Сәләмәтлек

Өфөлә VI төбәк-ара неврология форумы эшләй

Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән белгестәр менән бер рәттән, Голландия, Канада, Норвегия, Франция табиптары һәм ғалимдары ҡатнаша.

29 май, 08:08

Өфөлә VI Халыҡ-ара неврология форумы асылды

Ике көнгә иҫәпләнгән сарала Рәсәй төбәктәренән тыш, Голландия, Канада, Норвегия һәм Франция белгестәре ҡатнаша. Билдәле сит ил ғалимдары Өфө табиптары менән тәжрибә уртаҡлаша. Инсульт, баш өйәнәге, Паркинсон һәм эпилепсия кеүек неврология ауырыуҙарын дауалауҙа заманса алымдарҙы тикшерә.

28 май, 23:24

Башҡортостанда «Сәләмәтлек аҙналығы» башланды

Акция барышында республика граждандарына һаулыҡты бушлай тикшертергә мөмкин. Милли проект сиктәрендә профилактик саралар ҙа үткәрелә. Өфөлә йәшәүсе балалар өсөн Олимпия уйындары чемпионы Семен Елистратов иртәнге зарядка үткәрҙе.

28 май, 23:23

“Янғантау” шифаханаһы алтын миҙалдар алды

Ҡырымда “Шифахана-2019” Бөтә Рәсәй форумы үтте. Янғантау өс номинацияла еңеү яуланы.

28 май, 15:09

Башҡортостанда "Сәләмәтлек аҙналығы" башланды

Акциялар барышында һаулыҡты бушлай тикшертергә була. Аҙна дауамында амбулатор поликлиникалар, сәләмәтлек үҙәктәрендә ҡанда шәкәр миҡдарын, холестерин, ҡан баҫымын, тән ауырлығын ҡаратырға мөмкин.

28 май, 12:17

Башҡортостан халҡы бушлай сәләмәтлеген тикшертә ала

Бөгөн республика ҡала һәм райондарында "Халыҡ сәләмәтлеге көндәре" тигән акция старт алды. Бөтә амбулатория-поликлиникаларҙа һәм Сәләмәтлек үҙәктәрендә Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.

27 май, 12:12

Күсмә фельдшер-акушер пунктары өсөн 142 миллион һум бүленә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 20 дауахана өсөн медицина комплексы һатып алырға йыйына. Ошоға бәйле аукцион июлдә үткәрелә.

26 май, 12:03

Табиптарға - премия

1 июлдән Башҡортостанда врачтарҙы дәртләндереү саралары көсөнә инә. Пациентта яман шеш башланыуын асыҡлаған белгестәргә өҫтәмә аҡса түләнә.

24 май, 13:06

Республика онкология диспансерында оҫталыҡ дәрестәре үтте

Әмәлиәт барышында ҡалҡан биҙе эргәһендәге башҡа биҙҙәргә зыян килтермәү пациент сәләмәтлеге өсөн үтә мөһим. Нейромониторинг ярҙамында бәләкәй яралы операцияны хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова күҙәтте.

23 май, 23:08

Башҡортостанда сәләмәтлек поезы эшләй

Спирография, флюорография һәм йөрәккә скрининг. Республикалағы акция ярҙамында был медицина тикшереүҙәрен ауылда ла үтергә мөмкин. Белорет районы Инйәр ҡасабаһында Сәләмәтлек поезы эшләй. Ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында ойошторолған акция автопоездары Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама һәм Дыуанға юлланды.

23 май, 23:07

1 июлдән яман шеште башланғыс стадияла асыҡлаусы табиптарға өҫтәмә премиялар түләнә башлаясаҡ

Дәртләндереү сараһының күләме 5 мең һум. Теүәл ҡуйылған һәм иртә асыҡланған диагноз, ваҡытында дауалай башларға һәм пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итәсәк. Республикала яман шеште башланғыс стадияһында еңеү өсөн саралар һәм медицина препараттары етәрлек.

23 май, 23:06

"Инцидент". Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә зарланыусылар кәмегән

Ошо йылдың 4 айы буйынса “Инцидент” системаһы ошондай мәғлүмәт бирә. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ниндәй мәсьәләләр борсоуы тураһында Хөкүмәттә уҙған “Сәләмәтлек” сәғәтендә белдерелде.

23 май, 15:15

Башҡортостанда үлем осраҡтары кәмегән

Ошо турала Республика Хөкүмәтендә "Сәләмәтлек сәғәте"ндә әйтелде. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әйтеүенсә, беренсе кварталда үлем 0,5 процентҡа кәмегән.

23 май, 11:27

Стәрлетамаҡта яман шеште дауалау үҙәге асыла

Был проект Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән "Инвестиция сәғәте"ндә тәҡдим ителде. Ҡаланың 1-се дауаханаһы нигеҙендә позитрон-эмиссион томография һәм нур терапияһы үҙәктәрен асыу ҡарала.

23 май, 10:26

Стәрлетамаҡта позитрон-эмиссион томография үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Ул тәүге пациенттарын киләһе йылдың июнендә ҡабул итә башлар тип көтөлә. Бынан тыш, ҡалала нур терапияһы үҙәген асыу ҙа ҡарала. Проекттар бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән инвестиция сәғәтендә тикшерелде.

22 май, 23:41

Пациенттарға махсус беләҙек кейҙерелә

Унда ауырыуҙың исеме-шәрифе, тыуған йылы һәм дауахана бүлеге күрһәтелә. Штрихлы коды бар.

22 май, 15:06

Яман шеште асыҡлау өсөн яңы үҙәктәр булдырыла

Башҡортостанда дауаханаларҙа яңы бүлексәләр асыла. Унда халыҡҡа онкология ярҙамы күрһәтелә. Был турала Башҡортостан парламентында үткән осрашыуҙа хәбәр ителде.

22 май, 11:10

Өфө дауаханаһында пациенттар идентификацион беләҙек йөрөтә

Милли проект сиктәрендә ул әлегә биш медицина учреждениеһында индерелгән. Беләҙек ни өсөн кәрәк? Аңлатма беҙҙең сайтта.

21 май, 23:00

Мораҡ район дауаханаһында 2019 йылдың иң яҡшы фельдшеры асыҡланды

Ауыл фельдшеры медицина өлкәһендә универсаль белемгә эйә булырға тейеш. Ауыл халҡы сәләмәтлегенә ҡағылышлы бөтә һорауҙар менән дә тап ошо һөнәр эйәләренә мөрәжәғәт итә. Мораҡ район дауаханаһында 2019 йылдың иң яҡшы фельдшеры асыҡланды.

21 май, 22:59

Бөгөн Өфөлә “Донор көнө” үтте

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында мобиль станция эшләне. Теләгән һәр кем ҡан бирҙе.

20 май, 16:29