра? Был һорауҙарға Гүзәл Ситдиҡова яуап эҙләй.

04 мар, 23:55

Бөгөн Леонид Рошаль һаулыҡ һаҡлау проблемалары буйынса Өфөлә кәңәшмә үткәрҙе

Милли медицина палатаһы президенты Башҡорт дәүләт медицина университетында Волга буйы федераль округы Координация советы ултырышында ҡатнашты. Милли медицина палатаһы 2010 йылда халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау системаһын камиллаштырыу маҡсатында ойошторолған.

02 мар, 22:59

Яман шеш менән сирле һәр өсөнсө кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сире барлыҡҡа килә

Был хаҡта бөгөн Өфөлә кардиоонкология буйынса уҙғарылған ғилми-ғәмәли кәңәшмәлә билдәләнде. Химия һәм нур терапиялары менән дауалау һөҙөмтәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына зыян килә. Ҡатмарлы сирҙән интегеүсе кардиологта даими күҙәтеүҙә булырға тейеш. Сит илдә ул яйға һалынған, рак менән ауырыусыны табиптар командаһы ҡарай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә Рәсәйҙә тап йөрәк эшмәкәрлегенә зыян килеү сәбәпле, үлем осраҡтары күп, тип билдәләй Мәскәү белгестәре. Кардиоонкология буйынса кәңәшмә Өфөлә генә түгел, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ойошторолдо. Сарала шулай уҡ йөрәк яман шеше һәм уны дауалау алымдары тураһындағы һорауҙар ҡаралды.

28 фев, 19:45

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үткән йылды 1,1 мең хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән

Бындай һандарҙы Башҡортостан прокуратураһының мәғлүмәт-хеҙмәте яңғыратты. Күпселлек осраҡтарҙа тейешле ярҙам прокурорҙар ҡыҫылышынан һуң ғына күрһәтелгән.

27 фев, 14:15

Республикала киҫкен респиратор ауырыуҙар һәм грипп вирусы менән зарарланыу осраҡтары кәмеүе күҙәтелә

Эпедимиологик сик 9,6 процентты үткән. Әммә шуға ҡарамаҫтан, мәктәпкәсә балалар учреждениелары Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығының тәҡдимдәрен үтәүҙе хуп күрә. Балалар баҡсаһына медицина хеҙмәткәренә күренгәндән һуң ғына эләгергә мөмкин. Бәләкәстәрҙә ауырыуҙың тәүге билдәләре асыҡланыу менән, ул өйөнә ҡайтарыла. Ҡ

26 фев, 22:47

Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты сысҡан биҙгәген асыҡлаусы экспресс-тест уйлап сығарған

Быға тиклем геморрагик биҙгәкте билдәләү өсөн ике аҙна тирәһе ваҡыт китә ине, ә хәҙер сирҙе күп тигәндә ун биш минут эсендә генә асыҡларға мөмкин. Был иһә ауырыуҙың киҫкенләшеүен, үлемесле тамамланыу осраҡтарын кәметәсәк, ти белгестәр.

26 фев, 22:00

Аҙна яңылыҡтары. Рецептһыҙ бирелә торған медицина препараттарын магазинда һатырға тәҡдим итәләр

Шул уҡ, аспирин, парацетамолдарҙы колбаса менән бергә һатыуҙары ихтимал. Был башланғысты ил хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов тәҡдим итә. Ниндәй маҡсаттан сығып эш итәлер дәүләт эшмәкәре, әммә дарыуҙарҙың кибеттәрҙә һатылыуы уңайлы тип ышандыра. Дарыуханалар селтәре был ниәткә ҡаршы сыға. Әгәр препараттар ябай кибеттә һатыла башлаһа, беҙҙең килем кәмей һәм ябылырға мәжбүр буласаҡбыҙ, тип хәүефләнә. Ул сағында табип рөхсәте менән генә бирелә торған дарыуҙарҙы эҙләп тапҡансы аяҡтан йығылыуын да ихтимал бит.

25 фев, 23:44

Аҙна яңылыҡтары. Үткән аҙнала халыҡ-ара яман шеш менән яфаланыусы балалар көнө билдәләнде

Унда иғлан ителгән һандар тетрәндергес. Донъяла йыл һайын 14 миллион онкология сирле асыҡлана. Киләһе егерме йыллыҡта был күрһәткес 70 процентҡа артасаҡ. Йәғни йыл һайын 26 миллион ауырыу асыҡланасаҡ. Әлбиттә, табиптар онкология сиренең артыуын медицина көсәйеүенә һәм шул сәбәпле асыҡлау мөмкинлеге яҡшырыу менән аңлата. Әммә тап шул, алдан иҫкәртеүсе юғары технологиялы медицина ҡорамалдарының етешмәүенә лә бәйләүселәр бар был хәлде. Ҡайһы фекер нығыраҡ ысынбарылҡҡа тап килә?

25 фев, 22:59

Башҡортостанда робот хирургияһы үҙәге асылды

Ул Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында урынлашҡан.

23 фев, 20:15

Башҡортостанда ОРВИ ауырыуы эпидемик сикте уҙған

Башҡортостанда вируслы инфекциялар менән ауырыған кешеләр һаны үҫә бара. Үткән аҙнала ауырыуҙар иҫәбе эпидемия сиген 20% ашты, тип хәбәр итә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығының Башҡортостан бүлексәһе.

20 фев, 17:37

Өфөгә донъя табибы килде

Бөгөн баш ҡалала билдәле Рәсәй һәм Америка пластик хирургы Хәсән Баиев республика табибтары менән осрашты. Хәсән Баиев Чечен республикаһында тыуған. Локаль бәрелештәр ваҡытында хәрби хирург булып эшләгән. Табип пластик хирургияла уңышлы операциялар яһауы менән данлыҡлы. Хәйриәлек менән шөғөлләнә һәм мохтаждарға, бигерәк тә тыумыштан йөҙ-яңағында кәмселеге булған балаларға бушлай әмәлиәт үткәрә. Самбо һәм дзюдо буйынса Америка чемпионы, яҙыусы 2005 йылда «Донъя табибы» халыҡ-ара премияһына лайыҡ була. Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә унан башҡа бындай премия алыусы юҡ. Ул Лариса Гузеева һәм башҡа билдәле шәхестәргә операция эшләгән. Пластик хирург Өфөлә консультациялар бирә һәм иртәгә бер-нисә операция яһап оҫталыҡ дәрестәре ойошторасаҡ.

19 фев, 18:24

2018 йылда 2 мең ҡатын-ҡыҙ бушлай ЭКО яһата ала

Үткән йылды алты мең ҡатын экстракорпораль аталандырыу процедураһы эшләткән, уларҙың 1500 самаһы бушлай. Быйыл медицина страховкаһы иҫәбенә ике меңдәй ҡатын-ҡыҙ был процедураны үтә аласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров.

19 фев, 14:28

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда башланған «Айыҡ ауыл» хәрәкәте федераль кимәлгә сыға

Илдең һаулыҡ һаҡлау министрлығы был акцияны сәләмәт йәшәү рәүешен ойоштороу стратегияһына индерәсәк. Әле Рәсәйҙә сараға меңдән ашыу ауыл ҡушылған. Ул арала Башҡортостан эскелек менән көрәштең икенсе баҫҡысына күтәрелде.

18 фев, 19:47

Махсус репортаж. ВИЧ

Был сир тураһында шымып ҡалыуҙы хуп күрәбеҙ. Енси сирҙәр тураһында һөйләү беҙгә килешмәгән әйбер. Бигерәк тә башҡорттарға. Оят бит. Нисек инде ул интим әйберҙәр тураһында асыҡтан асыҡ һөйләшәһең? Нисек инде ул үҙ балаңды өлкәнәйгәс ниндәй хәүеф барлығы тураһында иҫкәртеү?

18 фев, 17:59