Сәләмәтлек

Башҡортостанда фельдшерҙар планшет ҡуллана

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ашығыс ярҙам бригадалары өсөн 345 планшет алыуға заказ биргән. Бригада пациентҡа барып еткәнсе интернет аша уның медицина картаһын, ауырыуҙар тарихын ҡарай ала.

22 окт, 11:10

Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһында томография аппараты эшләй башланы

Компьютер томографы пациенттың яңағын тулыһынса тикшереү мөмкинлеге бирә. Табиптарға ул дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм дауалауҙы тиҙерәк башҡарырға булышлыҡ итә. Снимок шунда уҡ компьютерҙа күренә һәм электрон рәүештә һаҡлана.

21 окт, 20:18

Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһына фельдшерҙар кәрәк

Быйыл апрелдә төбәк етәксеһе тиҙ ярҙам күрһәтеүҙе яҡшыртырға ҡушҡайны. Ярты йыл эсендә ашығыс медицина ярҙамы станциялары яңы автомобилдәр менән тулыланған. Улар бөтәһе лә заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.

21 окт, 20:14

Өфөлә Рәсәй-Израиль медицина форумы сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университетында оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо

Башҡортостанда «Табиптарға сик юҡ» проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Израилдең Хайфа ҡалаһы Хорев медицина үҙәге баш табибы Роман Барак һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

19 окт, 23:18

«МАЗ» автомобиле базаһында эшләнгән ике күсмә флюорография модуле файҙаланыуға тапшырылды

Уны республика "Cәләмәтлек" милли проекты сиктәрендә һатып алды. Беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән автомобилдәр Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары биләмәһендә хеҙмәт итәсәк.

18 окт, 21:09

Өфөлә Волга буйы федераль округында һирәк осрай торған ауырыуҙар буйынса конгресс бара

"Тормошҡа юл" төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған форумда Фабри, Гоше һәм башҡа ауырыуҙарҙы алдан диагностикалау һәм дауалау проблемалары күтәрелде. Пациенттарҙы һауыҡтырыу юлдарын билдәләү, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙа Новосибирск медицина учреждениелары тәжрибәһе ҡаралды.

18 окт, 21:09

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем проблемаһы бөтә донъяла көнүҙәк

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем проблемаһы Башҡортостанда ғына түгел, бөтә донъяла көнүҙәк. Был турала бөгөн Өфөлә Рәсәй-Израиль медицина форумында белдерелде. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе Ирина Карамова.

18 окт, 16:15

Бөгөн Өфөлә Рәсәй-Израиль медицина форумы асылды

Ике илдең иң яҡшы табиптары “Кардиология”, “Онкология” һәм “Педиатрия” секцияларында фекер алыша. Сит ил белгестәре Башҡорт дәүләт медицина университетына һәм “Красноусоль” шифаханаһында ла булырға йыйына. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форум асылыуында ҡатнашып, ҡунаҡтарға һөҙөмтәле эш теләне.

18 окт, 15:00

Башҡортостанда туризмға иғтибар арта

Ошо маҡсатта "Туризм сәғәте" кәңәшмәләре уҙғарыласаҡ. Был турала Республика башлығының трамаҡ вәкилдәре менән осрашыуы барышында белдерелде.

18 окт, 11:05

Башҡортостанда балаларҙың 24 проценты ғына тулыһынса һау-сәләмәт тип табылған

17 йәшкә тиклемге 626 мең баланың сәмәтлеге тикшерелгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынын хәбәр итеүҙәренсә, нерв системаһы ауырыуҙары йыш теркәлгән.

18 окт, 10:15

Төп иғтибар мәктәп балаларының сәләмәтлегенә йүнәлтелә

Әле республиканың яртыһынан күберәк белем биреү усағында медицина кабинеты юҡ. Иң ҙур ҡытлыҡты Әбйәлил, Баҡалы һәм Краснокама райондары кисерә. Киләһе йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәктәп табибына уҡытҡан яңы йүнәлеш асыла. Әлегә абитуриенттарға 50 урын әҙерләйҙәр.

17 окт, 18:11

Башҡортостан балалар ялын яҡшы ойошторған төбәктәр исемлегендә

Йәйге эш сифаты федераль кимәлдә баһаланды. Башҡортостан ил төбәктәре араһында Волгоград һәм Һарытау өлкәләре менән бергә өсөнсө урынға ҡуйылған.

17 окт, 11:21

Ауыр хәлдәге пациенттар квалификациялы ярҙамды тиҙерәк аласаҡ

Өфөлә медицина вертолеттары өсөн майҙансыҡ асылды. Ул республика перинаталь үҙәге биләмәһендә урынлаша. Республика клиник дауаханаһының санитар авиация бүлеге етәксеһе Феликс Сакаев һөйләй.

17 окт, 10:43

Оло йәштәгеләргә медицина ярҙамы

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда ошо темаға арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

16 окт, 21:39

Бөгөн Өфөгә авиация ярҙамында тәүге пациент килтерелде

Нуриман районынан утыҙ минутта. Вертолет яңы ғына республиканың перинаталь үҙәге ихатаһында барлыҡҡа килгән майҙансыҡҡа ултырҙы. Санитар авиацияның тәүге аҙымдары тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров.

16 окт, 21:38

Бөгөн Бөтә донъя анестезиологтар көнө

Был һөнәргә нигеҙ һалыусы Томас Мортон 160 йыллап элек беренсе тапҡыр анестезия ҡуллана – эфир наркозы аҫтында пациенттың тешен дауалай. “Анестезияны уйлап табыу медицинаны алға ебәрергә, операциялар яһау өсөн яңы алымдар уйлап сығарырға һәм бик күп кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә”, - ти Республика клиник перинаталь үҙәгенең анестезиолог-реаниматологы Венер Янбаев.

16 окт, 16:48

Учалы ҡалаһында яңы хирургия корпусы төҙөлә

Ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объект исемлегенә ингән. Хәбәрсебеҙ Гәүһәр Мозафарова дауам итә.

16 окт, 12:25

Өфөлә медицина авиацияһы өсөн вертолет майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды

Ул Аврора урамында Республика перинаталь үҙәге янында урынлашҡан. Хәҙер медицина вертолеты алыу планлаштырыла. Төпкөл ауылдарға тиҙерәк барып етеп ашығыс ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге буласаҡ. Бөтәһе 8 вертолет майҙансығы төҙөү ниәтләнә, ти республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин.

15 окт, 13:11

Башҡортостан баш ҡалаһында ҙур дауахана комплексы булдырыла

Ул Затон биҫтәһендә урынлаша. Республика башлығы Радий Хәбиров вице-премьер Ленара Ивановаға төҙөлөшкә әҙерлек эштәрен башларға ҡушты.

15 окт, 11:00

Өфө Республика перинаталь үҙәге биләмәһендә тәүге вертолет майҙансығы сафҡа индерелде

Быға тиклем санавиация «Өфө» аэропортынан ғына күтәрелеп ултырһа, хәҙер баш ҡала үҙәгендә лә туҡталыш яһау мөмкинлеге тыуҙы. Бынан тыш, киләһе йылдан Башҡортостанда кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа заманса вертолеттарҙың да ҡулланыла башлауы планлаштырыла. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

14 окт, 22:54